Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2025, 11:45

Гөрләп торҙо Тәүәкән!

Тәүәкән ауылында бөгөн шулай уҡ “Урал” спорт - һауыҡтырыу комплексы гөрләп торҙо.    

Гөрләп торҙо Тәүәкән!Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!

Бында спорт ярыштары - “Ҡыпсаҡ батыры” - милли көрәш, “Мәргән уҡсы” һәм “Бәйге” уйындары ла уҙҙы. Был сараларҙа беҙҙекеләр генә түгел, күрше-тирә район һәм ҡалаларҙан килгән спортсылар ҙа ҡатнашты.
Тәүәкән ауылындағы “Урал” спорт - һауыҡтырыу комплексы, бассейн күптәрҙе көнләштерерлек! – тине ситтән килгән спортсылар.
Ысынлап та шулай... Был ауылда эшләр өсөн эш тә, мәҙәни тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ҙа етәрлек.
Иң мөһиме – халыҡ тағы ла яҡшыраҡ тормошҡа, муллыҡҡа ынтыла, рухи байлыҡ хаҡында ла онотмай, спортты ла үҙ итә. Бөгөн уҙған саралар хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Гөрләп торҙо Тәүәкән!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас