Уралда циклон эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә республиканы көслө ҡар ҡаплаясаҡ. Төрлө көсөргәнешлелектә ҡар яуыуы көтөлә. Ҡар ҡатламының бейеклеге күпкә артыуы һәм декабрь климаты нормаһына етеүе ихтимал. Әлегә ҡар ҡатламы норманан 7-10 сантиметрға түбәнерәк. 12 һәм 13 декабрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында буран һәм көслө ел фаразлана. Юлдарҙа урыны менән көрт, боҙлауыҡ. Циклондың йылы секторында 12 декабргә төндә -5, -10, көндөҙ 0, -5 градусҡаса йылыта.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге белгестәре алдағы аҙнала ҡар яуыуын күҙаллай. Ял көндәренә һауа температураһы көндөҙ -11,-12, төндә 21 градусҡаса түбәнәйә. Дүшәмбенән йәнә - 6 градусҡаса йылытасаҡ.
Гисметео синоптиктары оҙайлы прогноз бирә. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, декабрь буйына йылы була, көндөҙгө һауа температураһы -7 градустан түбән төшмәй.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Яңы йыл төнөндә лә көслө һалҡындар булмай. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә шул уҡ -7 градус, 1 ғинуарҙа көндөҙ бер градусҡа юғары булыуы көтөлә. Яңы йыл каникулдарында һәм унан һуңғы көндәрҙә һауа температураһы шулай уҡ һалҡынса - көндөҙ -6, төндә -7 градус була.