"Ун һигеҙ йәшендә олатайым ауылдың иң матур ҡыҙына өйләнергә тейеш була. Никахҡа бер аҙна ҡалғас, ҡыҙ юғала - уны икенсе егет алып ҡаса. Оятҡа ҡалған кейәү ауылдан сығып китә һәм бер йылдан ғына әйләнеп ҡайта. Бер үҙе түгел, ә яңы кәләш менән: уныһы етем, ғәрип, ярым һуҡыр була, һуңынан ул тулыһынса һуҡырайҙы. «Быныһы инде бер ҡайҙа ла ҡасмаясаҡ, – ти олатайым үҙенең атаһына. – Тирә-яҡтағы иң йәмһеҙ ҡыҙҙы һайлап алдым».
Ҡасманы. Уларҙың тормошо тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Тотош бер йыр ул. Әрнеткес йыр. Өләсәйем 21-се йылғы аслыҡта биш улын ерләй. Ире лә һуғышта һәләк була. Ул беҙҙең менән йәшәне. Мин уны етәкләп йөрөттөм – әбейҙәргә ҡунаҡҡа барһынмы, магазинғамы, һәр саҡ янында булдым. Үҙе гел миңә теләк әйтер ине: «Бәхетле бул, улым. Бөгөн һин мине түгел, үҙеңде тормош буйлап етәкләп йөрөттөң».
Һуңынан, нимәнәндер аҡылым томаланып, упҡын ситенә килеп еткәндә, “Ана ҡолайым, бына ҡолайым” – тигән саҡтарымда, өләсәйемдең ошо күңелгә ятышлы, рифмалы яңғыраған хикмәтле һүҙҙәре миңә көс бирә торғайны һәм мин тормошҡа яңыса ҡарай башлай инем: «Бәхетле бул, улым. Бөгөн һин мине түгел, үҙеңде тормош буйлап етәкләп йөрөттөң».
✍️
Флорид Бүләков. Иҫтәлектәр.