Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь , 10:15

Ауылдар күркәмләнә

Йомағужа ауылы күҙгә күренеп матурлана бара.

Ауылдар күркәмләнә
Ауылдар күркәмләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Тура бәйләнеш”тә бик күп мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Уларҙың ҡайһылары республика ауыл-ҡалаларын төҙөкләндереүгә, социаль объекттар төҙөүгә һ.б.- ға ҡағылды.

Радий Фәрит улы уларҙың һәр береһенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Быйылғы көҙ Йомағужа ауылы халҡы күңелендә күркәм тарихи ваҡиға менән иҫтәрендә тороп ҡаласаҡ – бында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса тормошҡа ашырылған “Мәңгелек ут” мемориалын асыу тантанаһы булды.

 

Йомағужалағы мемориал - беҙҙең районда икенсе иҫтәлекле урын, ошондай уҡ “Мәңгелек ут” бер нисә йыл элек Мораҡ ауылының Еңеү аллеяһында төҙөлгәйне.

Беҙҙең ҙур илебеҙҙең һәр бер ҡалаһында тиерлек үҙ "Мәңгелек ут”ы бар. Тәүге тапҡыр ул 1967 йылдың 8 майында билдәһеҙ һалдат ҡәберлеге өҫтөндә яндырыла. Ошондай иҫтәлекле урындарҙың хәҙер ауылдарҙа ла төҙөлөүе бик матур күренеш.

Руслан ЙӘНГИРОВ, район хакимиәте башлығы урынбаҫары:

  - Беҙҙең район тарихына тағы ла бер әһәмиәтле бит өҫтәлә, ә был сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла был тарихи ваҡиғаның тере шаһиттары. Мәңгелек ут – фронтҡа китеп, яу ялананынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарыбыҙ тураһында хәтер, иҫтәлек.  Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ һәм улар хаҡында бер ҡасан да онотмабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар һәм тыл ветерандары үҫеп килеүсе быуынға оло үрнәк, - тине

Күңелдәребеҙҙә имен тормош, аяҙ күк бүләк иткәндәргә һөйөү һүрелмәһен, улар хаҡында хәтер мәңге йәшәһен, ә “Мәңгелек ут” ауыр һуғыштарҙа һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеге булып янып торһон.

 

 

Ауылдар күркәмләнә
Ауылдар күркәмләнә
Ауылдар күркәмләнә
Автор:
Читайте нас: