Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2024, 11:59

Ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә?

Быйыл Яңы йыл байрамына йылан төҫөн һайлаусыларға йыл буйы уңыш йылмайыр. Шулай булғас, йәшел, зәйтүн һәм диңгеҙ төҫөндәге кейемдәргә иғтибар итегеҙ. Шулай йыл символы ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары, һоро төҫтәрҙе үҙ итә.

Ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә?Ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә?
Ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә?

Йылан нимәне яратмай?

 Йылан неон төҫөн һәм синтетиканы яратмай. Шулай уҡ йылан тиреһенән эшләнгән аксессуарҙар, мәҫәлән, ҡайыш һәм сумкалар, ҡулланырға рөхсәт ителмәй. Уларҙы ҡулланып, йыл символын асыуландырып ҡуймағыҙ.  

Ҡатын-ҡыҙҙарға нимәгә өҫтөнлөк бирергә:

 Яңы йыл образы итеп төрлө декоратив элементтарға бай әйберҙәрҙе һайлағыҙ: бисер, пайетка, сигелгән, стразалар менән биҙәлгән. Аксессуарҙарға ҙур иғтибар бирегеҙ: малахит, көмөш, алтын. 

Был байрам кисендә:

*ебәк йәки бәрхәттән киске күлдәк;

*итәк (макси) һәм топ;

*киң балаҡлы комбинезон;

*пайеткалар менән биҙәлгән салбарлы костюм кейергә була.

Ир-егеттәргә:

Тыныс төҫтәрҙәге, мәҫәлән, һоро, көрән төҫтәге салбарҙарҙы сағыу рубашкалар йәки кардиган менән яраштырырға мөмкин.

 Ниндәй төҫ уңыш алып килер!

 Астрологтар 2025 йылда йондоҙҙар һеҙгә бәхет һәм именлек алып килһен өсөн һәр бер йондоҙлоҡ вәкиленә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк тип иҫәпләй.

*Ҡуҙы һәм Уҡсыларға алһыу, ҡыҙғылт-һары һәм ут төҫөндәге кейем һайларға кәңәш ителә. Массивлы биҙәүестәргә, сағыу макияжға һәм маникюрға өҫтөнлөк бирәгеҙ.

*Буҙа һәм Ҡыҙҙарға астрологтар үлән, зәйтүн (оливки) һәм һоро төҫтөң бөтә палитраһын (һөтлө шоколад төҫөнән алып ҡуйы кофе төҫөнә тиклем) һайларға тәҡдим итә. Был төҫтәр гармония, баланс һәм эске көс өсөн яуап бирә. Образды алтын биҙәүестәр менән тулыландырырға мөмкин.

*Ҡыҫала һәм Үлсәүҙәргә фисташка, һөт төҫөнә иғтибар итергә кәңәш ителә. Бындай төҫтәр гаммаһы Яңы йылға тыныслыҡ һәм гармония алып килер.

 *Арыҫлан һәм Игеҙәктәр ҡыйыу рәүештә вино һәм алтын төҫөн һайлай ала. Тап шулай иткәндә һеҙ Яңы йылдың тәүге айҙарында уҡ финанс яҡтан мул ғына өлөш алырһығыҙ.

*Саян һәм Һыуғоярҙар күк-йәшел төҫтәргә һәм ҡыҙыҡлы деталдәргә өҫтөнлөк бирһен. Мәҫәлән, ассиметрик уйымлы күлдәк йәки ғәҙәти булмаған принт һеҙҙе был көндө бигерәк сағыу һәм бер кемгә оҡшамаған итер, бәхет һәм уңыш алып килер.

*Кәзәмөгөҙ һәм Балыҡтарға аҡ төҫтәге кейемдәр һайларға кәңәш ителә. Был образды сағыу аяҡ кейеме йәки аксессуар менән тулыландырырға кәрәк буласаҡ.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас