Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2024, 10:55

Өфөлә тарихи ваҡиға - VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Ошо өс көндә, йәғни 12-14  декабрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә тарихи ваҡиға бара - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Миләттәштәребеҙҙе берләштергән сара ябай түгел, унда республиканан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат, шул иҫәптән беҙҙең район вәкилдәре - район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Радик улы Әхмәтйәнов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы  Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы Ниғәмәтуллина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Миңғәли улы Сәйетбатталов, ҡатнаша.  

Өфөлә тарихи ваҡиға  -  VI  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыӨфөлә тарихи ваҡиға  -  VI  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Өфөлә тарихи ваҡиға - VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Рөстәм Сәйетбатталов, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты:

 Бик әһәмиәтле сарала ҡатнашырға насип булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ул үҙенең сығышында республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫеше һәм социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне:

– Беҙ ҡоролтайға ябай булмаған, хатта тарих өсөн ҙур үҙгәрештәргә бай осорҙа йыйылдыҡ. Илебеҙ һәм һәр ҡайһыбыҙ ауыр һынауҙар аша үтә. Шул уҡ ваҡытта был иң яҡшы ваҡыт та, мөһим әйберҙәр тураһында уйланыр өсөн кәрәк. Көслөрәк, берҙәмерәк булыр, көсөбөҙҙө яҡшы ғәмәлдәргә ебәреү ваҡыты, – тине ул. – Элекке беҙҙең мөхиттәге тарҡаулыҡ, үҙ-ара дәғүәләр, башҡорт милләте үҫешенең төп бурыстарын аңлашмаусанлыҡ йыш булған йылдарҙан айырмалы рәүештә, был ҡоролтай беҙҙең берҙәмлектә, берләшеүҙә үтә. Нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Бөгөн ҡоролтай ныҡлы, ышаныслы, көслө. Милләтте берләштереүсе.

 Биш йыл эсендә туған телде, мәҙәниәтте, тарихи хәтерҙе, йолаларҙы һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Быларҙың барыһы ла беҙҙә эске һәм тышҡы һынауҙарға ҡаршы тороуҙа иммунитет тыуҙырҙы. Ваҡыт үҙе беҙгә шундай шарттар ҡуйҙы. Башҡорттар йәнә, биш быуат дауамында булғанса, беҙҙең ышаныслы, Ватанға тоғро, һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер булған халыҡ булыуыбыҙҙы иҫбатлай, - тине Башҡортостан Башлығы.

 Ҡоролтайҙа күп кенә мөһим мәсьәләләр күтәрелде.  Р. Хәбиров сығышынан айырыуса шул оҡшаны: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был яңылыҡты барыһы ла хуплап ҡабул итте. 

Рәсүл Әхмәтйәнов, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, мәғариф бүлеге начальнигы:

- Мәғариф өлкәһендә балалар баҡсаһында туған башҡорт теленең өйрәнелеү мәсьәләләренә иғтибар артыуы ҡыуандыра, туған телдең нигеҙҙә ғаилә мөхитендә яралыуын таныу хуплауға лайыҡ һәм ғөмүмән ҡарарҙарҙың телебеҙҙең тик үҫешенә ҡоролоуы әһәмиәтле, - тине Рәсүл Радик улы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас