“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2025” республика конкурсының муниципаль этабында Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусыларына белем биргән Айгөл Әнүәр ҡыҙы Мәхмүтова еңеү яуланы. Йомағужа 2-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фларида Әмир ҡыҙы Сәйфуллина 2-се, А.Филиппов исемендәге Йомағужа 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лариса Сергеевна Цырулина 3-сө урынды алды.
Тәүәкән урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Фәриҙә Салауат ҡыҙы Дәүләтбаева - “Ныҡышмалылыҡ”, Мораҡ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәлиә Миҙхәт ҡыҙы Ғәзизова - “Педагогик оҫталыҡ”, Йомағужа 2-се урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Светлана Александровна Толкун – “Илһам һәм ижад”, В.Бекетов исемендәге Воскресенск урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мария Михайловна Корнева “Йыл асышы” номинацияларына лайыҡ булды.
Автор - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фото - Азамат Ғәҙелшин.