Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар , 12:27

Аҙашҡан хыял

Тел шартлата-шартлата машина тәҙрәһен һөрткән Ғаяздан күҙен алманы Зәлифә. Йөрәге урынынан ҡуҙғалғандай булды. Күпме көткән осрашыу бит был! Ғүмере буйы көткән, ғүмере буйы өҙөлөп яратҡан кешеһе, беренсе мөхәббәте уның янында бөтөрөлә.

– Аһ, Зәлифә, һинме?..

Тротуар буйлап йүгерә-атлай китеп барыусы ҡатын, таныш тауыш ишетеп, ҡапыл туҡтап ҡалды. Уға өндәштеләр түгелме? Кит, булмаҫ. Яңылыш ишеткәндер. Бында уны кем белһен? Мәркәз тиклем ерҙә, анау саҡлы кеше араһында әллә кем уны шәйләп ҡалған, ти. Аҙ, ти, бында Зәлифәләр! Быға инаныр өсөн ул алға ынтылды.

– Зәлифәү, тим, ишетмәйһеңме ни? Туҡта! Һин бит был?

– Эйе, мин... – тип әйтергә лә өлгөрмәне, унын янына әзмәүерҙәй бер ир килеп баҫты. Зәлифә һиҫкәнеп китте.

– Ғаяз, әллә һин инде? Хоҙайым! – Көтөлмәгән осрашыуҙан бер аҙ башы әйләнеп киткән ҡатынҡай еңелсә сайҡалып ҡуйҙы. Аяҡ быуындары тотмағандай итте. Дарҫлап типкән йөрәген тынысландырып, тын алышын рәткә һалыу өсөн бер-нисә секунд ваҡыт етте.

– Тиҙ генә таныманың мине, ивет? Ә мин һине шундуҡ таныным. Бынау пәлтәндән таныным, – тине ир. – Теге саҡта ла ошоно кейгәйнең бит, дүрт йыл элек, тим...

Пальтоһының оҙаҡ кейеүҙән ҡырыла башлаған ең остарын йәшерә-йәшерә, Зәлифә ҡаршыһында торған иргә йылмайҙы. Уңайһыҙланды үҙе. Быны һиҙҙермәҫ өсөн ян-яғына ҡаранды, күҙҙәрен ситкә алды. Ниндәй ҡыйын хәлгә ҡалды әле ул? Уйламаған ерҙән. Ғаяз һөйләгән ул осрашыу икенсе төрлөрәк булғайны, дүрт йыл бигүк күп булмаһа ла, бик аҙ ҙа ваҡыт түгел, унда Зәлифә үҙе лә йәшерәк, матурыраҡ, пальтоһы ла яңыраҡ ине. Күңел торошо ғына бөгөнгөләй булғандыр: ошо Ғаяз менән юлдары айырылғандан бирле бер генә төрлө кисерештәр менән йәшәй. Үкенестәр менән. Хәйер, уныһы үҙеңдән башҡа кемгә кәрәк инде? Шул бөтмәҫ үкенестәре нисәмә йылдар буйына йәнен ҡамсылай. Ятһа ла, торһа ла шул бер уй мейеһен сүкей: «Ниңә улай килеп сыҡты әле? Ни эшләп көтмәне һуң уны Ғаязы? Ярата ине бит...»

– Әйҙә, машинаға ултыр, берәй ергә инеп, тамаҡ ялғап алайыҡ, – Ғаяз ҡатынды биленән ҡосаҡлап уҡ алды. Ашығыуын төрлөсә аңлатып аҡланған Зәлифәне, ай-вайына ҡуймай, етәкләп тигәндәй, тығыҙ теҙелешкән машиналар рәтенә алып китте.

– Ана, күрәһеңме, иң ситтәгеһе минеке. Ҡыҙылдың аръяғында торғаны.

Ҡатын ҡояшта ялтлап ултырған, еүеш асфальт төҫөндәге джипты күреп, баш ҡаҡты.

– Бына ул минең танк. Әйҙә, ултыр!

Тар итәген йыртып ҡуйыуҙан ҡурҡып, машина янында тапанған Зәлифә, ярҙам көткәндәй, тирә-яғына, унан Ғаязға ҡарап алды.

– Номерың да үҙенсәлекле икән. Ә ни эшләп 111?

– Сөнки мин һәр ерҙә лә, һәр эштә лә, һәр ваҡыт беренсе булырға яратам. Спецзаказ. Һинең дә беренсең инем бит. – Ир кәүҙәһен уйната биреп, йылмайып ҡуйҙы.

– Ҡыҙыҡ икән, – тигән булды ҡатын, – ә мин булһам, 777 тигәнен алыр инем. Изге һан да инде. Бигерәк тә мосолман өсөн. Ете тажлы ҡурай, ете ырыу...

– О, Зәлифә! Һин бер ҙә үҙгәрмәгәнһең икән. Ниндәй ҡурай? Ниндәй ырыу? Юҡ менән булмасы! – Ир ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡул һелтәне.

– Ә һин үҙгәргәнһең... – Машинаның йомшаҡ ултырғысына менеп ҡунаҡлаған ҡатын был һүҙҙәрен үпкәләберәк әйтте. – Йә, ярай, улай оҡшамағас, икенселәйтеп әйтәм. Ҡасандыр бер, әгәр ҙә һин китеп юғалһаң, ете тау, ете диңгеҙ артынан табасаҡмын, тигәйнең. Иҫләйһеңме шуларҙы, Ғаяз?

Ир уның әйткәндәрен ишетмәне. Әллә ишетмәмешкә һалышты.

– Машинамды әйтәм, һиңә оҡшаймы? Ҡарале, бында хатта йәшәп тә булыр ине. Бөтә уңайлыҡтары бар. Арты ла, ана, ниндәй иркен.

Кәүҙәһен яртылаш бороп, машинаның артын байҡаған Зәлифә, тубыҡтарына ҡайнар устар ҡағылыуын тойоп, һиҫкәнеп китте. «Их, яратам да инде үҙен!» тип ҡуйҙы Ғаяз. «Мин дә!» тип әйтеүҙән саҡ тыйылып ҡалды ҡатын, әллә үҙенә, әллә ошо танкка төбәлеп әйтелгән һүҙҙәрҙе ныҡлап төшөнөп етмәүе генә туҡтатты уны. «Үҙен әйтәлер. Машинаны яратып булалыр шул? Тимер киҫәген...» Был уйҙары эсенә йылы йүгертте.

– Вот так встреча! Өфө һынлы Өфөлә һине осратыуымды әйтәм. Үәт әй! – Тел шартлата-шартлата машина тәҙрәһен һөрткән Ғаяздан күҙен алманы Зәлифә. Йөрәге урынынан ҡуҙғалғандай булды. Күпме көткән осрашыу бит был! Ғүмере буйы көткән, ғүмере буйы өҙөлөп яратҡан кешеһе, беренсе мөхәббәте уның янында бөтөрөлә. Бығаса уларҙы аймылыш иткән яҙмышына үпкә һаҡлап йәшәне Зәлифә, әле килеп, әйтерһең дә, бар үпкә-рәнйеүҙәре ыуалып юҡҡа сыҡты. Һүнеп барған өмөт-хыялдар баш ҡалҡытты, нисәмә йылдар күңеле төбөндә быҫҡып ятҡан хистәре, бер йылы һүҙ, яғымлы ҡараштан гөлтләп ҡабынырға тора. «Әйҙә, киттек минең менән, һаман һине яратам», тиһә, бер минут та уйлап тормайынса, сығам да китәм. Тормошто янынан башлайым. Бары ошо кеше менән бәхетле булырымды беләм. Күпме ғүмер уны көтөп йәшәнем. Яҙмыш бүләгелер, бөгөн юлыма үҙе килеп сыҡты бит...

Башында зырлап әйләнгән ошо уй-хыялдарынан «Иремде һөймәнем дә, бынан аръяғына инде һөйә алмам. Йәшәлде инде шунда. Аптыраған көндән. Бер барғас. Йәшәгәс, балалар булды».

– Кейәүҙәме ул һин, Зәлифә? – Уйҙарын Ғаяз бүлде.

– Эйе, – тине ҡатын ишетелер-ишетелмәҫ, теләр-теләмәҫ кенә. Был һүҙен әллә ҡайҙан төптән, көсәнеп йолҡоп алғандай итеп әйтте. – Кейәүҙәмен. Ун йыл инде. Ике ҡыҙым бар. Миләүшә менән Нурия. Ҙурына – биш, кесеһе ике йәштә. Төҫкә аталарына тартҡандар, ә холоҡтары – минеке, – күңеленә ғәзиз иҫемдәрҙән ҡапыл талпынып ҡуйҙы әсә кеше.

Телефон төймәһенә бер туҡтауһыҙ баҫып, ниҙер эҙләп маташҡан Ғаяз башҡаса һорауҙар биреп торманы. «Ҡарале, минең турала бер ни белмәй үҙе. Ҡыҙыҡһынмаған, тимәк. Ауылдағы әсәһенән һорашһа ла, һөйләп бирер ине. Хатта тормошломо, юҡмы икәнемде лә яңы һорап ултыра. Ә мин иһә уның бар тормошон энәһенән-ебенәсә белеп йәшәнем. Шатлығына ҡыуандым, хәсрәтенә көйөндөм. Ә ул... Йә, ярай, – тип тынысландырҙы үҙен ҡатын, – ваҡыты булмағандыр. Бынауындай машиналарҙа йөрөр өсөн эшләгән дә эшләгәндер. Йә булмаһа, юрый һорайҙыр. Иренән айырылып-фәлән ҡуймағанмы, яңғыҙ түгелме тип өмөтләнәлер. Һаман онота алмайҙыр...»

– Ҡатынға смс ебәрҙем. Борсолмаһын, тип. Минһеҙ бер минут та тора алмай ул. Һәр аҙымым тикшереүле, – ир телефонын һүндереп, кеҫәһенә тыҡты.

«Ышанмайҙыр» тип әйтеүҙән саҡ тыйылып ҡалды Зәлифә, «Яраталыр» тигән булды. «Бына мин Уралдың ҡайҙа йөрөгәнен уйлап та биргәнем юҡ. Ышанам да. Яратмайым да...» Был һүҙҙәрен тышҡа сығарманы ҡатын, үҙ алдына ғына әйтеп, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.

Ә танк алға елдерҙе. Ҡала урамдарында ла трассалағы кеүек ҙур тиҙлек һаҡлауына юл буйы Ғаязды әрләп барҙы ҡатын. Эстән генә. Ҡысҡырып шелтәләргә ҡыйманы. Дөрөҫөрәге, ҡурҡты. Уның күҙҙәрен сытырлатып йомоп, ишек тотҡаһына йән-сытырман йәбешеүен күргән ир ҡысҡырып көлдө. «Барыһы ла яҡшы, – тине ул, – был машина уттан да, һыуҙан да, юлдан да ҡурҡмай».

«Үҙе тураһында ғына уйлай икән был. Ә бүтәндәр? Уларҙың ғүмере менән иҫәпләшмәй түгелме? Урал улайтмаҫ ине. Юлда бик тәртипле, ипле генә йөрөй ул, ҡағиҙәләрҙе бер ваҡытта ла боҙмай. Үҙеңде генә түгел, башҡаларҙы ла уйларға, хөрмәт итергә кәрәк, тип йыш ҡабатлай. Юл хәлен яҡшы белә. Юл һалыусы бит үҙе. Нисәмә саҡрымдар уның тырыш ҡулдары менән һалынған. Эшен ярата. Мин һалған юлдар кешеләрҙе бер-береһенә илтһен, зарығып көткәндәр осрашһын, ҡауышмай ҡалғандарҙы ҡауыштырһын, тип ебәргән була үҙе. Ә бына бөгөн килеп ошо юлдар ҡатынын икенсе ир менән осраштырғанын белһә, ни эшләр ине икән?»

Зәлифәнең эсе бошоп ҡуйҙы. Бығаса Уралының тойғо-кисерештәренә бөтөнләй иғтибар итмәй йәшәүен аңлап, аптыраны. Бүтән ирҙәр менән сағыштырып ҡарағаны ла булмаған бит хәләлен. Уйында ғына булһа ла Ғаяз менән дә сағышғырмаған, һәр икеһен айырымлап ҡына ҡараған, Уралы ир уртаһында, ә Ғаяз... Ә Ғаязын тотош донъя, юҡ, улай ғына ла түгел, шул донъяның күсәре, кендеге итеп күргән.

Әллә ни эшләне ҡатын. Әлеге мәлдә, әйтерһең дә, унын күңелендә ике төрлө Зәлифә ултыра. Тартҡылаша, бәхәсләшәләр, әммә бер генә төрлө фекергә килә алмай йонсойҙар.

– Мин ҡайтайым инде, Ғаяз, – тигән булды ул, аңын йыйырға тырышып, – өйҙәгеләр көтәлер. Автовокзалға алып барсы.

Ир ялт итеп Зәлифәгә ҡараны. Сәғәтенә күҙ һалды.

– Шылтыратып әйт, эшем бөтмәне, иртәгәлеккә ҡалырға тура килер, туғандарымда йә таныштарымда ҡунам, тиген.

Вокзалға иртәгә алып барырмын. Бөгөн көндө бергә үткәрәйек.

– Өфөлә туғаным да, танышым да юҡ. Ирем быны яҡшы белә, – Зәлифә, эштән асығып, өшөп ҡайтҡан Уралын, уны көтөп ултырған ике балаһын уйлап, татлы хыялынан баш тартырға әҙер ине шул саҡ.

– Йә, ярай инде, Зәлифәкәй, көн дә осрашмайбыҙ ҙа һуң. Алдап тор инде шунда берәй нәмә тип...

Машина эсендә көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. «Эйе шул» тип уйланы ҡатын, көн дә түгел, бөтөнләй осрашҡаныбыҙ юҡ ине бит бығаса. Теге саҡ ауылда, Ғаяздың атаһын ерләгәндә генә күрешеп ҡалғайнылар. Ғәзим ағай Зәлифәнең уҡытыусыһы булды, уны һуңғы юлға оҙатырға тотош синыфтары менән барғайнылар. Ул саҡ менән был саҡ араһында оҙаҡ дүрт йыл ваҡыт ята инде. Оҙаҡ дүрт йыл...

Ғаяздың машинаһы зыйлап барып бер кафе алдына туҡтаны. Ыҡсым ғына өҫтәл артына барып ҡунаҡлағас, Зәлифә тирә-яғына күҙ һалды. Талғын ғына ағылған көй унын ҡолағын иркәләне, көршәктәге гөлдәр, өҫтәлгә ябылған ҡупшы эскәтер, матур һауыт-һаба барыһы ла оҡшай уға. Ҡатын үҙен сихри бер донъяға эләккәндәй хис итте. Бындай урындарҙа бөтөнләй булғаны юҡ уның. Өй-эш-өйгә көйләнгән тормошо тамам ялҡытҡысҡа әйләнгәйне инде. Ярай әле Ғаяз осраны, бындай матурлыҡты ғүмерҙә лә күрмәҫ ине атыу. Өйөндә лә бер төрлөлөк хөкөм һөрә. Уралы арманһыҙ булып эшенән ҡайта ла, ҡайҙа ятһа, шунда йоҡлап китә. Аҡса эшләйем, донъя көтәм, тип, көн-төн тырыша, шул рәүешле көндәре төнгә, төндәре көнгә ялғана. Шул да булдымы тормош? Ялҡытты!

Ул арала официант ҡыҙ өҫтәлгә тәмле ризыҡтар теҙҙе. Ҡаршыһына килеп ултырған Ғаязға тәү күргәндәй һоҡланып һәм яратып ҡараны Зәлифә. «Бына, исмаһам, ир, – тип уйланы ул, – кейгән костюмы, таҡҡан галстугы ҡайһылай килешә үҙенә. Сөм-ҡара сәстәре килешле итеп артҡа таралған, ҡулындағы сәғәте ҡояшҡа ялт-йолт итеп ҡала, ҡыйбатлы таштар менән биҙәлгән. Ә һөрмәле күҙҙәрендә һаман да, элеккесә, ниндәйҙер бер сер һаҡлана кеүек. Ниндәй бәхетле бөгөн Зәлифә! Йылдар буйы көткән кешеһе ҡул һуҙымы арала ғына ултыра. Бер өҫтәл генә айырып тора уларҙы. Ошо осрашыуҙы күпме көттө ул, ире менән булған саҡтарында ла бары тик Ғаязы хаҡында уйланы, ҡулдарынан тотоп, күкрәгенә башын һалғыһы, наҙлы һәм йән иреткес һүҙҙәр ишетеп иркәләнгеһе килде. Бәхетле булғыһы килде.

– Ғаяз Ғәзимович, сдача, – Зәлифәнең уйҙарын яндарына килеп баҫҡан официант бүлде.

– Кәрәкмәй, үҙегеҙгә булһын, – ир көшөлөгән түш кеҫәһенә тыға-тыға, ҡаршыһында ултырған ҡатынға өндәште.

– Бында мине барыһы ла белә. Килеп инеүем менән йүгерешергә тотоналар. Ҡайҙа ултыртып, ни менән һыйларға белмәй аптырашалар, бахырҡайҙар. Хәйер, бында ғына түгел, бөтә ерҙә лә шулай инде. Яраталар, тимәк! Хөрмәт итәләр!

Аҙаҡҡы һүҙҙәрен ул айырым бер ғорурлыҡ менән әйтте. Уларҙы күрше өҫтәл артында ултырыусылар ҙа ишетерлек итеп, тағы бер ҡат ҡабатланы, «Һине яратмау мөмкин түгел», тип әйткеһе килһә лә, Зәлифә һүҙҙе башҡа яҡҡа борҙо.

– Ҡайҙа, кем булып эшләйһең, Ғаяз? – Уның ҙур кеше икәнен белә ине ул, тик үҙенән ишеткеһе килеп кенә һораны. Ә уныһы иһә, шуны ғына көткәйндәй, түрәләргә генә хас тонға күсеп китте:

– Начальник булырға хыялландым бит мин. Әлеге көндә үҙ бизнесым бар. Үҙемә эшләйем. Дөрөҫөрәге, эшләтәм. Бүтән алйоттар кеүек, хөкүмәткә бил бөкмәйем. Ә һин?

– Балалар баҡсаһында тәрбиәсемен.

Бығаса яратып эшләгән эшенән, һөнәренән тәү тапҡыр оялып ҡуйҙы ҡатын. «Бизнесмен һәм тәрбиәсе. Бер ниндәй уртаҡлыҡ юҡ...» Ир башын артҡа ташлап көлдө:

– Әле бармы ни ундай һөнәр? Тәрбиәсе, имеш. Ҡыҙыҡ. Бөгөнгө заман балалары тыуғанда уҡ институт бөтөп тыуа, уларҙы тәрбиәләп ултырырға кәрәкмәйҙер, тием. Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөйһөң инде, Зәлифәкәй! Ваҡыт әрәм итеп. Үҙеңә генә эшләргә, үҙеңде генә ҡайғыртырға кәрәк, аңла шуны. Бына минең кеүек! Бизнес асырға! Бизнесмен булырға!

Зәлифәнең бер ҡасан да үҙен былай меҫкен итеп тойғаны юҡ ине. Яҡлау эҙләгәндәй, йәһәт кенә әйләнә-тирәһенә күҙ йүгертте.

– Мин бит шул буласаҡ бизнесмендарҙы тәрбиәләйем, – тине ул, – әртистәр, уҡытыусылар, банкирҙар, киләсәктә кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыр табиптар ҙа миндә тәрбиәләнә. Ә һинең балаларын бармы һуң, Ғаяз?

– О, юҡ! Нимә һөйләйһең һин, Зәлифүш? Ундай мәшәҡәткә батып ултырырға башыма тай типмәгән әле. Аҡса эшләп ҡалырға кәрәк, матурым, аҡса! Ҡатыным да фигураһын боҙоуҙан ҡурҡа. Үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ. Рәхәтләнеп театр, ресторандарға йөрөйбөҙ, сит илгә сығабыҙ...

Ғаяз тағы әллә ниҙәр хаҡында һөйләне, тик Зәлифә уны ишетмәне. Ул уйҙарында үҙ-үҙе менән алышты, дөрөҫ йәшәлмәгән тормошона һыҙланды. Ҡапыл ғына, ошо минутынан алып бизнесмен ҡатыны булғыһы, мул аҡса менән ҡыйбатлы кибеттәр ҡыҙырғыһы, театр, ресторандар күргеһе килеп китте. Бала йүргәге йыуып, иренең гудронға буялып ҡатҡан кейемдәрен таҙалап үткән ғүмерен йәлләп, эсе бошто. «Ә ни эшләп Урал бына Ғаяз кеүек түрә түгел? Булдыра алмай, тимәк. Шуға ла, ана, саң эсеп, ҡояшта янып юл түшәй. Изге эш, имеш. Юҡты. Унан башҡа ла табылыр ине әле битумға болғанып йөрөүселәр...»

– Зәлифүк, әйҙә берәй театрға алып барам үҙеңде. Бер ни күрмәй йәшәйһеңдер, атыу. Унан берәй ҡунаҡханала номер алам. Бөгөн ҡайтмайһың бит инде?.. – Ғаяздың тауышына һиҫкәнеп китте ҡатын. Театр! Студент сағынан бирле булғаны юҡ бит. Ихлас ризалашты. Спектакль барышында ирҙең бер өҙлөкһөҙ шылтыраған телефонына ла, уның йыш-йыш сәғәтенә күҙ һалыуына ла иғтибар итмәҫкә тырышты Зәлифә. Уға рәхәт ине.

Ҡупшы ҡунаҡхана бүлмәһендә үткән төн дә уның бер төндәренә лә оҡшамағайны. Уға шулай тойолдо. Ысын бәхеттең татлы тәмен дә тап ошонда татығандай булды. Йән һөйгәне ҡосағында. Күптән донъя мәшәҡәтенә генә сумып көн иткән ҡатынға барыһы ла иҫ киткес тәьҫир итте. Иртәнге йоҡоһонан уҡ һағынып торғайны Ғаязын. Бығаса Уралының: «Йоҡомдан торғансы уҡ һағынам үҙеңде, эштән дә юҡһынып ҡайтам, хатта янымда сағыңда ла һине һағынып йәшәйем», – тигән һүҙҙәрен бер ҙә ысынға алғаны юҡ ине. Ысын һағыныуҙың ни икәнен белеп тә бөтөрмәгән булған бит, хыялый! Әле килеп аңланы.

– Миңә ҡайтырға кәрәк! Кәләш шылтырата, – Ғаяз һикереп тороп кейенергә тотондо. – Тун ҡарарбыҙ ти ине, онотҡанмын бит...

– Яратаһыңмы? – Көтөлмәгән был һорауҙан ир заты аптырашта ҡалды.

– Кемде?

– Ҡатыныңды.

«Уның менән йәшәһәм дә, һаман һине яратам» тигән һүҙҙе көткән Зәлифәне ишеткән яуабы бөтөнләй шаңҡытты.

– Ниндәй яратыу, Зәлифуш? Юҡ бит ул яратыу. Мөхәббәт тигәндәре лә юҡ. Кешеләрҙе ҡуш инде юҡ-бар уйлап баштарын ҡатырырға. Күберәк аҡса эшләү, мал табыу тураһында уйлаһалар, арабыҙҙа байҙар күберәк, ә фәҡирҙәр бөтөнләй булмаҫ ине...

«Бына һин дә дүрт йыл буйы бер пәлтәлә йөрөмәҫ инең...» – былары ҡатындың үҙе хаҡында эсенән уйлаған уйҙары ине.

Ғаяз көҙгө алдында бөтөрөлдө:

– Ә ҡатын-ҡыҙға килгәндә, – тине ул, – улар күп ул миндә, Зәлифәкәй, бөтәһен дә ярата башлаһаң, яратыуын етмәҫ. Йә, ярай, мин киттем. Хуш! Асҡысты тапшырырға онотма!

– Ғаяз!..

Шап итеп ябылған ишек артында аяҡ тауыштары ғына ишетелеп ҡалды. Карауатта һеңгәҙәп оҙаҡ ятты ҡатын. Биттәре, муйыны буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыйырға теләмәне. Аҡһындар әйҙә. Күптән былай илағаны, ғәрләнгәне юҡ ине уның. Уралы ошолайтып сығып китһә лә еңелерәк булыр ине, сөнки күңелендә Ғаязға булған һөйөүе, уның ҡасан да булһа әйләнеп килеренә өмөтө тере ине бит. Әле иһә бер ни ҡалманы. Йөрәген йолҡоп алып киттеләр. Хистәрен тапап, үҙен мыҫҡыл итеп.

Ауыр уйҙарынан телефон тауышы араланы. Иренән смс-хәбәр икән. «Белһәң ине нисек һағындым!» Бығаса уның ошондай смс-тарын яуапһыҙ ҡалдыра торғайны. Әле ошо бер-нисә һүҙ уға тереһыу кеүек булды. Ҡалтыранған ҡулдары менән яуап яҙҙы: «Мин дә!» Ҡыҫҡа ғына ошо хәбәр бығаса тәңгәл генә барып та тоташа алмаған ике юлды бергә ҡушмағанда ла, киҫештерҙе...

Ҡунаҡхананан сыҡҡас, тупһаһында оҙаҡ тапанып торҙо ҡатын. Нисәмә йылдар буйы күңел түрендә һаҡлап йөрөткән хистәренән төңөлгәйне инде. Ымһындырып, үҙен бөтөнләй сит тарафҡа әйҙәп, ире менән араларын алыҫлаштырып торған хыялын аҙаштырып, Зәлифә ары атланы...

Лена Хәйруллина.

Автор:
Читайте нас: