Әгәр ҙә һутын йәки порошогын биологик актив нөктәгә урынлаштырһаң, уның шунда уҡ ауыртҡан ергә трансформацияланыуы күҙәтелә. Уны икенсе төрлө женьшень тип та йөрөтәләр. Чистотелдың һутын да, ҡайнатмаһын да, төнәтмәһен дә, экстрактын да файҙаланырға була. Ғәрәбтәр тиреләге язваны кәзә майы менән чистотел һуты ҡатнашмаһы ярҙамында дауалайҙар икән.
Чистотел порошогы, ланолин һәм вазелин ҡатнашмаһынан эшләнгән , "Плантазан Б" тигән мазь, тире туберкулезының башланғыс формаһын, псориазды, тире рагын, мозолдәрҙе бөтөрөргә һәләтле икән (чистотел - 10 г, ланолин - 10 г, вазелин - 10 г, карбол кислотаһы 0,25% - 10 тамсы).
Күҙ ауырыуы трахоманан чистотел һутын һәм балды бергә/бер миҡдарҙа талғын утта күбекләнеп туҡтағансы бешерер кәрәк. Шыйыҡса бал кеүек булып китә.Һыуынған был "балды" күҙгә 2 тапҡыр 1 тапсы тамыҙырға.
.
Чистотел төрлө шешмәкләнеүҙәрҙән ныҡ файҙалы. Шулай уҡ инфаркт һәм инсульттан һуң да рубецтарҙы бөтөргө ярҙам итеүгә булышлыҡ итә. (1 аш ҡалағын 1 стакан ҡайнар һыулы термоста 15 минут төнәтәләр). Көнөнә 3 тапҡыр 2 аш ҡалағы итеп, станканды бер нисә көндә эсеп бөтөрөргә.
Чистотелдың кесерткән һәм календула менән төнәтмәһе төрлө метостазаларҙың тиҙләтеүен кәметә. Үләндәрҙе бер үк миҡдарҙа алып, ваҡлап, бутарға. Бер аш ҡалағы йыйылманы 1 литр ҡайнар һыулы термоста 15 минут төнәтергә. Иртәнсәк ас ҡарынға ярты стакан һәм кисен ашҡа тиклем ҡалған яртыһын эсергә.
Ашаҡаҙандары ауыртҡандарға һутын 1 балғалаҡ көнөнә 3 тапҡыр 3 көн эсергә. Унан 1 аш ҡалаҡлап тағы 7 көн эсергә.
Һуты менән сөйәл, кандилома, полип, мозолдәрҙе, парадонтозтарҙы "яндыралар".
Иң мөһиме чистотелдың һутын ҡышҡылыҡҡа әҙерләп алып ҡалырға була! Бының өсөн сәскәле һабаҡтарын 12-15 см итеп ҡырҡып алалар. Мясорубканан үткәреп, һутын һығырға. 1 лирт һутҡа 500 г араҡы йәки 250 г спирт өҫтәргә лә, быяла шешегә ҡойоп, ҡараңғы урында һаҡларға.
Барлыҡ кәңәштәрҙе табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡулланығыҙ! Сөнки һәр организм үҙенсәлекле!