Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь , 15:26

ЕҪЛЕГӨЛ

– Бына бит, – ағай ашығып арлы-бирле йөрөштөрөп алды, – йыраҡҡа китә, тиһең, күрергә ине бит әле үҙен. Юлым бик ашығыс. Хәрби кеше мин. Был яҡтарға инде тиҙ генә килә алмам... «Һүҙеңә ҡеүәт!» тигәндәй, машина ҡысҡыртты. Ағай ялт итеп боролоп ҡараны. «Хәҙер, хәҙер!» – тигәнде аңлатып ҡул болғаны. – Әйт инде, туғаным. Киләһе йыл үҙеңде ҡалаға алып барырмын, матур баҡсаларға алып йөрөрмөн. Былай ялынғас, апайымдың бер бик ҡәҙерле кешеһе  – сере ошолор әле, тип уйлап алдым. Апайымды хәтерләү «ҡыҙҙар бабаһы» ваҡиғаһын да ҡылт итеп иҫкә төшөрҙө, күңел рәнйеүҙәремде өр-яңынан яңыртты.

Таңсулпан Ғарипова ЕҪЛЕГӨЛ Хикәйә

Асыҡ тәҙрә аша ингән төнгө һалҡынса һауа һулышты киңәйтеп ебәрҙе. Өй алды баҡсаһында үҫкән ҡыуаҡтар, дымлы һауала ирәбеләнеп, тағы ла көслөрәк аңҡый; юл ашаһында һуҙылған колхоз баҫыуында бытбылдыҡтарҙың «юҡ булдыҡ» тип ҡасышмаҡ уйнағаны, баҫыу башындағы күл буйында тәлмәрйендәр баҡылдағаны ишетелә. Мин, көлөмһөрәп, яланғас йомро беләктәрен ҡаушырып, йондоҙ яуған күккә баҡҡан Һандуғас апайыма ҡарайым. Бала саҡта апайымдан (ул саҡта ла икәү бергә ошолай һил төндө тамаша ҡылған мәлдәр булғандыр инде) тәлмәрйендәрҙең ни тураһында гәпләшкәнен төпсөшкәнем иҫкә төштө. Ул бөтә ҡош-ҡорттар, кейек-хайуандарҙың телен белә торғайны. Был юлы ла аптырап ҡалманы. «Инә баҡа», – тине ул, күҙҙәрен генә көлдөрөп. «Кәкре-бөкрө ботома ситек кейҙермәйһең», – тип һамаҡлай, ә ата баҡа: «Саб-ы-ы-ыр ит...» – ти. Инәһе: «Ялпаҡ-йолпаҡ башыма Ҡалпаҡ алып бирмәйһең», – тип үпкәләй. Атаһы тағы: «Сабы-ы-ы-ыр», – тип йыуата. Меҫкен инә тәлмәрйенде йәлләп тә ҡуям: берәй нәмәне бик булдырғың килеп тә, булдыра алмаһаң, ҡыйын бит ул. Бындай хәлдәр минең менән дә булғыланы. Ошондай айлы төндәрҙә «ҡәҙер төнө» асылып-фәлән китһә тип, теләгән теләктәремде алҡымыма йәшереп, аҙ баҡтыммы был күпте вәғәҙә иткән серле күккә? Күпме генә көтһәм дә, күк ҡабағы ярылманы, бойомға ашмаған теләк-хыялдарым шул килеш ҡала, ваҡыт ҡояшында уңа-кибә торҙо, алмашҡа яңылары килде, көйҙөрә-яндыра бирҙе... Шул саҡ күл буйлап бер рәт кенә булып һуҙылған ауылдың арғы осонда кемдер гармун телдәренә баҫты. Башта ҡыйыуһыҙ ғына ағылған моң көсәйә төштө. Төнгө һауаны, күңелде ошо моң арбаны. – Бына шулай гел уйнай ул. «Еҫлегөл»... – Мин онотолоп торған еремдән, «Ни тинең?» тигән һымаҡ, Һандуғас апайыма ҡараным. – Гармунсыны әйтәм. Ҡатыны үлгәс, ситкә сығып киткәйне, йыл да отпускыға ҡайта, һәр йылдың ошо мәлендә ошо көйҙө тыңлап... йыуанам. Мин уҡталыбыраҡ апайыма ҡарап ҡуйҙым. Сәстәренә йылдар көмөш уҡа тартҡан, йөҙөнә тамға-йыйырсыҡтар һалған, кәүҙәгә лә ҡалынайып, ауырайып киткән. Иллене ҡыуа шул апайым.

 

Йәш сағында бик һөйкөмлө, алсаҡ булды, тиҙәр. Минең хәтерҙә уның шаянлығы, саялығы ҡалған. Апайыма текәлеп ҡарап, башта уның әйткәндәрен иҫләмәйерәк торҙом. Унан ҡапыл шундай һорау тыуҙы башта: ниңә «йыуанам» тине әле ул? Кинәнәм, рәхәтләнәм, һоҡланам йә тағы шулар ише һүҙ бөткәнме? Йыуанам... Минән байтаҡҡа оло, аралар алыҫ булғас (ул йәш кенә көйө эшкә киткән еренән ҡайтманы, шунда кейәүгә сыҡты), апайымдың тормошо менән бигүк ҡыҙыҡ-һынмағанмын, күрәһең. Әллә ниҙә бер генә килеп кителә эргәһенә, тормош мәшәҡәттәре һағыныуҙан да көслөрәк була бит ҡайһы саҡ... Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе ул. Ире, беҙҙең оло еҙнәй, абруйлы, күркәм холоҡло кеше. Был йортҡа ҡасан килеп инмә, яҡты йөҙ, өҫтәл тулы һый булды. Килгән-киткән арала Һандуғас апайымдың тормошонан зарланғанын хәтерләмәйем.

...Көй, әкренәйә барып, туҡтаны. Апайым әллә ел туҙғытҡан бала сәстәрен, әллә елһенгән күҙҙәрен һыпырҙы. Тәҙрәгә тағы күл еләҫлеге һирпелде – танауға хуш еҫ бәрелде. Еҫлегөл генә шулай аңҡый. Шунда мин был еҫте баҡсалағы ҡыуаҡтар түгел, тәҙрә төбөндәге гөл – еҫлегөл таратыуын төшөндөм.

«Шуны тыңлап йыуанам. «Еҫлегөл», – күңелем тертләп, йөрәк леберләне. Әллә... мин теге, бала саҡта...

Апайым, тәҙрә яҡтауынан айырылып, йоҡо бүлмәһенә үтте. Егерме йылдан ашыу ваҡыт онотолоп торған ваҡиға ҡапыл ғына ап-асыҡ булып иҫемә төштө. Күлдән иҫкән еүеш, еләҫ ел еҫлегөл япраҡтарын һыйпамаһа, билләһи, иҫемә ҡабат төшмәҫ ине. Ваҡиға тиһәң – ваҡиға, мәрәкә тиһәң – мәрәкә түгел. Ни булһа ла, уйындан – ысынды, әкиәттән – тормошто, ҙурҙан – бәләкәйҙе, аҡтан ҡараны айыра белмәгән ауан бер саҡ ине инде.

Әйтергә кәрәк, ишле генә ғаиләлә төпсөк бала булып, иң иркәһе, иң еңмеше мин инем. Хәҙер мине күп кеше оло апайыма оҡшата, һүҙһеҙ генә, күҙҙәр менән аңлашҡан саҡтар бар. Ә ул мәлдә? Минең еңмешлек менән Һандуғас апайымдың саялығы артыҡ тынышып йәшәй алманы шикелле. Был юлы ла...

Ҡыҫҡаһы, апайым алыҫҡа эшкә китер алдынан буҙаға ҡыҙҙар саҡырырға әҙерләнде. Көн кеүек асыҡ: башта ул мине юхалап-йыумалап йомош-юлға йөрөтәсәк, унан, ҡыҙҙар килер мәл еткәс кенә, ниндәйҙер сихри көс менән минең ултырҙашлыҡтан ҡотоласаҡ. Әле лә ҡырып йыумалы иҙәндәр балауыҙҙай баҙлағас, еҙ батмус ҡояштай ялтырағас (уныһын мин тырыштырҙым), ҡыҙарып бешкән бәрәмәстәр мейестән алынғас, апайым ҡото алынған бер ҡиәфәттә өйгә йүгереп килеп инде.

– Ой! Уй! Йәһәтерәк урманға ҡас! Бәрәмәс тот та –ысҡын!

– Ни булды?! – Мәгәр ҡаты тормаҡсымын. Ошо йыйындың түрендә үк булмаһа ла һике, мейес буйында ултырып булһа ла, ҡыҙҙарҙың бейешкәнен, серләшкәнен тыңлар өсөн күрше ауылға киткән әсәйем артынан эйәрмәнем түгелме һуң? Юл йөрөү, сәфәр сығыуҙан биҙгән юҡ ине әле.

– Минең... баш ауырта. Мин бөгөн... өйҙән дә сыҡмайым, белгең килһә! Валлаһи-билләһи, бер ҡалаҡ ҡан...

– Бә-әй! Әллә ишетмәнеңме?

– Ниҙе? – Үҙем танауҙы мышҡылдата уҡ башланым, бындай осраҡта үкереп илауҙың бермә-бер файҙаһы тейә торғайны, әле уныһы запаста.

– Ауылға ҡыҙҙар сөннәтләй торған баба килгән бит! Әллә белмәйһеңме?!

– Һе-е-е... Кем әйтте? – Илау ҡайғыһы китте, кикерек шиңде.

– Остағы Кәбирәнең туғанын ултыртҡандар ҙа инде, әле Сабираға киттеләр.

Мин, өтәләнеп, абына-һөрөнә кейемдәремде эҙләй башланым. Уйын эш түгел. Былтыр баба тигәндәре ағайымды ана нишләтеп сығып китте! Аҙна буйына малай башы менән апайымдың күлдәген кейеп йөрөгәне етмәгән, Хоҙайҙың биргән йәмле көндәрендә тышҡа сыға алмай зар-интизар булып ятты...

Һандуғас апайым йоҡа кофтамды килтереп тотторҙо. Ыҙғышып кителһә лә, үҙ апайың – үҙ апайың инде ул. Йәлләй. Ана, илап ебәрмәҫ өсөн, ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплаған. Йыуатып, бер-ике ауыҙ йылы һүҙ әйтке килеп китте үҙенә...

Ҡайнар бәрәмәсте (хатта ситтәре көйгәнен түгел, һәйбәтен) итәгемә һалып, апайым ишекте асты:

– Шәберәк йүгер инде, аҡыллым. Килһәләр, күрше ауылға ҡунаҡҡа китте, бөгөн ҡайтмай, тиермен.

– Шулай ти күр инде, апайым-һәйбәтем. Әйтә генә күр...

Тоҡойҙом. Остом. Апайымдың:

– Китһәләр, ҡалҡыуҙан ҡул болғармын, йәме?! – тип ҡысҡырған тауышы юлды арҡыры сығып барғанымда ғына ҡыуып етте.

...Сауҡалыҡҡа килеп еткәс, суҡ ҡайын төбөнә ултырып хәл алдым, унан ашыҡмай ғына йомарт апайым биргән йомро бәрәмәсте «бөктөм». Эш тә бөттө шуның менән: үләнгә һуҙылып ятып, күкте күҙәтә башланым. «Мөғжизә – ерҙә», – тигәндәре төптө буш. Мөғжизә – күктә! Ерҙәге бер заттың, бер хайуандың бер төрлөнән икенсегә әүерелгәнен күргән юҡ әле. Әүерелеүен әүерелә ул, тик... йомшаҡҡай ғына бәпкәләрҙең ҡыртыш күҙле ата ҡаҙға, мөлдөрәп торған күҙле шаян быҙау, бәрәстәрҙең ҡарышҡыр үгеҙ, һөҙгәк тәкәгә әүерелеүе кемгә ҡыҙыҡ. Ундай әүерелеүҙәрҙең, ташҡа үлсәйем, булғанынан булмағаны хәйерле. Ә күктә? Бында бөтөнләй икенсе донъя! Серле донъя...

Ана, әле унда сыңғыр-сыңғыр сыңғырлап йылҡы көтөүе килә. Ҡапыл бер ажар айғыр, Аҡбуҙаттыр, моға­йын, үрәпсеп ҡаршыларына баҫты – тауышынан күк йөҙө дерелдәп, йылҡылар ҡалтырап китте. Бына ул, әйләнеп, тояғын алға һуҙып, ерҙе сапсыны – әһә! Ҡабырғанан һөжүм итергә торған алғыр бүрене ҡаршы алырға – алышҡа әҙерләнде, артындағы бейәләр, эркелешеп, түңәрәк яһап уҡмашты. Шул мәл ажар айғыр, ер тетрәтеп кешнәп, апсая баҫты, алтмыш ҡолас ялын туҙҙырып, күҙҙәренән ут бөркөп, дошманына ташланды. Бүре, янтайып, төлкөләй шыуышып, ҡаса башланы. Әкәмәт! Күҙең талмаһа, бында ҡыҙыҡ бөтмәйәсәк, тик ниңәлер ауырайта, йоҡо баҫа башланы.

Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышам, әүен баҙарына китеп, апайымдың ҡалҡыуҙан ҡул болғағанын күрмәй ҡалыуым бар. Кем белә, бәлки, мәжлестең аҙағына булһа ла өлгөрөлөр әле. Күккә ҡарап ятыу ни тиклем мауыҡтыр­ғыс булмаһын, өйҙә ҡалған бәрәмәстәр, еләк бәлештәре, уйын-көлкө аралаш сер һөйләп (сер тигәндәре – егет һөйләү була уның) сырҡылдашҡан еткән ҡыҙҙар эсте тырнай. Сер тигәндәре артыҡ ҡыҙыҡ та булмай уларҙың. Уңайы сыҡҡанда боҫоп тыңлап ятҡан да бар. Тик ниңә шуны йәшермәй генә, сер итмәй генә һөйләмәҫкә?! Ул сағында яҡын да юламаҫ, теңкәләрен дә ҡоротмаҫ инем. Улар йәшерә, шуның менән минең сәмгә тейә. Имеш, минең тешем һирәк, ауыҙымда һүҙ ятмай. Минеңсә, бында эш минең тештә түгел, ә һөйләгән һүҙҙәренең йүне юҡта. Йүнле һүҙ ҡайҙа ла, шул иҫәптән минең ауыҙҙа ла, үҙ урынын табыр ине ул. Яңыраҡ апайым әхирәтен ҡуныр­ға саҡырҙы. Тегеләр килгәнсе үк сымылдыҡлы карауат эсенә, стена буйына һыйынып яттым. Күрһәләр ҙә, теймәҫтәр, изге бер ҡиәфәттә «йоҡлап ятам». Килделәр. Ҡулдарына бәйләмдәрен алып, сер һандығындағы хазиналарын барларға тотондолар. Шул саҡтағы аптырауҙарымды күрһәгеҙ! Хатта ырғып тороп, бот сабып көлөр хәлгә етештем. Апайымдың әхирәте былтыр бер ошолай тыңлағанымда күршеһе Насибулла ағайҙан «төтөт күҙ» тип көлә ине. Быны ишеткәс, Насибулла ағайҙың эштән ҡайтыуын көскә көтөп алып, үҙен күреү менән «төтөт күҙ», «төтөт күҙ» тип ысҡындырғайным. «Кем өйрәтте? Кем әйтте?» – тип екеренде шунда был миңә. «Кем әйткәнен әйтмәйем. Белгең килһә (үҙем ялт итеп Баныу апайҙар яғына ҡарап алдым), уң яҡ күршеңдән һора»,– тинем. Насибулла ағайым бурҙаттай ҡыҙарҙы ла ҡуйҙы, күҙҙәре шарҙай булды. Шунда уның күҙҙәренең, ысынлап та, автомобиль фараларындай баҙлап торғанын шәйләнем. Ниңә? Тас әйткәндәр. Есеменә күрә – исеме. Ҡыҙ, тип ҡыҙыл теленән ҡырҡылмаҫҡа йәтеш булыр бынан кире. Бына шул хәлдәрҙән һуң Баныу апайҙың әле килеп: «Ах, Насибулла!» – тип өнһөҙ ҡалыуҙарының шаһиты булып ятһаң, аптырамаҫ инеңме? Шаҡ ҡатырлыҡ был! Етмәһә, күҙенән әллә ысын, әллә юрый (мин үҙем апайҙарымды еңә алмаһам, йә һораған нәмәмде ала алмаһам, юрый илайым) йәш ағыҙа. Минең апай ҙа... ҡуйһаңсы! Бер хатты биш уҡып уфтана, унан Баныу апайға: «Еҫлегөл»дө йырласы?!» – тип инәлә.

 

...Һағынғанда шуға ҡарайым –

Ул һинең төҫлө була…

Тапҡан оҡшатыр нәмә! Кешенең гөлгә оҡшай торғаны бармы? Йә шунан, иҫәр, тимә, быларҙы... Ҡайһы саҡ ҡурҡып китәм: әгәр бөтә ҡыҙҙар ҙа ошолар ише үҫкән һайын тилерә торған булһалар, мине лә шундай уҡ киләсәк көтә түгелме? Юҡ, былар хәленә ҡалғансы, мәңге ошо килеш ҡалырға риза булырһың, билләһи.. Мин ул саҡта, тегеләрҙе тыңлап та бөтмәй, урын ярығына ҡыҫылған килеш, йоҡлап киткәнмен. Әле лә еләҫтә иҙрәп, күҙҙәремде ҡабат асырға көс етмәне...

– Нишләп ятаң бында, ҡыҙым? – Эргәмдә генә ишетелгән тауышҡа һиҫкәнеп, иләҫ-миләҫ булып тороп ултырҙым. Ҡаршымда сыбыҡ-сабыҡ күтәргән күрше ҡарсыҡ – Зөбәржәт инәй тора. Тамаҡ кипкән, беләктәр ойоған, баш та, тән дә ауыр...

– Сирләп-фәлән киттеңме әллә, Зәлифә? – Зөбәржәт инәй, йөгөн ергә ҡуйып, эргәмә сүгәләне. – Тегенән үк ҡарап киләм. Йылан-саяндан ҡурҡмай, кем балаһы йоҡлап ята, тием. Ысынлап, сырхап тормайһыңмы?

– Юҡ та, – мин күңелһеҙ генә ауыл яғына эйәк ҡаҡтым. – Бабанан ҡасып ятам.

– ?!

– Эйе, ҡыҙҙар сөннәтләй торғаны килгән.

Зөбәржәт инәй, арыҡ кәүҙәһен тотошлай ҡалтыратып, тешһеҙ ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

– Кем әйтте?

«Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө», – тип уйлап алдым эстән.

– Көл – көлмә, килгән инде. Кәбирәнең туғанын уже... – Мин ҡул ғына һелтәнем.

– Кит!.. Ысынды һөйләйһеңме? Кем әйтте?

– Апайым! Һандуғас апайым.

– Әсәйең беләме?

– Белергә... Күрше ауылға һуғырға биргән балаҫын алырға китте лә ул.

– Һин нисек эйәрмәнең, ҡойроҡ?

– Һе... Апайым ҡыҙҙар саҡырҙы ла минең! Буҙаға... (Быныһы иң ҡыҙығы, шуға шым ғына әйттем. Сәй мәжлесендә бейешеү, уйын-көлкө булмай ул.)

– Шулаймы ни? – Зөбәржәт инәйҙең ҡыҫыҡ күҙҙәре хәйләкәр көлөмһөрәне. – Әләйһәң, апайың алдатҡан һине.

– Нисек алдатҡан? Үҙе...

– Шулай. Тотҡан да алдаған. Еткән ҡыҙҙар, үҙең беләһең, бүрәнәнең башы артыҡ булғанды яратмай.

Зөбәржәт инәй тороп сыбыҡ-сабығын елкәһенә һалды:

– Әйҙә, ҡыҙым, ҡайтайыҡ. Бала кешегә ҡырҙа йоҡларға ярамай. Йә берәй нәҫтә һирпелер. Ҡыҙҙарҙы бабаға ултыртмайҙар ул. Апайыңдың ҡыҙҙары ла күптән таралышты. Үҙе бая уҡ Баныу менән йылға буйына кер сайҡарға төштө. Әйҙә, ҡыҙым...

Мин Зөбәржәт инәй артынса уҡ күтәрелмәнем. Юҡ, атайым да, әсәйем дә ихтирам иткән күрше инәйгә ышанмауҙан түгел, киреһенсә, Һандуғас апайыма алдағанына ғәрлек килә. Был тиклем әсе һемәйгән юҡ ине әле! «Туҡта, – тием, тешемде ҡыҫып, – беҙ ҙә ата балаһы! Юҡ, апаҡайым, һине лә төп башына ултыртмаһаммы, тамағыңа ҡайнар бәрәмәс булып тормаһаммы!» Хәҙер генә, ошо минутта шаҡ ҡатырлыҡ итеп үс алғы килә апайҙан. Донъя эшен донъялыҡта ҡайтарған яҡшы! Бәлки, Баныу апай менән быш-быш килеп сиккән яулыҡ-янсыҡтарын йәһәннәмгә олаҡтырырғалыр? Һикереп торам. Әле улар кер сайҡаған еренән тиҙ генә ҡайтмаҫтар. Керҙәрен ҡыуаҡҡа элеп, кипкәнен көтөп ятырҙар. Ғәҙәткенәләрен беләм дә инде. Шулай ҙа... туҡтап ҡалдым. Олаҡтырыуын олаҡтырырмын, ә атай белеп ҡалһа? Баштан да һыйпамаҫтар, рәхмәт тә әйтмәҫтәр. Былай ҙа апайым ситкә китер булғас: «Һандуғас балаҡайым», – тип өҙөлөп торалар. Бер уйлаһаң, ситкә китеү ҙә насар түгел икән. Ни текһәләр ҙә, ни ҡуҙғатһалар ҙа – апайыңа! Әллә миңә лә тоторға ла ҡайтмаҫҡамы? Ошо уйым тәүгеһен шундуҡ дүндерҙе. Юл уртаһында туҡтап ҡалдым: яланғас табандарҙы туп­раҡ бешерә, йөрәкте ҡанмаған үс, хурлыҡ көйҙөрә... Әйҙә эҙләһендәр! Алдап, ҡасырға мәжбүр иткән һөйөклө ҡыҙҙарын тиргәһендәр. Апайым да, мине табыуҙан тамам өмөтөн өҙөп, ник алдаған көнөнә төшөп, күлдәк итәген биш тотһон... Үҙ уйҙарымдың шәплегенә хайран булып, теҙҙәрем ҡалтырап, саңлы юлға ултыра төштөм, аяҡтарымды ҡосаҡлап, уйға ҡалдым. Ҡасыуын ҡасылыр, тик бына төнөн урманда ҡурҡытмаҫ микән? Ошо сауҡалыҡ эсенән аҡҡан тар ғына йылғала ике кисеү бар. Береһен – Оҙон Шүрәле, икенсеһен – Ҡыҫҡа Шүрәле, тиҙәр. Тикмәгә ҡушмағандарҙыр бындай исемдәрҙе. Урманда яңғыҙ башың төн уҙғарғанда ҡаршыңа оҙонло-ҡыҫҡалы шүрәлеләр килеп баҫмаҫ тимә! Әллә инде һиҙҙермәй генә үҙебеҙҙең өй башына менеп, алам-һалам араһында ҡунаҡлайһы?.. Үҙемде нисек эҙләгәндәрен, кемдең ҡалай ҡайғырғанын да белеп ятылыр... Таң атыуға, өйҙәгеләр йоҡола саҡта, кире урманға кителер ҙә аҙаҡ килеп сығылыр...

– Һаумы, ҡыҙылбаш!

«Ҡыҙылбаш» – минең иң зитҡа тейгән урам ҡушаматы. Урам, тиеүем шул, өйҙәгеләр миңә төрлөсә өндәшә: һарҡаш, себеш, серәкәй, серек күкәй, ҡойроҡ һ. б. Ә «Ҡыҙылбаш» тиергә өйҙәгеләрҙән бер кем баҙнат итмәй, хатта ағайым да. Асыу килмәҫлек тә түгел: бөтөн ауылда бер минең сәс әҙәмдекенә оҡшамаған. Был һүҙҙең миңә ниндәйерәк тәьҫир иткәнен белһә лә, бер Алла белә. Шуға ла, килеүсене күрмәҫ элек үк «энәләремде тырпайтып», үрә-үрә тын ала башланым. Ә инде ҡаршымда ят кейемле таныш түгел ағай күргәс, бер талайға шаңҡып торҙом: бәй, сит кеше минең зәһәр ҡушаматты ҡайҙан белә һалып алды икән?

– Ниңә шаҡ ҡаттың? Мин шулай ҡурҡынысмы әллә? – Ул тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы. Абайлап ҡарағас, ағайҙан алыҫ түгел машина туҡтап торғанын күрҙем. Эсендә шоферы ултыра. Үҙҙәре лә, машиналары ла беҙҙең яҡтыҡына оҡшамаған. Башҡа саҡ булһа, яткешеләргә ихтирам йөҙөнән битемә ус-ус булып һәленеп төшкән сәстәремде ҡулымдың һырты менән булһа ла артҡа ташлар, рәтләр инем. Сит кеше алдында оятҡа ҡала һалып барылмай ҙа ул... Тик бына күрәләтә «Ҡыҙылбаш»тан һалдырып килгән бәндә алдында ни тип ҡупшыланмаҡ кәрәк?

Сәс араһынан ғына тегегә текәлдем: быға минән ни кәрәк?

– Матурҡай, әйт әле, Һандуғас апайыңды белмәйһеңме?

– Белмәҫкә, минең апай ҙа ул!

– Шулаймы ни?! – Ағай кеше шатлығынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне, тауышы күкле-йәшелле булып сыҡты. – Әләйһәң, мин уны ауыл бөтөрөп эҙләнем, берәү белмәй ҡайҙа киткәнен.

«Белмәүе ғәжәп түгел, – тип уйлап алдым. – Бына «Ҡыҙылбаш»тан «Матурҡай»ға әйләнеү ғәжәп. Үҙеңә кәрәккәндә һайрай беләһең былай. Тик «Ҡыҙылбаш»ты онотор был тимә. Ул һүҙ өсөн малай-шалай менән тиңһеҙ алышҡа ташланған бар...»

Ағай кеше, эргәмә сүгәләп, күҙҙәремә ҡарап (әлдә бәхет бар, күҙҙәрҙе сәс ҡаплаған), йылмайырға итә:

– Бәлки, беләһеңдер. Бәләкәй кеше көллөһөн белеп-күреп тора бит ул.

«Белерһең, баба менән ҡурҡытып башыңды урманға алып барып тыҡһалар, белмәй ни!» – Быныһын да ҡысҡырып әйтмәнем, эстән генә уйланым.

– Ниңә өндәшмәйһең? Телеңде йоттоңмо әллә?

«Эйе, йоттом, – тип уйлайым. – Эҫе бәрәмәскә ҡушып, һиңә лә шундай бәхет яҙһын, «Ҡыҙылбаш» өсөн».

Ағай кеше әрһеҙ әҙәм булып сыҡты, ахырыһы, һаман ныҡыша:

– Белһәң, әйҙә! Эргәһенә алып бар мине. Алыҫ булһа, – ул машинаға ымланы, – ат егеүле!

– Атың егеүле лә – аяҡ тышаулы.

– Нисек?

– Шулай, – үҙем «әле генә нимә тигәнеңде оноттоңмо?» тигән төҫлө тегегә аҡаям. Башта уҡ исем тағып, ҡара яғып кил дә ҡаршыңа, аҙаҡ бынаулайтып инәлеп ултыр. Әкәмәт әҙәм...

– Улай булғас, туғаным, ҡайҙа икәнен әйт кенә һин, әйт кенә?!

Вайымһыҙ бер ҡиәфәттә усыма ваҡ таш сүпләп алып күккә сойорғоттом.

– Анһат... Белһәм дә, әйтмәйем. Һиңә кәрәк бит ул – үҙең тап.

Ағай кеше ҡаршыма сүгәләне. Ул да ҡулына ваҡ таш алған булды. Шунда ғына мин уның йөҙөнә иғтибар иттем: көмрө танаулы, ҡарағусҡыл йөҙлө, танау аҫтында, бармаҡ уйымы ерҙә, мыйыҡ ишараһы бар. Тапҡан үҫтерер урын! Үҙебеҙҙең танау аҫты йыш ҡына бөхтәлек менән маҡтанырлыҡ булмаһа ла, яҡшынан шаҡшыны айы­ра беләбеҙ әҙерәк. Ә бына күҙҙәре – асыҡ йәшел төҫтәге киң асылған күҙҙәре – йәлләтә. Баштуҡ «Ҡыҙылбаш» тип ысҡындырмаһа, әллә...

– Йә, әйт инде. Ни һораһаң, шул алдыңда булыр. Беләһеңме, хәҙер үк магазиндан бер итәк ҡағыҙлы кәнфит алып бирәм үҙеңә? – Быныһы хәс тә теге: «Әйтсе, ҡустым, кәнфит бирәм, апайың кемгә бара?» – тигән кәмит таҡмаҡтағы һымаҡ яңғыраны. Кәнфит һәйбәт нәмә инде ул, һүҙ ҙә юҡ. Шулай ҙа нәфсене тыя беләбеҙ. Тәм-том тип былай ҙа самалы абруйҙы юҡҡа сайып булмай ҙа инде?.. Шуға күрә лә иҫем китмәгән бер ҡиәфәттә:

– Кәнфит ашаған ба-ар, – тип һуҙҙым.

– Әләйһәң, ҡупшы күлдәк алып бирәм, кәрәкме?

Мин апайымдың кесерәйгән күлдәгенән бесеп тегелгән сомтор итәгемде тартҡылаштырып ҡуйҙым:

– Өйҙә күлдәк – бер һандыҡ.

Ағай кеше тағы эйелеп, минең күҙгә ҡарап көрһөндө. Үҙе көлгән була:

– Ҡара әле, ҡыҙыҡай, ниңә әйтергә теләмәйһең? Мин ҡараҡ, уғры түгел.

– Шулай ҙа бик үк тоғро түгел, – тип яуапланым, тегегә тишерҙәй итеп ҡарап. Сей наҙан түгел икәнде белһен, әкиәт ишене ҡышҡы төндәрҙә атай менән ишәбеҙ генә...

– Юҡ, ысын, апайыңды урлап алып китмәм. Бик ашығыс һүҙем бар уға... Апайың ҡайҙа эшкә китә?

– Белмәйем, – бер ташым ағайҙың танау осон сыйып уҡ осто, – эшләй торған ерен атай менән барып күреп килде. Йы-ра-а-аҡ, ти.

– Бына бит, – ағай ашығып арлы-бирле йөрөштөрөп алды, – йыраҡҡа китә, тиһең, күрергә ине бит әле үҙен. Юлым бик ашығыс. Хәрби кеше мин. Был яҡтарға инде тиҙ генә килә алмам...

«Һүҙеңә ҡеүәт!» тигәндәй, машина ҡысҡыртты. Ағай ялт итеп боролоп ҡараны. «Хәҙер, хәҙер!» – тигәнде аңлатып ҡул болғаны.

– Әйт инде, туғаным. Киләһе йыл үҙеңде ҡалаға алып барырмын, матур баҡсаларға алып йөрөрмөн.

Былай ялынғас, апайымдың бер бик ҡәҙерле кешеһе  – сере ошолор әле, тип уйлап алдым. Апайымды хәтерләү «ҡыҙҙар бабаһы» ваҡиғаһын да ҡылт итеп иҫкә төшөрҙө, күңел рәнйеүҙәремде өр-яңынан яңыртты.

– Йә инде, туғаным, әйт инде?! – Тауышында сикһеҙ ялбарыу сағылды ят ағайҙың.

– Нимәне?

– Һуң, апайыңды?

– Әйтмәйем, тинем дә.

– Ни-ңә-ә?

– Тик!

Ағай, ҡапыл ынтылып, ҡып-ҡыҙыл ялҡын булып битемде ҡаплаған сәс көлтәләремде һыпырып, күҙемә ҡараны:

– Ғүмер буйы рәхмәт әйтермен үҙеңә, яҡшылығыңды мәңге онотмам. Бары ике ауыҙ һүҙ әйтергә кәрәк миңә уға, бары ике ауыҙ...

Бер минутҡа икеләнеп-ҡаушап ҡалдым. Әйтһәм, быныһын да, тегенеһен дә еңел генә ғәфү иттем тигән һүҙ. Бынан һуң эте лә, бете лә мине «Ҡыҙылбаш» тип кәмһетер, «баба» менән өркөтөр.

– Юҡ, әйтмәйем.

– Аһ! – Ағай кеше, ҡулдарын тубығына шапылдатып, ҡапыл ергә сүгәләне. – Ни тиклем еңмешлек! Ҡайһы ереңә һыя тиң... – Ул, кәүҙәмде арҡырыға-буйға үлсәгәндәй, тотош тишеп ҡараны. – Һуңғы тапҡыр үтенәм: әйтәһеңме, юҡмы?!

Мине ниндәйҙер тупаҫ, йонсоу һәм ғәмһеҙ тойғо биләп алды. Үҙемдең иҫ киткес арығанымды, асыҡҡанымды тойҙом шунда. Ниңә бөтәһе бергә йәһәннәмдең үҙенә олаҡмай? Инде бер нәмә лә уйламайым, ирендәр генә үҙҙәренән-үҙҙәре:

– Юҡ, юҡ, юҡ, юҡ, юҡ... – тип ҡыймылдай.

«Би-ип! Би-и-ип!» – Ағай кеше, күҙҙәренән асыулы осҡондар сәсеп, ҡулындағы таштарҙы атып бәрҙе:

– Ҡәһәр генә төшһөн һиңә. Ҡаҙал, күҙемдән юғал!..

Шуны ғына көткәндәй, бөтә көскә ауылға атылдым, аяҡ аҫтындағы ҡырсынташтың ялан тәпәйҙәргә аяуһыҙ ҡаҙалыуы ла туҡтата алмай.

– Туҡта! Китмә! – Көслө тауыш мине ҡайырылып ҡарарға мәжбүр итте. – Әйт апайыңа: еҫлегөлдө һулытмаһын! Зинһар, әйт, һулытмаһын!

Машина китте, артында саң бураны ғына уйнап ҡалды. Мин ҡапыл хәлһеҙләнеп ергә ултыра төштөм, унан, юлға һуҙылып ятып, сеңләп илап ебәрҙем, һемәйеү, үс алыу, аҙаҡ килеп йәлләү һәм үкенеү тойғолары күҙ йәше булып битем буйлап аҡтылар ҙа, саңлы юлға тупылдап, ҡара борсаҡ булып төйөрөлдөләр. Ошо минутта ермен тигән Ер шарында минән дә бәхетһеҙ, минән дә йүнһеҙ, минән дә көсһөҙ кеше бар инеме икән?!

– Кем булды ул? Кем менән һөйләшә инең?

Тупраҡ менән йәшкә буялған йөҙөмдө күтәреп ҡараһам, миңә түгел, ҡыҙғылт туҙан өйөрмәһе ҡалдырып күҙҙән юғалған машина юлына ҡарап Һандуғас апайым тора. Теләр-теләмәҫ кенә урынымдан торҙом. Минең, ҡайғы һаман төштән кире икән әле – апайым күбенгән йөҙөмә ҡарап ҡына ла ҡуйманы. Әле генә үҙ-үҙемде йолҡҡолар сиккә етеп үкенһәм дә, апайымдың миңә ҡарата битараф булыуы яңынан оторо ярһытты: кешене көн оҙоно интектереп һалып ҡуйыуы етмәгән, йәлләй ҙә белмәй бит, исмаһам!..

– Һиңә әйтәм, кем ул?

– Шофер. Юл һораша.

– Өйрәттеңме? Әйттеңме һуң? – Күренеп тора: бер юлаусы миңә ҡарағанда мең тапҡыр ҡәҙерлерәк.

– Әйттем. Әйтмәй ни...

Апайым, күҙен юлдан айырмайынса, ирендәрен ҡыймылдата:

– Ни тинең? Ни тинең әле?..

– Урманға баба килгән, ипле генә йөрө, тинем.

Әйттем дә оноттом, һәр яңы көн өп-өр яңы ҡыуаныс­тары, үкенестәре һәм яҙыҡ-ҡаҙыҡтары менән килгәндә, бер урында тапанып, тик бер нәмәне уйлап йөрөп буламы икән? Етмәһә, Һандуғас апайым да тәғәйенләнгән еренә эшкә китте. Көмрө танаулы хәрби егет шул ғүмер эсендә тик бер тапҡыр ғына үҙен хәтерләргә мәжбүр итте.

Машина беҙҙең өй эргәһенә туҡтағанда, атайым менән өй алды баҡсаһында рәшәткә йүнәтеп, әш-көш итеп йөрөй инек. Машинаны танығас, бесәй сослоғо менән ҡойма аша урам эсенә һикерҙем. Ниңә? Теге хәлде ағай кеше онотмаған булһа? Ул сағында атайымдың киң арҡаһы ла һаҡлап ҡала алмаҫ. Әлбиттә, ул саҡтан бирле тотош бер көҙ, бер ҡыш, бер яҙ үтте. Тағы бер йәй инде көҙгә ығыша. Шулай ҙа донъя хәлен белеп булмай... Ҡойма ярығынан тегеләрҙе күҙәтәм: ағай кеше һис тә үҙгәрмәгән, шул кейемдә. Бына ул киң аҙымлап атайым ҡаршыһына килеп баҫты, күреште. Күңеле көрҙөр, йөҙө яҡты күренә. Ниҙер әйтте. Атайым яуап ҡайтарҙы. Ағай кешенең ҡапыл төҫө боҙолдо, таянырға терәк эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды. Атайым тағы ниҙер әйтте. Ят ағай, ашығыс ҡына хушлашып, кабинаға инеп ултырҙы.

Ҡурҡыныс бөттө. Иркен тын алып кире урамға сыҡҡанымда, машинанан елдәр иҫкәйне...

Атайым шул яҡҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

– Да-а-а, – ниңәлер тәрән көрһөндө. Беҙҙең янға биләүҙәге ҡурсаҡтай ҡыҙын күтәреп ҡунаҡҡа ҡайтҡан Һандуғас апайым сыҡты. Ул да ҡараштарын машина киткән яҡҡа төбәгән, тик теге саҡта минән төпсөшкәндәге һымаҡ: «Кем ул, кем булды?» – тип төбәшмәне. Атайым, ул һорамаһа ла, ситкә ҡарап ҡына:

– Ситтән килгән кешеләр. Юл өйрәтеп ебәрҙем, – тип мығырланы.

Һандуғас апайымдың киң асылған асыҡ һоро күҙҙәрендә көҙ илсеһе – һары япраҡтар шәүләһе уйнай. Миңә ҡалһа, донъяла унан да бәхетле кеше юҡ кеүек: ни тиһәң дә, уның бәләкәс кенә, алһыу ғына ҡыҙы бар. Хәс тә йәнле ҡурсаҡ! Ошо бәпес арҡаһында үҙемдең дә абруй күтәрелеп китеүен һөйләп тә тормайым. Сабыйҙың булған һәм булмаған ҡылыҡтарын һөйләгәндә беҙҙең урам ҡыҙҙары ауыҙыма ҡарап шаҡ ҡаталар, индереп күрһәтеүемде үтенәләр. Уныһы инде һәр кемгә тәтемәй, кемгә күрһәтәм, кемгә юҡ – форсат минең ҡулда. Ә теге хәрби кешене мин тағы шундуҡ оноттом...

Офоҡ аллана, алара ла башланы – йәйге ҡыҫҡа төн үтеп тә киткән икән. Әммә яңы көн килеүе бөгөн ҡыуандырмай мине. Әйтелмәгән сәләм – тапшырылмаған аманат ятҡан бит йөрәктә! Апайымдың һиллек, сәскәләр һәм башаҡтар еҫе тулы, йәнде-тәнде тотошлай сафландырыр, иркәләр төндә китек күңел менән гармун моңо тыңлауына мин, минең бала саҡтағы ана шул ауанлығым сәбәп булманымы икән? Шулай булһа, төҙәтә алмаҫлыҡ хата – яҙмыш-яңылыш яһағанмын түгелме? Бәлки, һуңлап булһа ла шул сәләмде тапшырырға, һүнгән усаҡ төбөндә емелдәгән кескәй ҡуҙға йән өрөргәлер? Әллә өндәшмәү хәйерле булырмы? Бөтәшкән, тик йөйө ҡалған яраны ниңә ҡабат ярһытырға?! Бала саҡтағы шикелле үкенестәремде саңлы юлға ҡара борсаҡ итеп һибеп кенә бөтөрә лә, язанан ҡойма артына боҫоп ҡотола ла алмайым. Ваҡыты ла башҡа, үҙем дә бүтән. Хаталар ҙа, яра-язалар ҙа үҙем менән...

Ҡабаттан төпһөҙ көмбәҙ – күккә бағам. Унда йондоҙҙар шөйлә һирәгәйгән. Иң яҡтылары ғына ҡалған. Күрәһең, таң ҡаршылау бәхете бәғзеләренә генә, иң яҡтыларына, яҙалыр. Ә ундайҙары, төндө көнгә ялғағандары һирәк, бик һирәк. Кеше лә бит шулай: иҫтәлектәрҙең иң изгеләрен йә иң үкенеслеләрен генә ғүмер ахырынаса һаҡлай.

...Тәҙрә төбөндә еҫлегөл. Ул да, тирә-йүнгә хуш еҫ таратып, таң ҡаршылай.

Автор:
Читайте нас: