Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2024, 06:10

Иң йәш шайморатовсылар - “Уралҡай”ҙа!

Бала саҡта алынған тәрбиә, булып үткән сағыу ваҡиғалар ғәҙәттә ғүмерлеккә күңелгә һеңеп ҡала. Шуға ла сабыйҙарҙа изгелек, илһөйәрлек кеүек сифаттарҙы бәләкәйҙән тәрбиәләү бик тә мөһим. Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр йәш шайморатсылар сафына баҫты.

Иң йәш шайморатовсылар - “Уралҡай”ҙа!Иң йәш шайморатовсылар - “Уралҡай”ҙа!
Иң йәш шайморатовсылар - “Уралҡай”ҙа!

- Бөгөн “Шыршыҡай” һәм “Пчелка” төркөмөндә тәрбиәләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар йәш шайморатсылар сафына баҫты. Хәҙер улар ҙур ғорурлыҡ менән легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтәсәк. Был төркөмдәрҙә системалы рәүештә беҙҙең райондың, республиканың һәм илебеҙҙең тарихына ихтирам тәрбиәләү буйынса системалы эш алып барыласаҡ, - ти “Уралҡай” балалар баҡсаһы мөдире Фаягөл Зәки ҡыҙы Фәизова.   

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас