Атаһы һуғышҡа киткәндә Фәрит ағайға 2 генә йәш була. Ҡәҙерле кешеһенең аяғына ултыртып, һикерткән саҡтарын хәтерләй ағай: “Атайымдың аҡ йөн ойоғо ғына хәтергә уйылып ҡалған, шул саҡ нишләп битенә ҡараманым икән? Исмаһам, йөҙө иҫемдә ҡалған булыр ине”, ти ул әсенеп. Күп тә тормай атаһының батырҙарса һәләк булыуы тураһында похоронка килә һәм Фәрит ул замандағы күп тиҫтерҙәре кеүек терәк-таянысһыҙ тороп ҡала.
Мәктәпкә барыр ваҡыт етә, Фәрит ағай әсәһе Хәҙисә инәйҙен тупһала торған калуштарын кейеп уҡырға китә. Уҡытыусы бер нисә дәрестән һуң: “Фәрит, бар ҡайт инде, әсәйеңә калушы кәрәктер", тип ҡайтарып ебәрә. Көн дә аяғына нимә эләгә, шуны кейеп уҡырға йөрөй торғас, үпкәһенә һыуыҡ тейҙерә, уҡый алмай икенсе йылға тороп ҡала. Ул саҡтарҙағы закон менән элек балалар мотлаҡ 7 класс тамамларға тейеш булғандар. Фәрит ағай мәктәптән һуң ауылда мал ҡараусы булып эш башлай.
Ҡышҡыһын быуыны ла нығынып етмәгән үҫмер егетте Кананикольск урманына урман ҡырҡырға ебәрәләр. Унда эш бик ауыр була. Тәүҙә 2-гә 2 метр ерҙе ҡарҙан таҙартырға кәрәк, 15 метрлы ҡарағайҙарҙы 4 урындан ололар быса, Фәрит ботап тора. Әҙер бүрәнәне ололар ат санаһына тейәп, 9 км алыҫлыҡтағы йылға буйына алып барып өйгән арала үҫмер ерҙе ҡарҙан таҙарта тора. Шулай көндәр дауам итә.
Тормош яуаплылыҡ тигән ҡамытты бик иртә кейҙерә ауылыбыҙ балаһына. Әсәһенә терәк, туғандарына таяныс булам тип бик иртә йәштән эшкә егелеп үҫкән ағай егәрле, уңған егет булып буй еткерә. Атайһыҙлыҡ, ағаһының һалдат хеҙмәтенән һуң йылы яҡтарҙа ҡалыуы, апаһының да шул яҡтарға юлланыуы Фәриткә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Хәҙер ул әсәһенең төп терәге, төп ярҙамсыһы. Өйҙәре Эйек ярында ултырғас, яҙғы ташҡын ваҡытында бигерәк этләнәләр. Оло һыу килгән ваҡыттарҙа өйҙәре дер һелкенеп торған мәлдәр ҙә күп була. Ошо мәшәҡәт яҙ һайын ҡабатланмаһын өсөн Фәрит ағай ул өйҙө күсереп һалырға ҡарар итә. Шулай итеп, ун һигеҙ йәшлек егет атаһы һалған өйҙө Эйектән ҡырғараҡ күсерә. Таҡта алырлыҡ хәлдәре булмағас, Ишбирҙе ауылынан 400 ҡабыҡ һатып алып, өй башын шуның менән ябалар. Ярҙам итергә тип өмәгә кешеләрҙең үҙҙәре килгәнен ҙур йылылыҡ менән әле лә хәтерләй уҙаман.
Мораҡта тракторсы, комбайнерға уҡыған егетте өр-яңы “Ҡаҙағстан" тракторына ултырталар, аҙаҡ яңы “Беларусь” та бирәләр. Уның араһында шоферға уҡып алып, Ырымбур өлкәһенән машина менән почта ташый, “ул замандарҙа кешеләр гәзит-журналдарҙы күп яҙҙырҙы, эшләүе бигерәк күңелле булды”, тип шәп саҡтарын һағынып иҫкә ала әңгәмәсем. Нефть беҙҙең яҡтарға килеп еткәс, Эйек аръяғында Гавриловка ауылындағы 9-сы участкаға моторист булып урынлаша Фәрит ағай.
Ошо мәлдәрҙә үҙенең ғүмерлек йәрен - Буҫтыбай ауылынан сибәр, үҙе кеүек уңған Зифа тигән ҡыҙҙы осратып, кәләш итеп ала. Йәштәр Сирбайҙа төпләнеп, дәртләнеп йәшәп ятҡанда, 1961 йылдың 25 декабрендә Фәрит ағай бик ҡаты ауырып китә. Мәктәпкә барлы-юҡлы аяҡ кейемендә йөрөү, урман ҡырҡыу, уның араһында Түкәттә йәшәгән апаһына ла ярҙам итеү эҙһеҙ үтмәгәндер, күрәһең. Табиптар Ишембайға Фәрит ағайҙың яҡындарын саҡыртып, “Ғүмере күп ҡалманы", тиҙәр. Фәрит ағай: “Зифа еңгәң килде, беренсе балабыҙға ауырлы ине, мин әйтәм, ярар, мине матурлап алып ҡайтып ҡуйырһығыҙ, тип ҡалдым уларҙы оҙатҡанда”, ти ул саҡтарҙы хәтерләп. Ағайыбыҙ дауаханала 11 ай ята, әсәһе, ҡатыны, балаһы бәхетенә дауалар килешеп, хәле арыулана. Ағай дауаханала ятҡанда Зифа еңгәй тәүге балаһын таба, Хәҙисә инәй килене менән бәпесте үҙе барып алып ҡайта. Ғүмере буйы һыйыр һауған, ҡулы эштән башҡаны белмәгән инәйгә был ҙур бәхет була.
Бөтә яҡындары бәхетенә Фәрит ағай шәбәйә. Улар Зифа еңгәй менән артабан да дер һелкетеп эшләйҙәр, геүләтеп донъя көтәләр. Донъя мәшәҡәттәрен йырып сығып ҡына торалар. Фәрит ағай йәштән бик тәүәккәл кеше була. Бына ошо миҫал ғына уның тап ут сәсрәтеп торған ир-егет икәне тураһында һөйләп тора. Эйек аръяғында “Заготскот" тигән мал ҡабул итеү пункты була торғайны. Фәрит ағай ҙа әсәһе Хәҙисә инәй менән үҙҙәренең үгеҙ малын шунда алып барып һатырға уйлайҙар. Малды Эйек аша машиналар йөрөй торған ағас күперҙән алып сығырға кәрәк. Фәрит ағай малды етәкләгән, инәй арттан ҡыуа. Теге яҡҡа сығып еттек тигәндә генә үгеҙ баҫманан атламай ҙа ҡуя икән. Ағайыбыҙ аптырағас, баҫманың таҡталарын ҡутарып алған да, үгеҙҙе ярыҡтан һыуға төртөп төшөргән. Һыуға ҡолаған малды һыуҙан ҡыуып сығарып ары киткәндәр.
Йылдар үтә тора, ғаилә ҙурая, балалар өсәү булып китә, Фәрит ағай менән Зифа еңгәй икәүләшеп фермала 70-кә яҡын быҙау ҡарайҙар. Йәш быҙауҙарҙы бәләкәй бала тәрбиәләгән кеүек бағалар, фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәттәре лә бушҡа булмай уларҙың. Йыл һайын юғары һөҙөмтәләргә ирешәләр, малдары көр, үҙҙәренең эш хаҡы ҡәнәғәтләнерлек була. Ғөмүмән, нимәнәндер риза булмау, юҡ-барға дәғүә итеү Вәхитовтар ғаиләһенә хас түгел. Булғанына шөкөр итеп, булмағанын үҙҙәренең хәләл көсө, тырышлығы, уңғанлығы менән булдырып, артабан донъяларын бөтәйтәләр. Коляскалы мотоцикл алып ебәрәләр, еңел машина алырға хыялланалар. Хыялланыу, аҡса хәстәрләү бер нәмә. Ул заманда машина алыр өсөн рөхсәт алырға кәрәк була. Бик күп тупһаларҙы тапайҙар, совхоздан, силсәүиттән, милициянан характеристика юллайҙар. Райсовет та рөхсәт иткәс, банктан 7,500 һум түләнде тип ҡағыҙ яҙҙырып алалар ҙа Өфөгә машина алырға китәләр. Ауылдашы, күршеһе Миҙхәт ағай менән йәшел “Москич" алып ҡайтҡас, Зифа еңгәй ышанмай, аптырап китә. Шулай итеп, егәрле һәм тәүәккәл Вәхитовтар беренселәрҙән булып машиналы була.
Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән, тигән бик тапҡыр мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Ошо алтын һүҙҙәрҙә әйтелгәнсә, Фәрит ағай тыуған ауылын, Зифа еңгәй килен булып төшкән ерен йәмләп, уның ҡотон арттырып, торған ерҙәрен данлап йәшәйҙәр.
Вәхитовтар үҙҙәре кеүек бар яҡлап уңған ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Улдары Фәнил бухгалтер һөнәрен ала, тәүҙә колхозда, артабан 30-сы күпер төҙөү ойошмаһында эшләй. Фәнилдең тормош юлдашы - Күгәрсен ауылының уңған ҡыҙы Фиягөл дә был ғаиләгә килен булып төшөп уңды. Сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙҙы Фәрит ағайҙар ғаиләһе үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итте. Ҡайны, бейем менән ун ике йыл бергә йәшәй Фиягөл. Бөгөн дә улар Фәрит ағайға, Зифа еңгәйгә терәк булып, Сирбайҙа ғүмер итәләр. Стәрлетамаҡта педагогия училищеһын тамамлаған Фиәгөл күп йылдар Сирбай мәктәбендә эшләй. Улар өс балаға ғүмер бүләк итте.
Оло ҡыҙҙары Гөлнара Мораҡта Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡыта, тормош иптәше менән Әлмәс ауылында гөрләтеп донъя көтәләр.
Икенсе ҡыҙҙары Гөлнур ҙа – уҡытыусы, Күгәрсен урта мәктәбендә директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара, тормош иптәше менән Етебулаҡ ауылында йәшәй. Ата-әсә өсөн баларының кеше араһында абруй-хөрмәт ҡаҙанып, матур итеп эшләп йөрөүҙәренән, күркәм донъялар ҡороп, гөрләтеп йәшәп ятыуҙарынан, береһенән-береһе уңған балалар үҫтереүҙәренән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! Зифа еңгәй менән Фәрит ағай өс балаһы – өс тағанының матур итеп ҡорған донъяларына һоҡланып, ғорурланып, ейән-ейәнсәрҙәренең улар өсөн өҙөлөп торғандарына ҡыуанып ғүмер итәләр.
Фәрит ағай үҙ баларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, туғандарына ла ҙур терәк-таяныс. Унан һис бер ваҡытта ла зарланыуҙы, нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдереүен ишетмәҫһең, хәйер, ваҡытын ундай юҡ-барға тәләф итеп тә тормай. Һикһән алтыһы менән барһа ла, һаман мал аҫрай, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, бесәнен дә саба, көтөүен дә көтә. Йылмайып, эргәңдән йүгерә-атлай үтеп киткән Фәрит ағайҙы күрһәң, бер нисә көнгә етерлек дәрт һәм дарман алаһың. Үҙ ерен, үҙ илен, ғөмүмән әйткәндә, тормошто яратҡан кешеләр генә тап шулай булалыр ул. Декабрҙә һикһән бишен лайыҡлы ҡаршылаған ил ағаһы бөгөн дә үҙенең тормош юлы, йәшәү рәүеше, фекерләү ҡеүәһе менән йәштәреңә алмаштырғыһыҙ һәм күптәргә – урта быуынға ла, йәштәргә лә, балаларға ла өлгө, ҙур үрнәк булып тора. Матур ғаиләңә кәрәк, туғандарыңа терәк булып, артабан да именлектә йәшәргә яҙһын, Фәрит ағай!
Фәниә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Үрге Сирбай ауылы.