❗Бронхиттан. Кәзә һөтөн ҡайнатып, һыуытҡас, бер балғалаҡ бал һәм әҙерәк бурһыҡ майы ҡушып, яҡшы итеп бутарға кәрәк. Шифалы коктейлде бер аҙна буйы көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә тәҡдим ителә.
❗Йүтәлдән. Һөттө ҡайнатып сығарғас, бер аҙ аҡ май һәм кәзә майы ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр эсергә.
❗Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сыға.
‼Кәзә һөтөн һап-һау кешеләргә лә туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә. Ул арыуҙы баҫа, нервыларҙы тынысландыра, депрессиянан арындыра, стрестан һаҡлай. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәлдә эскәндә, был сирҙәр һеҙҙе урап үтер.