Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2024, 05:30

Ярты быуат ғүмер юлын бергә-бергә, Бирешмәйсә ғүмеркәйҙең көҙҙәренә...

 Икең бергә яҡҡан ғаилә усағы гел балҡыһын тиһәң, икеңдән дә берҙәй сабырлыҡ, күңел йомартлығы талап ителәлер һәм тап шундай күркәм кешелек сифаттарына эйә булғандар ғына ярты быуат ғүмерҙе пар аҡҡоштарҙай иңде-иңгә терәшеп үтә алалыр... Әҡлимә менән Урал Ишариндарҙың да тормош туҫтаҡтары гел шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына сайпылып түгелеп тормаһа ла, улар яҙмыш һынауҙарын бергә-бергә лайыҡлы кисереп ярты быуат дауамында икеһе бер бөтөн йәндәй йәшәүҙәре, бер-береһенә булған ихтирам-хөрмәтте, йәшлектәге саф хистәрен алтын көҙҙәренә ҡәҙәр һүрелтмәй һаҡлап ҡала алыуы менән һоҡланғыс.  Мораҡ ауылының Совхоз яғында Ғ.Туҡай исемен йөрөткән ыҡсым ғына урамда йәшәүсе Ишариндарҙың ихатаһына үтеү менән үҙеңде бер серле донъяға, йәмле йәйҙәр иленә тап булғандай тояһың. Бер яҡтан көҙҙөң һалҡын һулышына иҫе китмәйсә балланып бешеп ятҡан еләктәр күҙҙе ҡамаштырһа, икенсе яҡтан аллы-гөллө сәскәләр йәнгә йылы өргәндәй; рәт-рәт теҙелгән, талғын елгә иркәләнгән еләк-емеш ҡыуаҡтарында ла егәрле хужабикә ҡулдарының хәстәрлеклелеген, тынғыһыҙлығын тойғандай булаһың.

Ярты быуат ғүмер юлын бергә-бергә,   Бирешмәйсә ғүмеркәйҙең көҙҙәренә...Ярты быуат ғүмер юлын бергә-бергә,   Бирешмәйсә ғүмеркәйҙең көҙҙәренә...
Ярты быуат ғүмер юлын бергә-бергә, Бирешмәйсә ғүмеркәйҙең көҙҙәренә...

Әҡлимә Ғәлимйән ҡыҙын дәрт-ялҡынлы йөрәкле, йомарт күңелле итеп был донъяға алтын көҙҙәр яралтҡан. Ул 1954 йылдың 3 сентябрендә Моҡас ауылында (халыҡ телендә – Сайыр) ишле һәм татыу ғаиләлә тыуған. Биш бала баҡҡан әсәһе Нәғимә Муллағәләм ҡыҙы менән атаһы Ғәлимйән Сәләхетдин улы Ямалетдиновтарҙың бар ғүмере намыҫлы хеҙмәттә, тынғыһыҙ колхоз эшендә үтә. Әҡлимәгә һауынсы булып эшләгән әсәһенә ярҙам итеү йөҙөнән гектарлап сөгөлдөрөн утап та, һыйырын һауып та бәләкәстән беләк нығытып үҫергә, ғаиләлә икенсе бала булараҡ, үҙенән кесе туғандарына ла күҙ-ҡолаҡ булырға, уларҙы эшкә өйрәтергә тура килә. Тыуған ауылында башланғыс мәктәптә уҡып, артабан Сирбай мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Бында интернатта ятҡандар, шулар рәтендә Әҡлимә лә, утын бысып-ярып ҡышҡылыҡҡа йылылыҡты үҙҙәре хәстәрләй.

 Колхоз-совхоздар гөрләгән заманда йәштәрҙе ситкә ебәрмәү, ауылда ҡалдырыу сәйәсәте лә көслө була. Әҡлимә, белемгә әүәҫ булыуға ҡарамаҫтан, мәктәпте тамамлағас “Исем” совхозына ҡараған Моҡас ауылы фермаһына һауынсы булып эшкә төшә.

 - Беҙҙең быуын эшләп үҫкән, эштән ҡурҡмаған быуын инде, тормошта бик наҙланырға, һайланырға тура килмәне, - ти был хаҡта әңгәмәсебеҙ.

 Бер – нисә йылдан апаруҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплаған һылыуҙы хәҙер инде күптәндән Күгәрсен районының бөткән ауылдар исемлегенә  ингән, ә ул заманда тормош ҡайнаған Дүңгәүер ауылы магазинына һатыусы итеп ҡуялар. Мөхәббәтен, ғүмерлек йәрен дә тап шул ауылда, клубҡа дискотекаға йөрөгәндә осрата. Урал Шәрифйән улының совхозда автокранда эшләп йөрөгән мәле була. Ҡыйыу егет тимерҙе ҡыҙыуында һуға. 1974 йылда ике йәш йөрәк ҡауышып, Әҡлимә Дүңгәүер ауылына килен булып төшә.

 

 Тормош юлдашы ла булдыҡлылар, эшһөйәрҙәр затынан булып сыға. Атаһы Шәрифйән Ғәлимйән улы Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтып, ғүмеренең ахырынаса совхозда эшләй. Үҙе кеүек хеҙмәт яланында бил бирмәҫ  Хәҙисә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы менән улар биш балаға ғүмер бүләк итә. Дүрт ҡыҙ араһында бер бөртөк малай булһа ла, Урал үҫмер сағынан ауыл эше менән сынығып, техникаға әүәҫ булып буй еткерә. Дәртле йәшлегендә автокранға ултырған егет ғүмер баҡый шул “тимер аты”нан төшмәй. Кәләш алып өс йыл атай-әсәй менән бер ҡыйыҡ аҫтында татыу йәшәгәндән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәшәргә күскәс тә, артабан район үҙәгендә төпләнгәс тә үҙ һөнәренә тоғро ҡала.

 Әйткәндәй, сит ҡалала йәм табалмай үҙ районына эшкә ҡайтҡан йәштәргә совхоз Туҡай урамынан фатир бирә. Уңғандар уға төкәтмә төкөтөп ҙурайтып, донъяларын матурлап, тирә-яғын гөл итеп ала. Малын да аҫрап, баҡсаһын да үҫтерәләр, хеҙмәт яланында ла һынатмайҙар – ғаилә башлығы, өҫтә билдәләп үтеүебеҙсә, хаҡлы ялға сыҡҡансы автокранын ташламаһа, ҡара эштән ҡурҡмаған хәләл ефете хаҡлы ялға сыҡҡас та апаруҡ йылдар “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәтендә йыйыштырыусы булып эшләй. Тынғыһыҙ эш араһында яратып баҡҡан ике мөхәббәт емешенә лә йөрәк наҙын тиң өләшә улар.

 

 Тик бер кемдең дә тормош күге һәр ваҡыт ҡояшлы йәйҙән, яҡты яҙҙарҙан ғына тормай шул. Ишариндарға ла яҙмыш һынауҙарҙың иң ауырын, иң әсеһен ебәрә. Кинйәләре – Әлиә сәскәләй генә мәлендә, 21 йәшендә юл фажиғәһендә һәләк була. Юғалтыу ғазаптарын, күңел һағыштарын да эш менән баҫып, был һынауҙы лайыҡлы кисерә изгелекле ата-әсә. Өлкән балаларына хәйерле юлдар, имен тормош юрап, тормошҡа һөйөүҙәрен һүрелтмәй артабан да сәмләнеп йәшәргә үҙҙәрендә көс таба улар.

 Йәндәй ғәзиз улдары Руслан һәм уның матур ғаиләһе – ата-әсәнең күҙ төбәп торған ныҡлы терәге, бар тормош мәғәнәһе. Атаһына оҡшап техникаға әүәҫ булып үҫкән булдыҡлы улдары водитель һөнәрен үҙ итә. Күрше ҡыҙы Зилә менән ҡауышҡас, йәштәр тиҫтә йылдан артыҡ себер яҡтарында йәшәп, аҙаҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡайтып төпләнә. Зилә ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы һөнәрен башҡара, Руслан вахта менән Якутияла эшләй. Ғаилә ҡиммәттәрен бар нәмәнән өҫтөн күргән матур пар өс бала тәрбиәләй. Аделина менән Дамирҙары хәҙер үҙ һөнәрен, үҙ юлын тапҡан, үҙҙәренә насип йәрҙәр осратып ояларын ҡораһы ғына ҡалған. Ә кинйәләре, иң наҙлыҡайҙары Амалия - 7-се класс уҡыусыһы. Әҡлимә Ғәлимйән ҡыҙы, хәстәрлекле әсәй һәм оло йөрәкле, киң күңелле ҡәрсәй булараҡ, улын һәм киленен, балдан татлыраҡ ейән-ейәнсәрҙәрен мул ризыҡлы өҫтәлдәр әҙерләп ашҡынып көтөп ала, ғәзиздәренә аҡ теләктәр теләп яна.

 Һағынып көтөр һәм йөрәк йылыңды өләшер, йәшлек яҙҙарында ҡауышып ярты быуат тормош юлын иңде-иңгә терәшеп уҙған яҡын кешең йәнәшәңдә икән, ниңә әле ғүмер көҙҙәренә ашығырға, бирешергә?!. Ихаталарында сағыу йәйғор төҫтәрендә балҡыған гөл-сәскәләр кеүек һәр яҡты көнгә ҡыуанып йәшәргә лә әле, йәшәргә!           

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм ғаилә архивынан.

 

 Моҡас ауылында тыуып үҫеп, хәҙер инде 40 йылдан ашыу Мораҡ ауылын үҙенең күркәм булмышы менән биҙәп йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ Ишарина Әҡлимә Ғәлимйән ҡыҙы йомарт көҙҙөң сихри көнөндә 70 йәшен туйланы.

 Яҡын кешебеҙ - еҙнәбеҙ, олатайыбыҙ Урал Шәрифйән улы менән матур тормош юлын үтте. Ҡәҙерлеләребеҙ әлеге көндә ғәзиз улдары Руслан, килендәре Зилә, өс ейән-ейәнсәренең ихтирам-хөрмәтенә, сикһеҙ һөйөүенә төрөнөп йәшәйҙәр.

 Тилбер ҡуллы, изгелекле күңелле апайыбыҙ, инәйебеҙ Әҡлимә Ғәлимйән ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уға ҡоростай һаулыҡ-сәләмәтлек, сабырлыҡ, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге юлдаш булыуын теләйбеҙ!

 Аҡ теләктәр, ҡайнар ҡотлауҙар менән һылыуың Шәмсиә, кейәүең Зәки Иҫәнгилдиндар һәм уларҙың балалары.

 Тәүәкән ауылы, Мәләүез ҡалаһы.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас