Чапаев ауыл биләмәһе башлығы Любовь Назарова әйтеүенсә, Подгорный ауылы халҡы бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф түгел. Улар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу хаҡындағы хәбәрҙе йәнә дәррәү күтәреп алған, инициатив төркөм һайланған. Ниәттәре изге: конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта, ауылдағы зыяратты тимер ҡойма менән кәртәләү.
- “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы беҙгә изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ, - ти Любовь Вячеславовна.