- Беҙҙең районда 102 мәҙәниәт учреждениеһы эшләп килә, уның 64-е – клуб, 33-ө – китапхана, 3 музей һәм 2 балалар сәнғәт мәктәбе бар. Мәҙәниәт тармағының төп бурыстары – учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм модернизациялау, райондың бөтә төр халҡын мәҙәни эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, талантлы йәштәр һәм балаларҙың һәләтен, тармаҡтың кадрҙар потенциалын үҫтереү.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең өлкәлә күп эштәр эшләнде, мәҙәниәт усаҡтары, китапханалар реконструкцияланды, ремонланды. Мәҫәлән, 2019 йылдан Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда кинозал асылды. Ул “Мәҙәниәт “ милли проектының “Мәҙәни мираҫ” федераль проектына ярашлы, “Кино Фонды” ярҙамы менән эшләнде. Кинозалда күрһәтелгән фильм һәм мультфильмдарҙы район үҙәге халҡы ғына түгел, ә райондың төрлө мөйөштәренән йәштәр һәм уҡыусылылар килеп ҡарай.
2021 йылда Мораҡта “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңы быуын моделле китапханаһы асылды, бик шәп заманса йәмәғәт урындары булдырыуға, уның матдн-техник базаһын нығытыуға, компьютер һәм офис техникаһын алыуға, китап фондын яңыртыуға, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм капиталь ремонт үткәреүгә федераль, республика һәм урындағы бюджеттан аҡса бүленде. Модернизацияланғандан һуң яңы функциональ зоналар барлыҡа килде: медиасистема менән йыһазландырылған конференц-зал, балалар зонаһы, әҙәби кафе; ял итеү урыны, йәштәр зонаһы. Һаулыҡтары сикләнгән ҡулланыусылар өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырылған: персоналды саҡырыу кнопкалары, тактиль навигациялар, инвалид өсөн автоматлаштырылған эш урыны. Ижади майҙансыҡтарҙа “Селяночка” һәм “Оҫтабикә” клубтары үҙ эштәрен башлап ебәрҙе.
2024 йылдың сентябре Мораҡ ауылы өсөн генә түгел, ә бөтә район халҡы өсөн бик әһәмиәтле булды – район мәҙәниәт һарайы капиталь ремонтланды: 3-сө ҡат тулыһынса реконструкцияланды, бинаның ҡыйығы алмаштырылды, коммуникация, йылытыу системаһы ремонтланды, тамашалар залы ҙур экран менән йыһазландырылды, быларҙың барыһы ла “Мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын үҫтереү һәм нығытыу”, “Кесе Ватан мәҙәниәте” программалары ярҙамында тормошҡа ашырылды. Экран булғас, сәхнәнең артын һәр саҡ яңыртып тороу зарурлығы юҡ. Ниндәй генә сара үткәрһәк тә, сағыу итеп биҙәлгән сәхнә тамашаға үҙенә бер төрлө йәм, матурлыҡ бирә. Мәрхәмәтлек концерттары барышында махсус хәрби операция яугирҙары тураһында сюжеттар, уларҙың фронт тормошо тураһында һөйләүҙәрен халыҡҡа ишеттерергә мөмкин.
2024 йылда ошо уҡ программа ярҙамында район мәҙәниәт һарайы һәм 10 ауыл клубы: Әлмәс, Бикҡужа, Багдашкин, Дауыт-Ҡайып, Ерекле, Ишбирҙе, Назаркин, Яңы Николаевка, Ялсы, Түкәткә яңы акустик система, микшер пульттар, радиосистема, һөнәри аранжировка станцияһы, тауыш һәм компьютер ҡорамалдары, акустик система өсөн таяуҙар алынды. Район мәҙәниәт һарайының ветерандар хоры өсөн кейемдәр тегелде.
Был ярҙамдан һуң райондың мәҙәниәт усаҡтары тағы ла дәртләнеберәк һәм яңы көс менән эш башланы. Мәҙәни саралар, балалар, йәштәр, өлкән йәштәгеләр менән саралар күберәк һәм яҡшы сифатта үткәрелә башланы. Ғөмүмән әйткәндә, район мәҙәниәт һарайы һәм ауыл клубтарының үҙешмәкәр артистары менән эш даими алып барыла. Мәҙәниәт усаҡтары төрлө бейеү, йыр, театр, фольклор, музыка инструменттарында уйнау, һынлы сәнғәт түңәрәктәре тәҡдим итә. Улар балаларҙың һәләттәрен асырға ярҙам итә. Үҫмерҙәр ирекмәнлек акцияларында әүҙем ҡатнаша. Оло йәштәгеләр өсөн ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса клубтар ойошторола, улар унда аралаша, тәжрибәләре менән уртаҡлаша һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша. Өлкән быуын вәкилдәре лә патриотик эштән ситтә ҡалмай, яугирҙарға йылы әйберҙәр бәйләй һәм маскировкалау селтәрҙәре үрә.
Мобилизацияланған, контракт буйынса хеҙмәт иткән яугирҙарға ярҙам итеү сиктәрендә район мәҙәниәт һарайында хәйриә концерттары уҙғарылып тора, район мәҙәниәт һарайы фойеһында гуманитар ярҙам йыйыу пункты ойошторолдо. Илдәге хәл-торошҡа битараф булмаған халыҡ беҙҙең ил һаҡсыларына ярҙам итеүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте”проекты мәҙәни усаҡтарҙы яңыртыу йәһәтенән үҙенең тос өлөшөн индерә. Беҙҙең район был проектта тәүге тапҡыр - 2020 йылда ҡатнашты, унда Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға федераль, республика һәм урындағы бюджеттан аҡсалар бүленде. Финанс сығымдар бинаны ремонтлауға, техник яҡтыртыуға, автотранспорт һәм сәхнә костюмдарын һатып алыуға тотонолдо. Мәҙәниәт усағын заманса йыһазландырыу, бинаны яңыртыу клубҡа йөрөүселәрҙе лә артырҙы, үҙешмәкәр коллективтар һәм түңәрәктәр һаны артты. “Умырзая” халыҡ үҙешмәкәр театр коллективы, “Өмет” балалар театр һәм “Ялкын” бейеү түңәрәктәре – төрлө район конкурстары һәм фестивалдәре еңеүселәре. “Ләйсән” һәм “Ак калфак” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансмблдәре бик матур эшләп килә, улар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡара. Балалар һәм йәштәр менән эш даими алып барыла, сараларға өлкәндәр ҙә йәлеп ителә, патриотик сараларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡатнаша. Тағы ла ошо программа сиктәрендә ауыл клубына10 теген машинаһы һатып алынды, улар ярҙамында “Оҫтабикәләр” ҡатын-ҡыҙҙар клубы әүҙемдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға маскировка халаттары, пледтар тегә, шулай уҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙары яргирҙарға йылы нәскиҙәр бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре үрә.
Шуныһы һөйөнөслө: быйылғы йылда ла беҙҙең район республиканың 19 район һәм ҡалаһы иҫәбендә ошо проектта ҡатнашыу бәхетенә эйә булды. Быйыл “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә Йомағужа ауыл мәҙәниәт йорто яңыртыласаҡ. Билдәле булыуынса, Йомағужа үҙенең быуын-быуын талантлы артистары, сағыу һәм ҡабатланмаҫ йыр һәм бейеү ансамблдәре менән билдәле булған, бик матур итеп эшләп килгән мәҙәниәт усаҡтарының береһе. “Гәрәбә” фольклор, “Русская песня” рус ҡатын-ҡыҙҙар вокаль, башҡорт вокаль, гармунсылар һәм баянсылар, “Бөркөттәр” ир-егеттәр башҡорт вокаль, “Илһам” бейеү ансамблдәре, “Мораҙым” үҙешмәкәр театры сығыштары йомағужаларҙы ғына түгел, күрше-тирә, район һәм республика халҡын сағыу сығыштары менән ҡыуандырып тора. Бик күп республика, район конкурстары һәм фестивалдәре ошо мәҙәниәт усағында үтә.
Йомағужа ауыл клубы 1959 йылда төҙөлгән, 2003 йылда уға реконструкция эшләнгән. Проект ярҙамында мәҙәниәт усағын яңыртыу ауыл тормошона тағы ла йәм өрөр, сифатлы мәҙәни саралар үткәреүгә булышлыҡ итер тип ышанам, - ти Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы.
Эйе, төҙөлөш бар ерҙә – тормош бар, тиҙәр. Халыҡ ауылдарҙа яңы социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөүенә, яңыртылыуына, ремонтланыуына шат ҡына. Тимәк, йәшәйештең төрлө тармаҡтары буйынса тормош алға табан бара, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, ауылдар үҫешә, матурлана.