Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2025, 09:08

Психолог кәңәше

  "Ысын дуҫтарым юҡ. Яҡшы эш хаҡы юҡ. Машина яҡшы түгел. Лайыҡлы фатир юҡ. Йәшлегем үтте. Һәм быларҙың барыһын да ҡасан да булһа ҡайтарырға өмөт юҡ", ти ине ханым. Һаҡаллы психолог, күҙлеген йүнәтеп, йомшаҡ ҡына яуап бирҙе.

Миңә бер психолог бик оҡшаны. Күңелһеҙ ҡиәфәттә нимәһе юҡлығын һанап йөрөгән бер ханымға ярайһы уҡ позитив нәмә әйтте.

"Ысын дуҫтарым юҡ. Яҡшы эш хаҡы юҡ. Машина яҡшы түгел. Лайыҡлы фатир юҡ. Йәшлегем үтте. Һәм быларҙың барыһын да ҡасан да булһа ҡайтарырға өмөт юҡ", ти ине ханым.

Һаҡаллы психолог, күҙлеген йүнәтеп, йомшаҡ ҡына яуап бирҙе: "Бик күп нәмәләрегеҙ юҡ. Исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин. Дауалап булмаҫлыҡ ҡаты сирегеҙ юҡ. Миллионлы бурыстарығыҙ юҡ. Ауырыу туғанығыҙ йәки бала хәленә төшкән ҡарт-ҡоро өсөн яуаплылығыҙ юҡ. Инвалидлылығыҙ та юҡ. Күп нәмәләр һеҙҙә юҡ. Һәм әгәр ҙә нимә юҡ икәнен яҙһағыҙ, кәйефегеҙ яҡшырасаҡ. Ул әйберҙәр юҡ һәм булмаясаҡ та тигән өмөтөгөҙ бар".

Ханым уйға ҡалды, аңында иҫәпләп, йылмайҙы.

Шуға күрә беҙҙең күп нәмәбеҙ юҡ. Кәрәкмәй ҙә. Ә ҡалғанын эшләп табырға, яҡшыртырға, бүләккә алырға була. Иң мөһиме - иҫән-һау булыу. Яҡындарыбыҙҙың сәләмәт булыуы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас