Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар , 16:44

“Шәфҡәтлелек шишмәһе”

Бер нисә көн рәттән көслө ҡар яуыуы ауыл халҡы, айырыуса өлкән йәштәгеләр, яңғыҙ ҡатындар өсөн үҙе бер һынау булып тора. Сөнки күп кенә оло йәштәгеләр саҡ атлап йөрөй, ә көслө ҡарҙан һуң улар бөтөнләй өйҙәренән сыға алмай ултырыуы ихтимал. Йомағужа ауылы ирекмәндәре мохтаждарға ярҙам итеү маҡсатында “Шәфҡәтлелек шишмәһе”(етәксеһе – Гөлфиә Садиҡова)  акцияһын ойошторҙо һәм махсус хәрби ооперацияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың яңғыҙ әсәләре - Сикоева Наталья Михайловна менән Мәүлетова Гөлсирә Бәхтиғәни ҡыҙына ярҙамға килде.  Ирекмәндәр ихата алдын, юлды тиҙ арала таҙартып та ҡуйған. Яңғыҙ йәшәүсе өлкәндәр өсөн бындай ярҙам бик кәрәк. Рәхмәт һеҙгә! 

“Шәфҡәтлелек шишмәһе”
“Шәфҡәтлелек шишмәһе”

Бер нисә көн рәттән көслө ҡар яуыуы ауыл халҡы, айырыуса өлкән йәштәгеләр, яңғыҙ ҡатындар өсөн үҙе бер һынау булып тора. Сөнки күп кенә оло йәштәгеләр саҡ атлап йөрөй, ә көслө ҡарҙан һуң улар бөтөнләй өйҙәренән сыға алмай ултырыуы ихтимал.

Йомағужа ауылы ирекмәндәре мохтаждарға ярҙам итеү маҡсатында “Шәфҡәтлелек шишмәһе”(етәксеһе – Гөлфиә Садиҡова)  акцияһын ойошторҙо һәм махсус хәрби ооперацияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың яңғыҙ әсәләре - Сикоева Наталья Михайловна менән Мәүлетова Гөлсирә Бәхтиғәни ҡыҙына ярҙамға килде.  Ирекмәндәр ихата алдын, юлды тиҙ арала таҙартып та ҡуйған. Яңғыҙ йәшәүсе өлкәндәр өсөн бындай ярҙам бик кәрәк. Рәхмәт һеҙгә! 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: