Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2024, 10:15

Ололарға килгән Ҡыш бабай!

Яңы йылдан балалар ғына мөғжизә көтмәй, ололар ҙа йыл менән йыл алышынған осорҙа һәр саҡ яҡшыға өмөт итә, шатлыҡ-ҡыуаныстар көтә.

Ололарға килгән Ҡыш бабай!Ололарға килгән Ҡыш бабай!
Ололарға килгән Ҡыш бабай!

Үрге Мөрсәләй ауылында эшләүсе социаль хеҙмәткәр Тәскирә апай һәм Фәнис ағай Янгучуковтар, хат ташыусы Мөхәмәт ағай Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ролен үҙ өҫтөнә алып, ауылдағы өлкәндәргә көтөлмәгән ҡыуаныс алып килгән, байрам кәйефен күтәргән.  Улар 70 йәштән өлкәндәрҙе өйҙәренә барып ҡотлап, бүләктәр тапшырған.

Аҙҙан ғына күңел, аҙҙан ғына хәтер, тиҙәр. Оло кешеләргә изгелек ҡылып, уларҙың да, үҙҙәренең дә, ауылдаштарының да кәйефен күтәргән изге күңелле кешеләргә “афарин!” тибеҙ!

Яңы йыл тыныслыҡ алып килһен, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас