Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь , 15:25

Бауырҙы таҙарта торған эсемлектәр

Ромашка сәйен кискелеккә бешереп эсһәң, яҡшыраҡ йоҡлата, йыуан эсәкте таҙартырға ярҙам итә, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта.


Имбирь һәм лимонлы һыуҙы былай эшләйҙәр:
Имбирҙы киҫәктәргә турайһың, лимондың яртыһын алаһың, һыуҙы ҡайнатаһың һәм был икәүҙе өҫтәйһең. 5 минут ҡайнатҡандан һуң һыуытаһың.
Килеп сыҡҡан эсемлекте 2 аҙна дауамында кис һайын эсегеҙ.

Һолонан эсемлек.
Һоло ярмаһын 7 сәғәт дауамында ебетегеҙ. Унан һөҙөп, блендер аша үткәрегеҙ. Шунда уҡ бер аш ҡалағы дәрсен (корица) һәм 1 стакан һыу ҡушығыҙ.
Был эсемлекте кис һайын йылы килеш эсегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:
Читайте нас: