Зариф Закир улы район активы менән осрашты, Яңы Покровка ауылынан Наталья Дмитриевна менән Рәил Вил улы Ғилмановтарға; Үрге Сирбайҙан Валентина Владимировна Дмитриева менән Анатолий Леонидович Мурзаковҡа; Исемдән Әнисә Усман ҡыҙы Ибраһимова менән Наил Әнүәр улы Сәғитовҡа; Мораҡ ауылынан Фәрзәнә Ҡасим ҡыҙы һәм Рәүеф Йәнгир улы Хөснуллиндарға “Ил терәге” йәмәғәт наградаларынтапшырҙы.
Үҫеп килгән быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Теләүембәт урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Харрасов Замир Дамир улы, намыҫлы хеҙмәте һәм райондың урындағы үҙидара системаһына тос өлөш индергәне өсөн Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Мөлөкова Гүзәл Рәмил ҡыҙы РФ Дәүләт Думаһы депутатының рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар.
Ошо уҡ көндө депутат граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Ул кешеләрҙең үтенестәрен тыңланы һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Был юлы халыҡ ялсыһына барлығы 9 кеше мөрәжәғәт итте.
А.Казаков фотолары.