Ҡулдарыма Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һибәт Бикбулатов тураһында йәнле яҙма килеп эләккәс (уны Әлмәс ауылында йәшәүсе һәм хеҙмәт итеүсе намыҫлы мәғариф эшсәне Гөлнара Күскилдина тапшырҙы), ҡыуанып киттем. Алыҫ 2000-ләр башында Әлмәс мәктәбендә эшләгән осорҙа тимурсылар командаһы менән фронтовик күршемдең йорт-ихатаһында бер нисә тапҡыр булырға тура килгәйне. Балаларҙан ауыр эш эшләтмәне улар, “бабайым” тип өтәләнеп торған Хәсби инәй үҙе бөхтәлеге, тынғыһыҙлығы менән хайран итә ине. “Бабайым хәҙер аҡрынайҙы, уны ташлап урамға сығып йөрөмәйем, ошолай килеп хәл белеүегеҙ өсөн дә оло рәхмәт, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыуы – үҙе бер ғүмер”, - тип ихлас әйткәндәре, тормош юлдашы, балалары менән сикһеҙ ғорурланыуы бөгөнгөләй хәтеремдә.
Һибәт Бикбулатов тураһында ейәне - Салауат ҡалаһында йәшәүсе Илдар Рәхимғоловтың яҙмаһын “Мораҙым”гәзите баҫмаһы уҡыусылары иғтибарына ла тәҡдим итке килә. Ә баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарынан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы йәнле яҙмалар көтөп ҡалабыҙ. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, үткәндәрҙе онотмайыҡ!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Ҡартайыма Еңеү өсөн рәхмәт һүҙем
Мин һеҙгә үҙемдең ҡәҙерле ҡартайым Бикбулатов Һибәт Сәғит улы тураһында һөйләгем килә.
1923 йылдың 5 мартында БАССР-ҙың Йомағужа районы Бикҡужа ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә бер малай яҡты донъяға килә. Уға Һибәт тип исем ҡушалар. Миңниса Ғәфүр ҡыҙы менән Сәғит Ғәлимйән улы Бикбулатовтарҙың барлығы ете балаһы була. 1930 йылда коллективлаштырыу осоронда улар Күгәрсен районының Әлмәс ауылына күсеп килә.
Был осорҙа аслыҡ йылдары... Тик ни тиклем ауыр булмаһын, изгелекле ата-әсә балаларын уҡытырға тырыша. Һибәт ҡартайым ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Унан һуң колхозда төрлө эштәр башҡара. Һәр саҡ атаһына ярҙам итә, бер эштән дә ҡурҡмай.
Колхоз эшендә нығынған ҡартайым 1942 йылдың мартында Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Тәүге ярты йылда 1095-се Артиллеристар полкында телефонист булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ уларҙы илде һаҡлар өсөн 56-сы нығытылған район ерлегенә ебәрәләр. Мәскәүгә һөжүм итеүсе фашистар менән ҡаты алышта ул ҡаты йәрәхәтләнә. Госпиталдә дүрт ай буйы уны дауалап, хәрби табиптар аяҡҡа баҫтыра. Сафҡа баҫҡас, ул 1076-сы танкка ҡаршы һөжүм итеүсе Изяславль Ҡыҙыл байраҡлы артиллерия полкында разведчик булып хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1076-сы полктың хәрби юлы 1942 йылда Мәскәү ҡалаһы территорияһын һаҡлауҙан башлана. Аҙаҡ, СССР – ҙың Юғары Советы генерал штабының “Совет Армияһының хәрби составы” мәғлүмәтенән полктың 1943 йылдың 1 июненән Воронеж, 1945 йылдың 1 майынан Украина фронтында алышыуын беләбеҙ. Ҡартайым гвардия рядовойы Һибәт Бикбулатов бик күп ҡанҡойошло операцияларҙа, шул иҫәптән Курск дуғаһы алышында ҡатнаша. Бигерәк тә 1945 йылдың ғинуарында башланған Сандомир-Силезск һөжүм итеү операцияһының Украина фронты часының Висла-Одер стратегик операцияһында, Польша территорияһын немец ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша, күп батырлыҡтар күрһәтә.
Әммә ул бер ҡасан да һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашырға яратманы. Шул дәһшәтле йылдар тураһында уға һорау бирһәләр, теләр-теләмәҫ һаран ғына яуаптар, ә кескәй ейәндәре һорау биреп аптыратһа, һүҙҙе мәрәкәгә борорға тырыша ине. Шуға күрә мин Бөйөк Ватан һуғышы темаһына, ҡаты алыштар, хәрби операциялар тураһындағы мәғлүмәттәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән иғтибар бүләм. Унда бит Воронеж һәм 1-се Украина фронттары совет ғәскәрҙәре составында минең ҡартайым да һуғышҡан тип, ҡартайымдың сая рухлы, ҡыйыу йөрәкле ысын яугир булыуына ышанам.
22 йәшлек разведчиктың ҡыйыулығы һәм тапҡырлығы юғары командованиенан килгән награда ҡағыҙында бына нисек һүрәтләнә. “1945 йылдың 30 ғинуарында иптәш Бикбулатов Польша эргәһендәге Поршовидце ҡалаһындағы алышта үҙен ҡыйыу инициативалы яугир итеп күрһәтте. Пехота һәм танктарға ҡаршы атакала 3 пулемётсыны әсирлеккә ала һәм пулемётты ҡулға төшөрә. Шул пулемёт менән ул дошман пехотаһына ҡаршы ут аса һәм 1 офицер, 10 һалдаттан ашыу дошманды юҡ итә. Иптәш Бикбулатов батырлығы өсөн 3-сө дәрәжә Хәрби Дан орденына лайыҡлы”.
“1945 йылдың 25 апрелендә 15:30 сәғәттә Берлинға яҡын Эльбалағы Торгау ҡалаһы эргәһендә 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Америка Ҡушма Штаттарының 1-се армия ғәскәрҙәре менән осраша. Союзниктарҙың осрашыуы һөҙөмтәһендә Германияның Ҡораллы Көстәре 2 өлөшкә бүленә – төньяҡ һәм көньяҡ. Беҙ Эльбала американдар менән осраштыҡ. Өс көн улар менән булдыҡ”, - тип яҙып ҡалдырған ҡартайым үҙенең биографик яҙмаһында.
Ҡәҙерле кешем Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “За отвагу” миҙалы, 3-сө дәрәжә Хәрби Дан һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.
1947 йылдың 27 мартында ҡартайым, рядовой Бикбулатов демобилизацияланып, тыуған яғы Әлмәскә иҫән-һау ҡайтып инә. Данлы яу ҡырынан ҡайтыу менән колхоз эшенә сума.
1948 йылдың июнендә ҡәрсәйем Хәсби Абдулла ҡыҙы менән ҡауышып, туй гөрләтәләр. 1950 йылдың башында уларҙың тәүге ҡыҙҙары, минең әсәйем Тәнзилә донъяға килә. Бөтәһе 6 балаға ғүмер бүләк итә улар.
Ҡартайым Һибәт Сәғит улы тыуған колхозына ла фронттағы һымаҡ ҙур намыҫ менән хеҙмәт итә. Ябай эшсенән рәйес вазифаһына тиклем үҫә. Оҙаҡ йылдар рәйес урынбаҫары һәм колхоз рәйесе булып эшләй. Ауылда уны барыһы ла хөрмәт итә. Халыҡта, район етәкселәре араһында абруй яулай.
- Етәксеме, ябай эшсәнме, ул бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйманы һәм эшһеҙ ултырманы, - тип иҫкә ала әсәйем уны. – Кәрәк булһа, комбайнға ла ултырҙы, Побоищела урман да йыҡты. Завток итеп тәғәйенләнгәс, бөтәһе менән бер рәттән иген таҙартты, ферма мөдире булғас автоматика индерелде. Атайым һыйыр быҙаулағанын да иғтибар үҙәгендә тотто. Ауылдаштары һәр ваҡытта уны үҙҙәренә саҡыртып алыр ине, сөнки мал дауалау буйынса таланты булды. Беҙҙең совхозда урман яғында йылҡысылыҡ фермаһы бар ине, ҡымыҙ эшләү ойошторолдо. Шул саҡта атайым хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, етәксе булырға ризалашты. Ҡымыҙ эшләүҙең ни тиклем ҡатмарлы икәнен дә барыһы ла яҡшы белә. Төн уртаһында ла уянып улар ҡымыҙ бешергә йөрөр булғандар. Шифалы ҡымыҙҙары тирә-яҡта дан алып, бында дауаланырға тип кешеләр алыҫтарҙан килер булған. Ныҡлы, аҡыллы, көслө рухлы атайым бер ваҡытта ла әрләшмәне һәм һүгенмәне, кәрәген генә һөйләп беҙгә аңлатты. Ауыл халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡалалағы хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләргә яратты. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” исемле шиғырының ошо юлы уның девизы булды. Ауыл хужалығын үҫтереүҙә үҙ көсөн һәм өлөшөн индергәне өсөн маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Атайым беҙгә матур тәрбиә бирҙе. Һәр ваҡыт беҙҙең менән әңгәмәләште. Тормошҡа таянып миҫалдар килтерҙе, яҡшылыҡҡа өндәне. Кем генә булһағыҙ ҙа, тормошта үҙ урынығыҙҙы табығыҙ, кеше булып ҡалығыҙ тип йыш ҡабатланы. Ейәндәре, бүлә-бүләсәрҙәренә яҡшы олатай булды.
Фронтовик ҡартайым Бикбулатов Һибәт Сәғит улы лайыҡлы тормош юлын үтеп, 2003 йылдың 8 октябрендә яҡты донъяларҙы ҡуйҙы. Ул Әлмәс ауылы тарихында ғына түгел, ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Яҡын кешебеҙ менән ғорурланабыҙ, уның матур кешелек сифаттарын үҙебеҙгә өлгө итеп алабыҙ.
Илдар РӘХИМҒОЛОВ,
Салауат ҡалаһы.