Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2025, 11:51

Клевер - ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлаусы үлән

Әгәр күрем ваҡытында һыҙланһағыҙ, клеверлы сәй эсегеҙ. Бик ярҙам итә. Клевер йәш ҡыҙҙарға ғына түгел, ә өлкән ҡатын-ҡыҙҙарға ла файҙалы.Ул климакс осоронда хәлде яҡшырта, унда составы буйынса ҡатын – ҡыҙ гормоны эстрогенға оҡшаш матдәләр бар. Шуға күрә ул климакс ваҡытында эстроген етешмәүен ҡаплай.

Клевер - ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлаусы үләнКлевер - ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлаусы үлән
Клевер - ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлаусы үлән

Әммә был ғына түгел, клевер һөйәктәребеҙгә оҙағыраҡ ныҡлы, ә беҙгә йәш булып ҡалырға ярҙам итә. Шуға күрә остеопорозды иҫкәртеү өсөн клеверҙы ҡулланалар.
Мин клеверҙы сәй кеүек әҙерләйем.
300 мл күләмле сәйнүккә 2 аш ҡалағы клевер сәскәләрен һалам һәм ҡайнар һыу ҡоям. Уны таҫтамал менән ҡаплайым һәм 30 минут самаһы төнәткәс, эсәм..
Бал йәки варенье ҡушып эсһәң дә була.
Һау булайыҡ!

Автор:
Читайте нас