Ватан ҡаһармандары көнөндә Мораҡ ауылында митинг үтте. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, район ветерандар советы рәйесе Тамара Нилова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район үҙәгендә урынлашҡан учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре “Мәңгелек ут” мемориалына һәм Дан аллеяһындағы обелискыларға сәскәләр һалды, илебеҙ тыныслығы өсөн башын һалғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Әйткәндәй, был әһәмиәтле сарала яҡташыбыҙ – махсус хәрби операция яугиры, әлеге көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан “Модный” позывнойлы яугир ҙа ҡатнашты.