Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар , 09:20

2025 йылда беҙҙе ниҙәр көтә?

2025 йылдың ҡурсалаусыһы - йәшел Ағас Йылан. Ул Көнсығышта аҡыллы, түҙемле һәм тыныс йән эйәһе булараҡ бик баһалана.  Йыланға тәрән аҡыл һәм сабырлыҡ хас. Ул яңы ишектәрҙе, хатта элек ябыҡ булғандарын да еңел асасаҡ, ти астрологтар.  Һыйыр (үгеҙ) йылында тыуғандар өсөн йыл насар булмаясаҡ. Йылан дипломатик бәйләнештәрҙе яйға һалыу өсөн күп мөмкинлектәр бирер. Ә бына башҡаларҙы ни көтә - был хаҡта сайтта.

2025 йылда беҙҙе ниҙәр көтә?
2025 йылда беҙҙе ниҙәр көтә?

Сысҡан

  Йылан йылында эшһөйәрлек хуплана. Финанстарығыҙға иғтибар итегеҙ: ярайһы уҡ имен хәл булыуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә яҡшы һәм насар яҡҡа тирбәлеүҙәр булыуы ихтимал. Күберәк файҙа алыр өсөн сығымдарҙы ентекләберәк планлаштырығыҙ һәм тотороҡло килем сығанағын табығыҙ.

 Дуҫтарығыҙ һеҙгә проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә ала, бының өсөн уларға ҡолаҡ һалырға кәрәк. 2024 йылдан алып хәл ителмәгән эштәр урынынан ҡуҙғалып, тамамланыуға яҡынлашыуы йәки хатта бөтөнләй хәл ителеүе ихтимал. Дөйөм алғанда, йыл яҡшы килер.

 Һыйыр (үгеҙ)

Үгеҙҙәр өсөн йыл да насар булмаясаҡ. Йылан дипломатик бәйләнештәрҙе яйға һалыу өсөн күп мөмкинлектәр бирер. Карьерағыҙҙың күтәрелеүенә бәйле, көнләшеүселәр барлыҡҡа килеүе ихтимал.

 Шулай уҡ 2025 йыл килем йәһәтенән ярайһы ғына яҡшы буласаҡ, айырыуса үҙ эше булғандар өсөн, ә ябай хеҙмәткәрҙәр эш хаҡын арттырыуға дәғүә итә. Үгеҙҙәргә йылан рухи донъяға сумыу, ижад менән шөғөлләнеү һәм ниндәйҙер яңылыҡ булдырыу өсөн бына тигән мөмкинлек бирелә.

 Барыҫ (юлбарыҫ)

  Йылан йылын юлбарыҫтар ярайһы уҡ әүҙем үткәрер. Кешеләр менән аралашҡанда аңлашылмаусанлыҡтарҙан ҡасыр өсөн үҙ фекереңде туранан-тура һәм аныҡ итеп белдерергә кәрәк.

Экстремаль йәки айырыуса хәүефле сараларҙа ҡатнашырға ярамай, барыһын да алдан планлаштырып, уйлап эш итеү яҡшы. Дөйөм алғанда, барлыҡ эштәр ҙә еңел бирелмәйәсәк, күп нәмәне ентекләп уйларға һәм ентекләп планлаштырырға тура киләсәк. Уның ҡарауы, матди хәлегеҙ уҙған йылға ҡарағанда нығыраҡ шатландырыр.

Ҡуян

 Ҡуяндар иркен һулай ала: быйыл, ниһайәт, элекке уңышһыҙлыҡтарға алмашҡа уңыш килә. Һеҙҙе яҡшы кешеләр уратып аласаҡ, уларҙан ярҙам һорай алаһығыҙ. Әгәр һеҙ дәүләт учреждениеларында йәки ҙур компанияларҙа эшләйһегеҙ икән, юғарыраҡ вазифаға үрләргә өмөт итә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙе эш урынында күрһәтергә ҡурҡмаһағыҙ, яҙмыш яҡшы финанс һәм карьера мөмкинлектәренән мәхрүм итмәйәсәк.

Башҡалар менән низағҡа инмәҫкә тырышығыҙ, үҙегеҙҙең хәлегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Киләһе йылда йортоғоҙҙо төҙөкләндереү менән шөғөлләнә алаһығыҙ.

Лыу (аждаһа)

  2025 йылғы аждаһаларға тотороҡлоҡ килтерәсәк, киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәй. Йылдың икенсе яртыһында һөнәри өлкәлә үҫешеү өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Финанс хәлегеҙ ҙә тотороҡло буласаҡ, тик яңы бизнеста ғына ҡайһы бер ҡаршылыҡтар һәм ҡатмарлыҡтар менән осрашыу хәүефе бар. Әммә шул уҡ ваҡытта Аждаһалар дуҫтарының һәм партнёрҙарының ярҙамына иҫәп тота ала.

 Яңы юл һайлағандарға яңы шарттарға һәм ҡағиҙәләргә яраҡлашып китергә кәрәк булыуы ихтимал, әммә һеҙ быны еңел генә үтәрһегеҙ. Сәләмәтлек хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк, айырыуса туҡланыуға иғтибар итегеҙ.

Йылан

 Йылан йылында тыуғандар өсөн 2025 йыл кисерештәргә бай булмаҡсы. Һеҙгә яңы идеяларға һәм башланғыстарға сумырға тура киләсәк, киҫкен боролоштарҙы артыҡ яратмаһағыҙ ҙа ҡурҡырға кәрәкмәй: йондоҙҙар һеҙгә бар яҡлап ярҙам итәсәк. Иң мөһиме - үҙгәрештәргә асыҡ булыу һәм хатта иң көтөлмәгән хәлдәрҙән дә сығыу юлдарын табыу өсөн эске зирәклекте һаҡлау. Һеҙҙең мөләйемлегегеҙ күптәрҙе йәлеп итәсәк, әммә был бер ни тиклем мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырырға ла мөмкин.

 Быйыл йыландарға үҙ тормошо хаҡында, айырыуса эштә, артыҡ хәбәр һөйләмәҫкә кәңәш ителә.

Йылҡы

   Аттар 2025 йылда яңы башланғыстарға тотоноу өсөн  ысын илһам, дәрт тоясаҡ. Быйылғы йыл ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашырыу осоро булыуы ихтимал, шуға күрә, әгәр күптән амбициялы планды билдәләһәгеҙ, хәҙер - уны бойомға ашырыу өсөн иң уңайлы ваҡыт. Һеҙҙе көтөлмәгән осрашыуҙар һәм файҙалы бәйләнештәр көтә, ләкин Йәшел Йылан йылында эш менән шәхси тормош араһында гармония табырға тейешһегеҙ. Карьера баҫҡысы буйлап уңышлы үрләрһегеҙ, шулай уҡ ниндәйҙер яңы өлкәне өйрәнергә, үҙегеҙҙе рухи йәһәттән байытырға тырышасаҡһығыҙ. Быйыл аттар аҡылға, эске һиҙемләүгә таянып эш итәсәк. Үҙенсәлекле булыуҙарын күрһәтеү мөмкинлеге тыуа.

 Ҡуй

 2025 йыл һеҙҙең өсөн тыныс буласаҡ. Тормош йәһәтенән хәл 2024 йыл менән сағыштырғанда яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Килемде арттырыу өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланығыҙ.

 Һеҙҙең ижади ҡарарҙар табыу, етәкселек менән бәхәстәргә инмәү һәләтегеҙ, аҡыл менән эш итеүегеҙ һеҙгә ярҙам итер. Йыл аҙағында ҙур проекттарҙы ышанып тапшырһалар йәки хатта ниндәйҙер мөһим йүнәлешкә етәкселек итергә тәҡдим итһәләр, ғәжәпләнмәгеҙ. Иң мөһиме - тыныс булығыҙ һәм башҡаларға үҙегеҙгә артыҡ күп бурыстар йөкмәтергә рөхсәт итмәгеҙ! Йылан йылына күберәк изге эштәр башҡарығыҙ, шул саҡта уңыш һеҙҙең яҡта булыр.

Маймыл

 Йылан йылында һеҙгә төрлө кешеләр менән бәйләнештәрҙе яйға һалырға һәм яңы танышлыҡтар табырға кәрәк. Ҡайһы берҙә аңлашылмаусанлыҡтар, шул иҫәптән ир менән ҡатын араһында ла, тыуырға мөмкин, шуға күрә аралашыуҙа мөмкин тиклем иплерәк булығыҙ. Киләсәккә пландар ҡороу, уй-фекерҙәрҙе киләсәккә йүнәлтеү, ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнеү өсөн һәйбәт йыл.

 Яңы өлкәләрҙе һәм белемде үҙләштереү, квалификацияны күтәреү карьера үҫеше өсөн этәргес булыуы ихтимал..

Әтәс (Тауыҡ)

 Уңыш көтөлмәгән яҡтан килеүе мөмкин. Башҡа кешеләр менән эш итеү яйға һалынасаҡ, ләкин аралашҡан мөхитте “фильтрларға” кәрәк. Йылан йылы яңы өлкәне өйрәнеү һәм белемде камиллаштырыу өсөн бик яҡшы. Күп кенә башланғыстарҙа һеҙҙе иҫ киткес уңыш көтә, ләкин тырышлыҡ һалһағыҙ һәм лидерлыҡ сифаттарын күрһәтһәгеҙ генә... Был айырыуса карьераға ҡағыла.

 Финанстар йәһәтенән хәл тотороҡло буласаҡ, әммә ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Сәйәхәт итеүҙе планлаштырырға мөмкин, ул хис-тойғоларҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итәсәк. 2025 йылда аҡылға таянырһығыҙ. Үҙегеҙҙең көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр.

Эт 

 Йылан йылында, ниһайәт, эттәр өсөн “аҡ һыҙат” башланасаҡ. Килемде арттырыу һеҙҙең төп маҡсатығыҙ булыр. Быйыл быға тиклем йыйған аҡсағыҙҙы уйһыҙ тотонорға һәм мадти килемегеҙгә еңел ҡарарға ярамай. Яңғыҙ эттәр үҙ яртыһын осратырға мөмкин, әммә был өлкәлә лә тырышлыҡ һалырға тура киләсәк.

 Яҡындарығыҙға ҡолаҡ һалып, улар менән бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ. Карьера өлкәһендә шарттарҙы ҡыйыу рәүештә үҙгәртеп, алға барығыҙ. Ихлас булығыҙ, шул саҡта бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Ҡабан

  Йылдың бик ябай булмауы ла ихтимал, шуға күрә йортоғоҙға бәхет килтергән эштәр менән шөғөлләнергә кәрәк: ғаилә ҡорорға, бала табырға, фатир һатып алырға, ижад менән шөғөлләнергә һ.б...  Бар көстө һалып эшләү - һеҙҙең 2025 йылдың девизы, тырышлыҡ теләһә ниндәй маҡсатҡа ирешергә ярҙам итәсәк. Йылан йылында яҡшы табыш һәм алға китеш талап иткән эшлекле сәфәрҙәр булыуы ихтимал.

  Дөйөм алғанда, йыл сәйәхәт итеү өсөн яҡшы. Һеҙгә ҙур вәкәләттәр бирелеүе мөмкин, шуға күрә эшегеҙҙәге уңыштар ярайһы уҡ яҡшы булыр. Финанстар менән һаҡ булығыҙ, сығымдарҙы ентекле бүлергә кәрәк.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: