Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2025, 10:07

Маҡсаты – кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеү

 Һаулыҡ һағында тороусыларҙың эше бер ҙә еңелдән түгел. Әммә кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу, тирә-яҡҡа шәфҡәт нурын өләшеү ниәтенән күп йәштәребеҙ тынғыһыҙ, ауыр һәм яуаплы өлкәне һайлай.  Һатлыҡ ауылында тыуып, йәмле Бикбулат ауылында буй еткергән Илмира Аҡназарова ла киләсәктә иңдәренә аҡ халат элеп тирә-яҡҡа изгелек ҡылыу маҡсаты менән медицина юлын һайлай. Баҫалҡы, тыйнаҡ холоҡло башҡорт һылыуы Ырымбур медицина университетының педиатрия факультетында 3-сө курста уҡый.

Маҡсаты – кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеүМаҡсаты – кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеү
Маҡсаты – кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеү

 Юлиә Хәсән ҡыҙы менән Илдар Рауил улы Аҡназаровтарҙың ишле һәм татыу ғаиләһендә иң өлкән бала булараҡ, бәләкәстән ата-әсәһенең ҡул араһына инеп, ауыл эше менән нығынып үҫә. Бикбулат ауылы мәктәбендә төплө башланғыс белем алған ҡыҙға артабан Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡыуы ла еңел бирелә. Гимназияла инглиз, рус һәм башҡорт теленән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Инглиз теленән “Урал батыр” эпосы конкурсында сәхнәләштерелгән өҙөктәрҙә ҡатнашып, күп кенә еңеүҙәр яулай улар. “Был наҙлы телгә һөйөү уятҡан Фәимә Заһит ҡыҙы Мусина беҙгә тормош мәктәбен дә уҡытты” ти Илмира үткәндәрҙе иҫләп.

 Гимназияны ҡыҙыл аттестат, алтын миҙал менән тамамлаған тырыш ҡыҙ һөнәр һайлау мәсьәләһен! бик етди ҡарай. Гуманитар фәндәр уға еңел бирелһә лә, мәктәптә уҡыған мәлендә биология фәненә эҫенеп, был яҡтан үҙен көслө тойған һылыу медицина өлкәһенә туҡтала.

- Һөнәр һайлауы – бик ауыр эш. Был хаҡта күп уйландым. Әммә нисектер күңелемә табип һөнәре яҡыныраҡ тойолдо. Атай-әсәйем дә был теләкте нығыраҡ хупланы, - ти ул.

 Дөрөҫ, бөтөнләй сит-ят тойолған күрше өлкәлә, Ырымбур медицина университетының 1-се курсында белем эстәй генә башлаған мәлдә бар ҙа еңел булмай.

- Яңы ғына мәктәптән сығып, күнегелгән уҡытыусыларҙан, яратҡан кешеләрҙән, үҙ ояңдан айырылыуы һәр кемгә ауырҙыр ул. Медицина өлкәһен һайлағанда, шул тиклем дә күп уҡырға, даими мәғлүмәт тупларға кәрәктер тип күҙ алдыма ла килтермәгәйнем. Хәҙер 3-сө курсҡа еткәс, үҙемдең дөрөҫ юлда икәнлегемә нығыраҡ төшөнәм, бик шатмын. Күпселек ваҡытыбыҙ уҡып, белем эстәп үтә. Уҡырға бергә килгән ҡыҙҙар менән күрешеп һөйләшергә ваҡыт та етмәй. Был университетта Күгәрсен районынан мин бер яңғыҙым түгел. Күгәрсен ауылынан Азалия Якиева менән бер төркөмдә уҡыйбыҙ. Класташтарым Настя Филиппова менән Катя Арестова дауалау факультетында, беҙ Гөлназ Айытҡолова менән педиатрия бүлегендә белем алабыҙ. Дөйөм ятаҡта йәшәүе оҡшай, йәшәр һәм уҡыуға әҙерләнер өсөн бөтә шарттар бар. Декабрь айында сессияны уңышлы тапшырып, әлеге ваҡытта өр-яңы дәрт менән уҡып киткән мәлебеҙ, - ти Илмира Аҡназарова.

 Киләсәктә медицина юлын һайларға теләгәндәргә студент ҡыҙ биология һәм химия фәнен ныҡлап өйрәнергә кәңәш итә. Үҙе биология фәненән гимназияла төплө белем биргән иң яратҡан уҡытыусыларының береһе – Альбина Арыҫланбәковаға; бәләкәс кенә уңыштарын күреп алып, йылдар дауамында уны үҫтерә белгән, ҡанатландырған ата-әсәһенә, йән йылыһын өләшкән ҡустыһына, һылыуҙарына сикһеҙ рәхмәтле.

 Ысынлап та, алсаҡ йөҙөнән серле бер мөләйемлелек, осҡонло күҙҙәренән йәшлек дәрте бөркөлгән Илмираға үҙе һайлаған аҡ халаты бик килешеп тора. Татыу ғаилә усағында ата-әсәһенең, үҙенән кесерәк туғандарының сикһеҙ күңел йылыһын, һөйөүен тойоп үҫкән, ғүмерен һаулыҡ һағына бағышларға ниәтләп, әлеге ваҡытта фән тауҙарына ҡыйыу үрләгән маҡсатлы ҡыҙҙан төплө белемле, кешеләргә, балаларға һәм ата-әсәләргә мәрхәмәтле, шәфҡәтле табип сығырына шигебеҙ юҡ.

 

 Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап...

Ғөмүмән, үҙен еребеҙ, тирә-яғыбыҙ тураһында хәстәрлек күреүгә бағышлаған йомарт һәм алсаҡ күңелле Айнур Исхаҡов, энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң белем эстәүҙән һис арымай-талмай, унан тормош йәмен табыусы Илмира Аҡназарова кеүек йәштәргә ҡарайһың да, һоҡланаһың, ғорурланаһың... Тап ана шул, яҡты маҡсаттарға ынтылып, тормош юлынан ҡыйыу атлаған йәштәребеҙ бит беҙҙең дүрт күҙ төбәп торған өмөтөбөҙ, киләсәгебеҙ!

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фотолар – шәхси архивтан.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас