Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2025, 06:28

Мәҙәниәт усағы – ауылдың йөрәге

 Күгәрсен ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша. Ул эшләй башлағандан алып юлдарҙы ремонтлау, балалар өсөн майҙансыҡтар төҙөү, янғын тағылмаһын алыу кеүек мөһим проекттар уңышлы тормошҡа ашырылды ла инде.     2025 йылда Үрге Сирбай ауылы халҡы “Ауыл клубының ҡыйығын алмаштырыу” проекты менән был программала ҡатнашыу теләген белдерҙе. Был мәсьәлә сирбайҙар өсөн бик көнүҙәк: клубтың ҡыйығы авария хәлендә, бина эсендә һыуыҡ, бинаға капиталь ремонт күптән эшләнмәгән. Ә клуб - ауылдың йөрәге, уның мәҙәни үҙәге булып тора. Унда ижади тормош ҡайнай, Сирбай ауылы үҙенең таланттары менән генә түгел, ә бай мәҙәни йолалары менән дә данлыҡлы. 

Мәҙәниәт усағы – ауылдың йөрәгеМәҙәниәт усағы – ауылдың йөрәге
Мәҙәниәт усағы – ауылдың йөрәге

13 ғинуарҙа ауылда халыҡ йыйылышы уҙғарылды. Ййылыусылар алдында Күгәрсен ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәрипов һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллина сығыш яһаны. Уларҙың сығышы ауыл халҡын ошо проектта ҡатнашырға дәртләндерҙе.

 Үрге Сирбай ауылы халҡына был мөһим проектты тормошҡа ашырыу өсөн берләшеп, еңеп сығырға һәм уйланылғанды уңышлы тормошҡа ашырырға насип булһын.

Әлисә МАННАНОВА.

Автор:
Читайте нас