Һәр йылдағыса күгәрсендәрҙең тамашаһын ҡарарға халыҡ күп йыйылды, спектакль тулы аншлаг менән үтте. Тамашасылар артистарҙың уйынын дәррәү алҡыштарға күмде, үҙҙәренең ҙур рәхмәттәрен әйтте.
Ролдәрҙе Зилә Рәхимова, Наилә Вәлитова, Гөлнара Ваһапова, Зөлфирә Абдуллина, Рәзилә Искәндәрова, Зөлфирә Ҡорбанаевалар бик оҫта итеп башҡарҙы.
Афарин, “Умырзаялар”! Ауыл халҡының күңелен күтәреп, уларға рухи ял бүләк итеүегеҙ, матур йолаға тоғро ҡалып, театр эшен гөрләтеп алып барыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!