Ул 1951 йылдың 22 мартында Күгәрсен ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Илдус ағай бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы, ғәҙел, ярҙамсыл булып үҫә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған егет хәрби булып китә.
Эше, хеҙмәте буйынса Илдус Хәлитовҡа оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа йәшәргә тура килә, әммә хаҡлы ялға сыҡҡас ул тыуған ауылына ҡайта. Тормош иптәше Әсмә апай менән Күгәрсенгә ҡайтып, үҫкән нигеҙҙәрен яңыртып, матурлап алдылар ҙа үрнәк ғаилә булып йәшәп тә киттеләр. Һәр кемгә асыҡ йөҙлө Илдус ағайҙы ауылдаштар яратты һәм ихтирам итте. Мәсеттә, аят аштарында, төрлө осрашыуҙарҙа ауылдаштарына һөйләгән ялҡынлы телмәрҙәре, өгөт-нәсихәттәре, уҡыған доғалары беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби летчиктың ғүмере иртәрәк өҙөлдө. Ләкин ауылдаштары уны онотмай, һәр йыл батыр хөрмәтенә волейбол һәм саңғы ярыштары үткәреп тора. Был саралар йәштәр, балалар өсөн дә бик файҙалы, улар сәләмәт тормош алып барырға, патриотик рухта тормош көтөргә өйрәнеп үҫә.
4 ғинуарҙа Күгәрсен мәктәбенең спорт залында арҙаҡлы ауылдашыбыҙ, хәрби летчик, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Миңлеғәли Шайморатов ордендары кавалеры Илдус Миңлебай улы Хәлитов иҫтәлегенә волейбол ярыштары ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
Күгәрсен ауыл биләмәһе башлығы Шәрипов Айрат Әхәт улының һәм район хакимиәтенең йәштәр эштәре, бәлиғ булмағандар һәм спорт бүлеге начальнигы Лысенко Алина Әхәт ҡыҙының ялҡынлы ҡотлау һүҙҙәре менән башланып киткән сара бик сәмле барҙы. Оҙаҡҡа һуҙылған ярыш аҙағына яҡынлашҡан һайын көсөргәнеш арта ғына барҙы. Бер кем дә еңелергә теләмәй ине. Шулай ҙа һәр ярышта еңеүселәр һәм еңелеүселәр була.
Шулай итеп, беренсе урынды хаҡлы рәүештә Волостновка ауыл биләмәһе командаһы алды. Икенсе урынға Тәүәкән ауылы егеттәре сыҡты. Әйткәндәй, тәүәкәндәр быйыл республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында беҙҙең район данын яҡлаясаҡ. Ошондай бөркөттәре булғанда был конкурста ла тәүәкәндәрҙең еңеп сығыуына ныҡлы ышанабыҙ. Өсөнсө урынға үҙебеҙҙең егеттәр сыҡты. Уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡан, ләкин бик оҫта һәм ихлас уйнаған Ишбирҙе ауыл биләмәһе егеттәрен дә билдәләп үтке килә.
Егеттәрҙең уйынын Абдуллин Зиннур Ҡәйүм улы һәм Миңлеғолов Рамай Ғарифулла улы бик ғәҙел итеп баһаланы. Егеттәрҙе тәмле итеп ашатҡан ашнаҡсыларға ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Батыр рухына бағышланған саранан барыһы ла дәртләнеп таралышты. Спортсыларға алдағы тормоштарында иҫәнлек, күтәренке кәйеф, һәр саҡ шулай әүҙем булыуҙарын теләп ҡалабыҙ.