Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар , 11:05

Афарин, уҡыусылар!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала беҙҙең район уҡыусылары ҡатнашты һәм уңыштар яуланы.

Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!

Быйылғы йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернатында үтте. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы мәктәптәренән 316 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙ белемдәрен һынаны.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 39-сы тапҡыр үткәрелә һәм уны үткәреүҙә Өфө фән һәм технологиялар университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Олимпиаданың муниципаль этабы һөҙөмтәләренә ярашлы, беҙҙең райондан 3 уҡыусы бала төбәк-ара олимпиадаға саҡырылды: Китикова Лиана, Күгәрсен ауылы урта белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы- Сусанина Гөлнур Фәрит ҡыҙы), Мөхәмәтов Ислам, Теләүембәт ауылы урта белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы- Харрасов Замир Дамир улы), Сәйетбатталова Гөлсөм, Мораҡ ауылы М.Ғ.Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы-Нурмөхәмәтова Физәлиә Кинйәғәли ҡыҙы). Ике көн дауамында барған белем ярышында иң яҡшылар билдәләнде һәм талапсан жюри тарафынан Китикова Лиана призер тип танылды, Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Диплом менән бүләкләнде.
Олимпиаданың абруйы үҫеүенә уның Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бойороғо менән раҫланған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә биш йыл рәттән индерелеүе, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһында эшләп килеүсе юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән ваҡытта балдар өҫтәлеүе һәм йыл да Республика Башлығы премияһы тапшырылыуы мәртәбә өҫтәй.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: