Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2025, 11:27

ҠАРАҒАТТАН ТӘМЛЕ БӘЛЕШ

Ҡара ҡарағаттан шыйыҡ эслекле (заливной) бәлеш бешерҙем. Эслеге тәмле генә, ҡарағаттың әскелтем тәмен биреп тора.

ҠАРАҒАТТАН ТӘМЛЕ БӘЛЕШҠАРАҒАТТАН ТӘМЛЕ БӘЛЕШ
ҠАРАҒАТТАН ТӘМЛЕ БӘЛЕШ

Ҡамыры:
2 стакан онға 0.5 сәй ҡалағы сода һалып, ярты стакан шәкәр ҡомона бер йомортҡа ҡушып болғатып, шуны онға ҡушып, 200 грамм сливочный маргарин менән баҫтым.

Эслеге:
Минең бәлеш ҙур булғас күберәк эшләнелде : ике стакандай магазин ҡаймағына ярты стакан шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы ванилин, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы крахмал ҡушып бөтәһен дә яҡшы итеп болғатып, табаға йәйелгән ҡамыр өҫтөнә ҡойолдо. Өҫтөнә ҡарағаттар (башҡа емеш-еләк тә ярай) һибеп сыҡтым. Ҡыҙыу духовкала 45 минут тирәһендә бешереп алдым. Һыуытып ашар кәрәк был бәлеште.

Гөлгөнә БАЙЕГЕТОВА.

Автор:
Читайте нас