Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2024, 10:15

Күңел күҙе

Был көндәргә байтаҡ ваҡыт үтте инде. Әммә бер ваҡиға һаман минең күңелемде өйкәп тора, тынғылыҡ бирмәй. Беҙҙең Ибраһим (Өмөтбай) ауылында бик уңған, егәрле, ярҙамсыл Фазулла ағай Байғазаков тигән кеше йәшәне. Ул немец фашистарына ҡаршы һуғышта бер күҙен юғалтып ҡайтҡан, әммә шуға ҡарамаҫтан йәшәүгә дәртен бер ҙә юғалтманы.

Күңел күҙеКүңел күҙе
Күңел күҙе

Бер хәл иҫтә ҡалған: мин армияға китергә йөрөйөм. Совхоздар төҙөлгән йылдар ине, беҙҙең һөт фермаһы ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта ята. Ә миңә, ауылдың теге яҡ осонда йәшәгән кешегә, фермаға тиклем өс саҡрым самаһы ине. Ул саҡтарҙа ауылға электр үтмәгән, бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Һыуҙы ла Эйектән ат менән (санаға мискә һалып) ташынылар. Фермала мал байтаҡ ҡына: бер һарайҙа – һыйырҙар, икенсеһендә – башмаҡтар, өсөнсөһөндә – быҙауҙар. Шуларҙың барыһына ла мин Фазулла ағай менән Эйектән һыу ташып эсерҙек. Эш ауыр булды, әммә берәү ҙә төшөнкөлөккә бирелмәне. Мәрәкәләшеп, бер-беребеҙҙе дәртләндереп йәшәнек,эшләнек. Көнө буйы һыу ташып, кискә арманһыҙ булабыҙ, эштән һуң өйҙәге мал-тыуарҙы ҡарарға ла кәрәк. Ул эштәрҙе теүәлләп, үҙеңдең тамаҡты туйҙырып, киске уйыға сығып китә инек. Уйында арыу ҙа бөтә. Эх-х, йәшлек!

 Бер көн шулай төшкө ялға туҡтайыҡ, тип мискәләрҙе бушаттым да, аҫҡа һалам һалып аттың арҡалығын күтәреп бәйләр өсөн бейәләйемде ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙым. Бейәләйемде кейәйем, тиһәм берәүһе юҡ, төшөп киткән. Үҙем тапап, ҡарға бутап бөткәнмен. Һин ашыҡҡанда, тип үҙемде әрләй-әрләй йөрөгәндә Фазулла ағай эргәмә килеп: “Төшкө ашҡа ауылға мине лә ултыртып алып ҡайт әле”, - тине. “Әйҙә, ултыр, урын етәрлек”, - тип ҡарҙы типкеләп, бейәләй эҙләүемде дауам иттем. “Кемде әрләй-әрләй сапсынаһың, обедҡа һуңлайбыҙ бит, ашай һалып кире килергә кәрәк”, - ти ағай. “Арҡалыҡты бәйләгәндә бейәләйемде юғалттым”, - тим. Ағай санала ултырған еренән һикереп төштө лә ентекләп ҡарай башланы. Күп тә үтмәне “Мә, бейәләй!”, -тип миңә һуҙҙы. Мин аптырауҙан шаҡ ҡаттым, “Әйҙә, ашыға инең бит!”, - тип ағай санаға барып ултырҙы. Мин шаҡ ҡатып тик торам. Нисек шаҡ ҡатмайһың инде, “Мин ике күҙем була тороп таба алманым, ә һин бер күҙ менән уны таптың”, - тинем дә телемде тешләнем. “Эй, ҡоҙа, күңел күҙең күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй ул”, - тине ул һуҡранғандай итеп. Эх, шунда ер ярылһа, ер аҫтына инеп китер инем. Әммә әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тиҙәр бит.  

 Ауылға инеп апаруҡ ер үтеп киткәнбеҙ, мин уйланып барып уны төшөрөргә лә онотҡанмын. “Әллә ҡунаҡҡа алып ҡайтырға булдыңмы?” -  тигәненә айнып китһәм, өйөн үтеп киткәнмен. “Ярай, ҡунаҡ булышырға өлгөрөрбөҙ әле, тик төшкө аштан һуң мине ултыртырға онотма,” - тип йылмайып төшөп ҡалды ул.

 Бына ошо ваҡиғаға әллә нисәмә йылдар үтеп китте, әммә ул ҡаҙалған уҡ кеүек һаман да минең күңелемдә тора. Фашистарға бер күҙен ҡалдырып ҡайтһа ла, күңел күҙе менән берәүҙән дә кәм булмай, бына тигән итеп тыуған еренә хеҙмәт иткән, гөрләтеп донъялар көткән Фазулла ағай һаман иҫтә.

 Фазулла ағай оҫта кәмәсе лә булды. Элек, яҙ көндәрендә Оло Эйек бигерәк ныҡ таша ине. Йылға ярҙарынан сыҡһа, район үҙәгенә юл өҙөлә. Ошо мәлдә Ибраһим ауылы халҡы район үҙәгенә Кузьминовка ауылы аша йөрөнөләр. Оло Эйек йылғаһы аша уларҙы кәмә менән Фазулла ағай тайыш торғайны. Ер ҡарҙан әрселеп бөтөр-бөтмәҫ элек кәмәһен түңкәреп һалып, ҡыш буйы ҡоо ерҙә тороп ҡаҡшаған ерҙәрен ыҫмала ҡайнатып һылап, ремонтлап, әҙерләп ҡуя. Эйек ярҙарынан сығыу менән кешеләрҙе арғы яҡҡа ла, район үҙәгенән әйләнеп ҡайтҡандарҙы бирге яҡҡа ла ташый. Аҡса өсөн йөрөгән тип уйлай күрмәгеҙ, ағай кешенән аҡса алманы, хеҙмәт хаҡын уға совхоз яҙа ине.

 Үрҙә әйтеп үтеүебемсә, ағай бик егәрле кеше булды. Йәйен – бесән ваҡыты етһә, атҡа сапҡыс тағып бесән сабырға төшөр ине. Ҡыш көндәре ферманың кәртә-ҡура ремонтларға йөрөнө. Ниндәй эшкә ҡушһалар, шунда тир түкте, берәүҙән дә ҡалышманы.  

 Фазулла ағай бигерәк изге күңелле кеше булды, йомош менән ингәндәрҙең береһен дә бороп сығарманы, үтенестәрен кире ҡаҡманы. Ағайыбыҙҙың урыны ожмах түрендә булһын.

 

Самат ЙОСОПБАЕВ.

Ибраһим ауылы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас