Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар 2025, 07:00

Иң ҙур бәхет бит ул – ярты быуат Парлап атлау ғүмер юлынан!

Үҙҙәренең матур булмыштары, намыҫлы хеҙмәттәре менән район халҡы алдында абруй ҡаҙанған күркәм пар ул – Мораҡ ауылында ғүмер иткән Байназаровтар.

Иң ҙур бәхет бит ул – ярты быуат  Парлап атлау ғүмер юлынан!Иң ҙур бәхет бит ул – ярты быуат  Парлап атлау ғүмер юлынан!
Иң ҙур бәхет бит ул – ярты быуат Парлап атлау ғүмер юлынан!

1953 йылда Күгәрсен ауылында бар ғүмерҙәрен тырыш хеҙмәткә арнаған Шакирулла бабай менән Хәсбикамал инәйҙең татыу ғаиләһендә донъяға килгән Нәсимә апай.

Башҡорт кооперативы техникумында бухгалтер һөнәрен алғандан һуң, 1972 йылда йүнәлтмә буйынса район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә ҡайта.

  42 йыллыҡ хеҙмәт стажының 26 йылы әҙерләүҙәр контораһында, 16 йылы Башинформсвязь йәмғиәтенең Мораҡ филиалында уҙа.

Ишбулды ағай 1951 йылда Буҫтыбай ауылында Байназаровтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән.

 Ул мәктәпте тамамлағандан һуң Әлшәй районының Аксеновка совхоз-техникумында  агроном һөнәрен үҙләштерә һәм “Исем” совхозында хеҙмәт юлын башлай. Ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәгән йәш белгес бер аҙҙан әрме хеҙмәтенә алына.

 Армиянан һуң йәш һалдатты Мораҡ ауылындағы 14-се һөнәрселек училищеһына эшкә саҡыралар. Производствоға өйрәтеү мастеры булып, 22 йыл йәш егет-ҡыҙҙарға һабаҡ бирә ул был данлыҡлы уҡыу йортонда.

 Ишбулды Сәмиғулла улының артабанғы хеҙмәт юлы район һәм ҡала-ара элемтә системаһы менән бәйле була. Бында ла ул үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән абруй-хөрмәт ҡаҙана. 

***

1975 йылдың 4 ғинуарында никах, ғинуар аҙағында ҡыҙ, февраль башында егет яғында туй уҙғаралар.

 - 50 йыл илле көндәй ҙә тойолманы , - ти эске матурлығы һөйкөмлөлөк булып йөҙөн яҡтыртҡан Нәсимә апай.

 Ысынлап та, матур ғүмер кисерә ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләгән Байназаровтар.

 Ҡыҙҙары Светлана оҙаҡ йылдар Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Тормош иптәше – Юлдыбай ауылы егете Дәминдәр Искәндәр улы Әминов менән өс балаға ғүмер биргән: оло улдары Урал республика инженерҙар әҙерләү лицейын уңышлы тамамлап, әлеге көндә Екатеринбургта Урал университетында белем ала, эшләп тә йөрөй; икенсе улдары Тимерхан Күмертау авиация колледжында белем ала, армрестлинг буйынса чемпион исеменә эйә; ҡыҙҙары Ләйсән Мораҡ башҡорт гимназияһының 4-се класында уҡый, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең  художество бүлегендә шөғөлләнә.

 Нәсимә апай менән Ишбулды ағайҙың улдары Салауат ата-әсәһенең эҙенән киткән – ул элемтә тармағында тир түгә. Ҡатыны – Мораҡ ауылы һылыуы Альбина Әхәт ҡыҙы үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы, улар ике балаға ғүмер биргән: улдары Инсаф Күмертау авиация колледжында электрик һөнәрен ала, шулай уҡ армрестлинг менән шөғөлләнә, Волга буйы федераль округы буйынса үткән ярыштарҙа еңеү яулай; ҡыҙҙары Наҙгөл Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 7-се класы уҡыусыһы, ул да һүрәт төшөрөргә ярата, сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә шөғөлләнергә ваҡыт таба. 

 Балалары, кейәү-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн генә түгел, барлыҡ туғандары өсөн дә һыйыныр усаҡ булып тора Байназаровтар.

Улар хаҡындағы тулы мәҡәлә гәзитебеҙҙә донъя күрҙе.

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас