- Күптән түгел ошо проектта ҡатнашыу өсөн дөйөм йыйылыш үткәрелде, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә конкурсҡа тәҡдим ителәсәк проекттар буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Уға тиклем дә халыҡтың фекерен белеү маҡсатында ауылдаштарҙан тәҡдимдәр ҡабул ителде. Күпселек фекер менән Санъяп ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелискыны яңыртыу кәрәклегенә туҡталдыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында эшләнәсәк был эшкә ауыл халҡы бер һүҙҙән тауыш бирҙе.
Шулай уҡ йыйылышта инициатив төркөм һайланды, улар артабан халыҡ араһында аңлатыу һәм эште ойоштороу һорауҙары менән шөғөлләнәсәк.
Был проектҡа әҙерләнеү һәм уны тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарын уңышлы үтербеҙ, тип ышанабыҙ. Конкурстан үтеп, проектты тормошҡа ашырған хәлдә Санъяп ауылы тағы ла йәмләнеп, күркәмләнеп китер ине, - ти Фәниә Әхмәт ҡыҙы.