Фитотерапевт уҫаҡ менән организмды, ҡанды тулыһынса таҙартыу ысулын һөйләй. Был ағаста тәбиғи аспирин күп икән. Ул тән температураһын төшөрә, ялҡынһыныуҙы дауалай, бактерияларға һәм ревматизм сәбәптәренә ҡаршы көрәшә. Юҡҡа ғына урман йәнлектәре уҫаҡ ҡайыры кимермәй икән.
Уҫаҡ кеше организмында йыйылған бөтә бактерияларға, паразиттарға ҡаршы көрәшә, инфекцияны юҡ итә. Бер-ике аҙна эсендә ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуығы елһенеүе, эсәктәге сереп әсеү күренештәре бөтә. Бер айҙа үҙәк көйөүе үтә. Тире, бөйөрҙәр, простата биҙе, бәүел ҡыуығы таҙара.
Уҫаҡ төнәтмәһе иртән һәм кис стаканлап эселә. Ул шунда уҡ бөйөрҙәрҙе йыуып сығара. Бәүел ҡыуығы ауыртыуы баҫыла. Һейҙек тәүҙә ҡуйы, ҡара булһа, яйлап асыҡлана бара. Ә ҡан өсөнсө айҙа ғына таҙара башлай. Был ваҡытта тән температураһы күтәрелеүе, хәлһеҙлек булыуы ихтимал. Ҡандағы ҡорттар, паразиттар үлгәндә шулай була.
Бындай интоксикация барғанда һоло һурпаһы эсергә кәрәк. Бер ҡалаҡ уҫаҡ ҡайыры онтағын бер стакан һыуға һалып ҡайнатырға һәм бер ҡалаҡ ваҡ һоло ярмаһы өҫтәргә. Уны 3-5 тапҡыр эсергә була. Төнгөлөккә лә мөмкин.
Өсөнсө айҙа танау ҡыуышлыҡтары, баш таҙарына башлай. Хәтер, йоҡо, күреү яҡшыра, шешенеүҙәр кәмей. Шәкәр, билурибин, холестерин кимәле нормаға килә.
Ә уҫаҡ төнәтмәһен нисек әҙерләргә? Бөрөлө ботаҡтарын ҡырҡып алырға, бер кешегә бер тоҡтай кәрәк, алып ҡайтып киптерергә һалырға. Йәй көнө япрағын да ҡулланырға була, тик эффекты көсһөҙөрәк. Кипкән ботаҡтарҙы 3-5 сантиметр оҙонлоғонда ваҡларға кәрәк.
Кәстрүлгә бер стакан тирәһе уҫаҡ ботаҡтарын һалып, ярты литр һыу ҡойорға. Ҡапҡасын ябып, һүрән генә утта бер генә минут ҡайнатырға. Һүндереп, һыуытырға. Икенсегә өс минут ҡайнатҡас, баштағыса эшләйбеҙ. Өсөнсөгә биш минут ҡайнатабыҙ. Төнәтмә әҙер.
Әлбиттә, кофемолкала ваҡлап, бер стакан ҡайнар һыуға ярты балғалаҡ һалып эсергә лә мөмкин. Йәиһә ҡул менән ваҡлап, ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ һалып төнәтеп эсергә лә була. Ашар алдынан ярты сәғәт элек башҡарыла был эш.
Классик дауалауға ҡушып үләндәр эскәндә уҫаҡты ла онотмаҫҡа ине. Әлбиттә, табип менән кәңәшләшеп кенә