Мораҙым
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2024, 12:55

"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 2019 йылдан алып, йыл да 14 декабрҙә башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.  Бөгөн райондың башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ҡоролтай ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр һәм тел тип янып йөрөүсе башҡалар район китапханаһына йыйылды.

"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."

Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов сығыш яһаны, Башҡорт теле  көнөнә арнап уҙғарылған район шиғыр һөйләү, “Мин һәм минең ғаиләм башҡорт милли кейемендә” конкурстарына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр тәбрикләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, был конкурстарҙа йәш быуын да бик теләп ҡатнашҡан. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре сығыштары сараға сағыу биҙәк өҫтәне.

 

Һуңғы йылдарҙа туған телде үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө сараларҙың, проекттарҙың арта барыуы ҡыуандыра. “Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм был йәһәттән ошо эштә халҡыбыҙҙың ҙур роль уйнауы бик яҡшы. Беҙ шундай әүҙем һәм битараф булмағандарға, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкәндәргә, уны яратҡандарға һәм был мөхәббәтте башҡаларға еткергәндәргә ярҙам итергә булдыҡ”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Рәсүл ӘХМӘТЙӘНОВ, район мәғариф бүлеге начальнигы:

-  Республикабыҙҙа “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә урта мәктәптәрҙә матди-техник базаны яңыртыу, ауыл ерҙәрендә яңы мәктәптәрҙе сафҡа индереү, реконструкциялау, һанлы белем биреү моделен индереү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла.

 Бөгөнгө көндә беҙҙең райондың 13 урта, 10 төп дөйөм белем биреү мәктәбендә барлығы 3395 бала белем ала, уларҙың 1042-һе - рус, 2015-е – башҡорт, 309-ы – татар һәм 29-ы башҡа милләттән. Балалар башҡорт телен өс  йүнәлештә - әсә теле, туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – 36.

 Тел уҡытыусылары балаларға сифатлы белем бирһен өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Улар Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.  “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, йыл һайын район һәм ҡала мәктәптәре араһында “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” конкурсы үткәрелеп килә. Был конкурста һуңғы өс йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбе (кабинет мөдире – Зөлфиә Илмөхәмәтова), Мораҡ башҡорт гимназияһы (Зилә Псәнчина), Воскресенск мәктәбе (Эльвира Аллабирҙина) еңеүселәр исемлегенә инеп, мультимедиа комплексы һатып алыуға сертификаттар алдылар. Конкурс туған тел уҡытыусыларының эшкә ижади ҡарашын үҫтереүгә, һөнәр йәһәттән камиллашыуына, кабинеттарҙың матди-техник базаһын нығытыуға, уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Быйылғы йылда Тәүәкән мәктәбе (кабинет мөдире -  Гөлназ Сәлихова) ҡатнаша.

БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары араһында конкурс үткәрелеп, үҙ һөнәренең оҫталарына 50 мең һум күләмендә премия тапшырыла килә. Был бәйгелә һуңғы өс йылда Хәнифә Мысырғәлина (Йомағужа 2-се урта мәктәбе), Гөлназ Сәлихова (Тәүәкән мәктәбе), Илдар Сыңғыҙов (З.Биишева исемендәге мәктәп) еңеү яуланылар.

 БР Башлығы Р.Хәбировтың указына ярашлы, ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға 600 мең һумлыҡ грант алыуға конкурс үткәрелеп килә, йыл һайын 100 грант тапшырыла. Быйылғы йылда гимназия уҡытыусыһы Альбина Маликова 600 меңлек грантҡа лайыҡ булды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған төбәк-ара олимпиадала һуңғы өс йылда 5 уҡыусы призер булды. Башҡорт теле көнө алдынан был олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар  тапшырыла.  

 

 2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды, исеме үк әйтеп тороуынса был фонд республикабыҙҙың төп дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп матур проекттар булдырҙы. Иң уңышлы проекттарҙың береһе — Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант. Акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта, 2019 йылда унда 70 мең кеше ҡатнашһа, 20204 йылда диктант яҙыусылар һаны 408 меңгә етте. Акцияла Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 24 сит илдән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша.

Беҙҙең район был акцияға йыл һайын ихлас ҡушыла.   Онлайн һәм офлайн уҙған сарала районыбыҙҙа уҡый-яҙа белгән бәләкәй балаларҙан алып, өлкән йәштәге инәй-бабайҙарға тиклем әүҙемлек күрһәтә.

 2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге онлайн-олимпиада уҙғарылды, был сара халыҡҡа үҙҙәренең көсөн онлайн-форматта һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе.

 2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар ойошторола, улар телде яңы өйрәнеүселәргә - күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә, бер төрө эшлекле даирә телде ҡулланырға теләүселәргә - дәүләт һәм муниципаль органдарҙа эшләүселәргә тәғәйенләнде.

 2020 йылдан квартал һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы уҙғарыла, уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыусы 100-ҙән ашыу проект старт алды.  2021-2022 йылдарҙа республика буйынса башҡорт блогерҙары менән “Республика” блог-туры эшләне, бөтәһе 300 блогер менән 12 тур ойошторолдо, уларҙы 5 млн-дан ашыу кеше ҡараны.

 2022 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың юбилейына “Минең Рәми” төбәк-ара шиғри конкурсы уҙғарылды, унда 800-ҙән ашыу шиғыр һөйләүселәр ҡатнашты.

"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
"Милләтебеҙ усағының баҙлап торған ҡуҙы беҙ..."
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: