Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь , 16:40

2025 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу башлана

Республикабыҙҙың милли йөҙөн сағылдырған, халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ бик күп. Шулар араһында милли батырыбыҙ Салауатҡа арналғаны халҡыбыҙ йөрәгендә айырым  урын биләй.  Әйткәндәй,  2025 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу башлана.

2025 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу башлана
2025 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу башлана

Был хаҡта интернет селтәрендә, ваҡытлы матбуғатта бик күп әйтелде, яҙылды. Халыҡ өсөн үткәрелгән “Тура бәйләнеш”тә республика башлығы был хаҡта аңлатма биреп үтте:

- Һәйкәлдең торошо беҙҙе бик борсой. Бөтә өлөштәре лә тиерлек, бигерәк тә аттың артҡы аяҡтары – төп ауырлыҡ төшкән өлөш коррозиянан ныҡ зыян күргән. Был һәйкәлдең артабанғы яҙмышына ҙур хәүеф менән янай. Өҫтәүенә постамент буйынса һорауҙар бар. Бөгөн проект Дәүләт федераль экспертизаһының ыңғай баһаһын алды. Реставрация процесы бик ҡатмарлы. Ул хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота, сөнки улар тут арҡаһында яраҡһыҙ хәлгә килгән.

Яңы йылдан һуң республика бюджетында кәрәкле сумманы әҙерләй башлаясаҡбыҙ һәм шунда уҡ эшкә тотонабыҙ. Тағы ла бер-ике йыл торһон әле тип йөрөһәк, һәйкәлде бөтөнләй юғалтыуыбыҙ ихтимал. Эштәр йыл ярым самаһы дауам итәсәк, уның ҡарауы һәйкәлде киләһе быуындар һәм республика өсөн һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, - тине Радий Фәрит улы Хәбиров.

Салауат Ильясов, педагогик хеҙмәт ветераны:

Салауат Юлаев һәйкәле һәм барыбыҙ өсөн дә үтә мөһим. Хатта республиканың гербында Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөлгән.

 Ғөмүмән, милли батырыбыҙға бәйләнгән бар нәмә – уның исеме, образы, һәйкәле һ.б. Башҡортостан халҡының тормошоноң бөтә өлкәләренә үтеп ингән. Уның хөрмәтенә күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, хатта ҡала аталған. Бөтә илгә билдәле хоккей клубы уның исемен йөрөтә,  дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған.

Республикала Йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, Салауат йыйыны үткәрелә, “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.

 Реставрацияланғандан һуң  Салауат Юлаев һәйкәле әүәлгесә Башҡортостандың баш ҡалаһының сағыу, үҙенә тартып торған бер урыны булыр, тип ышанам!  

 

Автор ФОТОҺЫ. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: