Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль , 17:20

Яугирҙың ҡыҙы тыуҙы!

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан йәш яҡташыбыҙ кисә үҙенең кәләшен һәм ҡыҙын балалар табыу йортонан алып ҡайтты.  Йәштәр менән уларҙың әсәләре, туғандары өсөн генә түгел, уларҙың ауылдаштары, райондаштары өсөн дә ҙур ҡыуаныс был!  Яңы Петровка ауыл биләмәһенең иң батыр, булдыҡлы егете менән Мораҡ ауылы һылыуын был бәхетле минуттары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сабыйығыҙ  һау-сәләмәт булһын, һеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен, ғаилә башлығына иһә иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын!  

Яугирҙың ҡыҙы тыуҙы!
Яугирҙың ҡыҙы тыуҙы!

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан йәш яҡташыбыҙ кисә үҙенең кәләшен һәм ҡыҙын балалар табыу йортонан алып ҡайтты.

 Йәштәр менән уларҙың әсәләре, туғандары өсөн генә түгел, уларҙың ауылдаштары, райондаштары өсөн дә ҙур ҡыуаныс был!

 Яңы Петровка ауыл биләмәһенең иң батыр, булдыҡлы егете менән Мораҡ ауылы һылыуын был бәхетле минуттары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сабыйығыҙ  һау-сәләмәт булһын, һеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен, ғаилә башлығына иһә иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

 Йәш яҡташыбыҙ тураһындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: