-9 °С
Болотло
😳Быйыл йәй Башҡортостанға ҡара сиңерткәләрҙең (саранча) ябырылыуы көтөлә
Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенә ошондай хәүеф янай. Һүҙ Әстрхан, Волгоград, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Силәбе, Иркутск һәм Новосибирск өлкәләре, Дағстан, Башҡортостан, Татарстан һәм башҡалар хаҡында бара. Был хаҡта "Известия" гәзите хәбәр итә.
Быйыл ҡыштың аномаль йылы тороуына бәйле илдә яңы уңышты саранча юҡ итеүе ихтимал. Уға ҡаршы көрәшеү өсөн махсус отрядтар булдырыла.