Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабря 2024, 12:01

Һынамыштар

Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ булған. Тура килде бит әй.Ә киләһе йыл беҙгә нимә вәғәҙәләй?

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

12 йыллыҡ мөсәлгә ҡағылышлы һынамыштар:

Тауыҡ йылы тары сәс,

Барыҫ йылы барын сәс.

Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ,

Ҡуй йылы – ҡытлыҡ,

Ҡуян йылы – йотлоҡ,

Йылан йылы – баллыҡ,

Ҡабан йылы – байлыҡ,

Сысҡан йылы – игенле,

Шуға сысҡан да күбәйә.

Барыҫ йылды барын сәс,

Һис булмаһа, тары сәс.

Барыҫ йылы — байлыҡ,

Һыйыр йылы — туҡлыҡ,

Ҡуй йылы — ҡытлыҡ,

Ҡуян йылы — йотлоҡ.

Эт йылы буран була.

Эт йылында мал үрсер,

Барыҫ йылды бары үҫер.

Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.

Йылҡы йылы – ҡаты йыл.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас