Ял көндәрендә Етебулаҡ ауылында “Һырғалаҡ” байрамы үтте. Был шәп сара йәшен, ҡартын, бала – сағаны тау башына йыйҙы. Балалар санала, кәритәлә шыуып арығас, Әбйәлилова Әлиә Дамир ҡыҙы төрлө уйындар, ярыштар үткәрҙе.
Ихлас күңелле хужалар - Зимфира һәм Шамил Мозафаровтар һый-ниғмәт тулы өҫтәл әҙерләп, бөтәһен дә ҡайнар самауыр сәйе, йылы бәлештәр менән һыйланы. Был көндө Етебулаҡ ауылы балаларҙың, өлкәндәрҙең шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Байрам бик күңелле үтте.