Сара ҡатнашыусылар Фәниә һәм Сәғит Рәхмәтуллиндарҙың шәхси музейы менән танышҡан.
Ойошторусылар ат еккәндә, һыбай йөрөгәндә кәрәкле булған ҡорамалдарҙан, йүкәнән үрелгән септә, арҡан-тышауҙарҙан, ағастан яһалған арба тәгәрмәстәренән, Ҡорбанаевтарҙың ярыштарҙа лайыҡ булған бүләктәре - кубоктар, грамоталар, миҙалдар һәм башҡа әйберҙәренән торған матур күргәҙмә әҙерләгән.
Тамаша барышында башҡорт аттары тураһында тарихи мәғлүмәттәр, йомаҡ-мәҡәлдәр концерт номерҙары менән үрелеп барған.
- Ауыл клубы мөдире Мөхәмәт Шәрипов үҙе гармунда уйнап, “Аҡбуҙат” йырын йырланы. Миңзада Байтуғанова төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән концерт номерҙарын сиратлап тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта залда ултырыусыларға төрлө һорау-йомаҡтар әйтелде, ҡыҙыҡлы хәтерләүҙәрен бүлешергә форсат бирелде.
Гөлфиә Искәндәрова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары Хәлиҙә апай Бикҡолова, Таңһылыу апай Хәмиҙуллина атҡа бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Төрлө ат ярыштарында призлы урындар яулаған, аттар аҫраған Рәфҡәт Ҡорбанаевтың ғаиләһе лә сәхнәгә саҡырып сығарылды.
Район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова йыл буйына эшләнгән эштәргә, осрашыу сараларына йомғаҡ яһаны.
Республикабыҙҙың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның рәхмәт хаттарын, “Киске Өфө” гәзитен алдырыусыларға Яңы йылға бүләк итеп ебәргән календарҙарын тапшырып ҡыуандырҙы.
Осрашыу йылҡы итенән әҙерләнгән төрлө ризыҡтарҙан, күстәнәс бәлеш-ҡоймаҡтарҙан һығылып торған табын артында йәнле аралашыу, сәй эсеү менән тамамланды, - тип яҙа беҙгә Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА.