Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2025, 08:50

“Һәр яҡты көнөмә риза булып йәшәйем...”

 Тәбиғәттең дә кешенеке кеүек зирәклеге барҙыр тип уйлап ҡуяһың. Тирә-яҡтағы аҡлыҡ күңелгә ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫлыҡ һиллек, тынлыҡ ипкене һала. Ярһыу яҙ һымаҡ осонмай ҙа, шашынмай ҙа; йәй һымаҡ ҡыҙҙырмай ҙа, яндырмай ҙа. Һикәлтәле ауыр тормош юлын үтеп, үтелгәндәрҙе байҡап, фәһем алырлығын балаларға фәһем итеп, ғибрәт булырҙай һабаҡтарын ғибрәт итеп, ипле генә итеп нәсихәттәрен еткереп, кәңәш-төңәштәрен биреп, көнкүреш ығы-зығыға артыҡ ҡыҫылмай, донъя эшенән, рухи яҡтан бер ни тиклем өҫтөн булып, матур ҡартайған, үҙе булған ерҙә ҡот уйнатҡан инәй-олатайҙар, шөкөр, бар әле арабыҙҙа.  Һөйөш ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә 95 йәшен билдәләгән Рәхилә Хәйрулла ҡыҙы Солтанғолова- Һөйөшеваның да тормошо еңелдән булмай.

Дүрт балалы ғаиләлә донъяға килә ул. Аслығын да, яланғаслығын да күреп, заманына күрә бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған быуын вәкиле  булараҡ, бала сағы, үҫмерлек осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә.

  - Нимәһен һөйләһең инде был тормоштоң? Йәшлегебеҙ этлектә үтте. Тормош ошолай була икән тип, бар нәмәгә күнеп йәшәнек. Хәҙер уйлаһаң, ул ауырлыҡтарҙы ҡалай күтәрҙек икән тип, үҙебеҙгә үҙебеҙ хайран ҡалабыҙ.

Йәшләй генә колхоз эшенә егелдек. Бесән дә саптыҡ, ураҡ та урҙыҡ, малын да ҡараныҡ, кәбән дә ҡойҙоҡ.

 Еңел булманы, һуғыш ваҡытында үҫкән балалар бит беҙ. Атайым 78 йәштә китте, әсәйем 96 йәшкә тиклем йәшәне. Фитрат тигән ағайым булды, һуғышта өс тапҡыр яраланып ҡайтып, һикһәнгә етеп баҡыйлыҡҡа күсте. Хәҙисә тигән апайыма ла ауыр эш күп тәтене. 16 йәшлек кенә үҫмер ҡыҙға ҡырҡ күбә бесән эшләргә план бирәләр ине. Атайым 60 күбә эшләп тапшыра.  Икеһенә 100 күбә эшләйҙәр, ат юҡ, техника юҡ. Шул ауырлыҡтар сыныҡтырғандыр инде беҙҙең быуынды.

 Әйүп тигән мырҙам бар ине, уның менән икәүләшеп етәкләшеп урманға бәпкә, йыуа, ҡуҙғалаҡ йыйырға йөрөй торғайныҡ. Ныҡ ауыр замандар булды. Һуғыш һуңынан да, ил аяҡҡа баҫҡансы, еңел булманы. Туҡтауһыҙ түләү менән дә аптыраттылар ул осорҙа. Бер һыйырға туғыҙ килоға яҡын май тапшырабыҙ. Үҙебеҙгә ҡул майларға ла май ҡалмай. Һыйырың бармы-юҡмы, һорап та тормайҙар. Булмаһа ла, хөкүмәт талап итә.  Бирмәҫ инең, һыйырҙы тартып алалар. Ҡурҡып йәшәнек.

 Күнәккә май йыйып, Ырғыҙлыға алып барып тапшырабыҙ.  Әсәйем рус телен белмәй, үҙе менән мине лә эйәртә.

 Баҡса үҫтерҙек. Картуф, ҡабаҡ сәсеп, шуның менән көн иттек. Икмәкте бик һирәк күрҙек.

 Әйүп мырҙам менән иген, тары утауға йөрөнөк. Эш өсөн йөҙәр грамм он бирәләр, шуға барабыҙ. Баҫыуҙы тотош билсән баҫҡан. Әйүп, бала бит инде, гел тарыһын ғына йолҡоп, өйөп һала ла ҡуя. Нишләп ҡыйын утамайһың тип асыуланһам, ҡулды сәнсә бит уныһы тигән була, - тип һыҙланыу менән хәтерләй Рәхилә инәй бала сағын.

 Белемгә ынтылыштары булһа ла, уҡыу эләкмәй уларға. 4 класс ҡына уҡырға тура килһә лә, шул йылдар бала күңелендә мәңгелеккә йылы хәтирәләр ҡалдыра, Рәхилә инәй уҡытыусыларын  әле булһа тәрән хөрмәт менән иҫкә ала:

 - Һуғыш ваҡыты, уҡытыусылар алмаш-тилмәш килә. Бөрйәндән дә килеп уҡыттылар, Белореттан да. Асия тигән класташым менән “яҡшыға” ғына өлгәштек. “Бишле”не шулай ти торғайныҡ.

 Сәрмәндән Зәйнулла тигән уҡытыусы ла килеп эшләне. Ул бахыр ҙа кейемһеҙ, өшөй. Беҙ ҙә өшөйбөҙ. Бер әбей менән мәктәпте ҡарап торҙолар.

Дүрт бала уҡыйбыҙ, мәктәп утын яғып йылытыла. Бүлмә йылынып өлгөрмәгән булһа, дүртәүләп мейес башына менеп ултырабыҙ...

 Тәүге уҡытыусым Төпсәндән Әлимғол тигән ағай ине. Һуғыш башланғас, фронтҡа китте. Шул дәрес һаман күҙ алдымда: күңеле тулышып, үҙе әйтә алмағасмы, “Балалар, һуғыш ҡаты, ауыр бара. Мин  дә китәм, илде һаҡларға кәрәк. Иҫән ҡайтһам, һеҙҙе килеп күрермен” тип таҡтаға яҙғайны...Күҙе тулы йәш... Иҫән ҡайтты мөғәллим ағайыбыҙ, ҡартайып баҡыйлыҡҡа күсте.

 Һуғыш бөткәс, Фитрат ағайым колхоз рәйесе булып эшләне. Ул вазифалы булғас, туғандарын үҙенсә ҡурсыны, башҡа ҡыҙҙар 14 йәшендә эшкә төшһә, мин 16 йәштән эшләнем. Ағас ҡырҡыуҙар башланды, йүкә һыҙырҙыҡ, ҡап һуҡтыҡ. Уларҙы промартелгә илтеп тапшырабыҙ, әҙме-күпме түләгән булалар. Күлдәк-ыштанлыҡ тауар алып, тектереп кейәбеҙ... Киндер күлдәк, киндер ыштан кейеп үҫтек. Әсәйем дә егәрле, йүнсел булды, үҙе киндер һуға торғайны. Башҡалар кейемһеҙ йонсоғанда, беҙ киндер булһа ла, кейемле булдыҡ. Хәҙер иҫләһәң, ышанырлыҡ та түгел һымаҡ...

 Үтелгән ғүмер йылдарын барлау еңел булмаһа ла, ҡәҙерле кешеләре менән бәйле хәтирәләрен яңыртып, йыш ҡына балаларына элеккеләрҙе һөйләп ала ул.

  Рәхилә инәй тәүге никахы менән оҙаҡ тормай. Бөрйән районы Ҡотан ауылына килен булып төшә ул тәүҙә, унда туғыҙ ай ғына тормошта була. Ауылға кире ҡайтҡас, күп тә тормай, дүрт бала менән яңғыҙ ҡалған Нуритдин тигән тол иргә тормошҡа сыға. Иң өлкәне 7 йәштә булһа, бәләкәсе - бер йәшлек кенә сабый.

 - Нуритдин ағай тип, ҡатынына еңгәй тип йөрөй торғайным. Бик матур татар ҡатыны ине. Әсәйһеҙ ҡалған дүрт баланы йәлләнем. Өйҙәренә барғас, бер йәшлек Рафиғымды ҡулыма тотторҙо. Шөкөр, балалар ҙа тиҙ өйрәнеп китте. “Апай” тип әйттеләр. Уртаҡ тағы дүрт балабыҙ тыуҙы, бөтәһе һигеҙ бала үҫтерҙек. Егәрле булдылар балаларым. Береһе лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Барыһын да башлы-күҙле итеп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙыҡ.Улдарымдан да, ҡыҙҙарымдан да, килен-кейәүҙәрҙән дә уңдым. – Рәхилә инәйҙең күңел ҡәнәғәтлеге йөҙөндә лә сағыла.

 Ҡарты Нуритдин олатайҙы ла тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала:

- Ныҡ егәрле, тырыш, белемле уҙаман булды. Балаларҙы ла эшкә өйрәтте. Һөйөш бөткәс, Һүрәмгә күстек. Унда ла матур итеп донъя ҡорҙоҡ, - ти ул. Нуритдин олатай үлгәс тә, Рәхилә инәй донъяһын туҙратмай, бер үҙе тарта. Аҙағыраҡ, өлкәнәйеп ярҙамға мохтаж була башлағас ҡына, Мораҡҡа балаларына күсеп килә. Ҡыҙҙарының, улдарының ҡәҙер-хөрмәтенә, иғтибарына төрөнөп, тыныслыҡта ғүмер итә. Уның бөгөнгө көндә 24 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре бар.

 - 95 йәште тултырып, 96-ға ҡарағанмын, 96 көн йәшәгән һымаҡ та түгел, үкендерә был ғүмер. Үткәндәр бик үкенесле булһа ла, һәр яҡты көнөмә риза булып йәшәйем. Йәштәргә шуны әйтер инем: матур ғаилә ҡороп, парлы булып йәшәгеҙ, үҙ балаларығыҙҙы үҙегеҙ үҫтерегеҙ, тырыш булығыҙ, эште һөйөгөҙ, егәрле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай ул.

Донъялар имен торһон, илебеҙгә тыныслыҡ килһен ине – ятһам да, торһам да шул бер теләк, - ти быуатҡа яҡын ғүмер кисергән Рәхилә инәй теләктәрен еткереп.

 Милләтебеҙҙең ниндәй осорҙа ла һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, һынмаҫ рухлы булыуы ысын мәғәнәһендә һоҡландыра. Заман ауырлығына зарланғанда ҡаһарманлыҡҡа тиң тормош юлы үткән инәй-олатайҙарҙың ни тиклем дә көслө рухлы булыуҙарын  йышыраҡ иҫкә төшөрәйек.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас