Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар , 17:18

Йыш шешенәһеңме?

Был ысул һинең өсөн.

1 аш ҡалағы һоло ярмаһын (ул ярма булһа ла, геркулес булһа ла ярай) 1 стакан һыуға һалабыҙ. Унан 15 минут ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ уны һыуытып, 1 балғалаҡ бал һалып болғатабыҙ.

Был төнәтмәне иртән ас ҡарынға аҙ-аҙлап йотоп эсеп бөтөгөҙ. Бындай төнәтмәне эскәндән һуң иртәнге аштан баш тартырға тура килер. Хәйер, һинең үҙеңдең дә ашағың килмәҫ.

Бер-ике сәғәттән һуң битеңдәге шеш таралып юҡ булыр.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:
Читайте нас: