Республикабыҙҙа әленән-әле яңы социаль объекттар сафҡа индерелә. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән тура бәйләнеш ваҡытында ла тап ошо өлкәгә ҡағылышлы айырым һорауҙар яңғыраны.
Республика Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Әр-Рәхим мәсете тураһындағы һорауына яуап биреп, объектты төҙөүгә бер нисә миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында белдерҙе .
– Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларын эшләп бөтәсәкбеҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров, алдағы дүрт йылда мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне.
Беҙҙең районда иһә көҙ Һатлыҡ ауылы халҡы өсөн үтә ҡыуаныслы ваҡиға менән тарихта ҡалды. Бында күптән көтөлгән социаль-мәҙәни үҙәк файҙаланыуға тапшырылды.
Ауыл күҙгә күренеп матурланды.
Элекке ауыл клубы урынлашҡан ерҙә Юлдыбай ауыл биләмәһе БР Башлығы грантының “Тыуған ауылға – спорт” проекты буйынса балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансығы эшләгән.
Марат Исҡужин, район хакимиәте башлығы:.
-
- Һатлыҡ ауылында күптән көткән социаль-мәҙәни үҙәк асылыуы - тарихи ваҡиға.
Республика Башлығы Радий Хәбиров былтыр Мораҙымда район хакимиәте башлыҡтарының төбәк кәңәшмәһендә ҡатнашҡанда Һатлыҡ ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөргә ҡушҡайны. Беҙҙең әҙер проект та бар ине: ФАП, китапхана, тамашалар залын берләштергән социаль әһәмиәтле бина халыҡ мәнфәғәте өсөн бик тә кәрәкле икәнлеген Радий Фәрит улы ыңғай баһаланы.
Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ ысын мәғәнәһендә сәскә ата, бик күп эштәр атҡарыла. Һәр ауылда тиерлек юлдар төҙөкләндерелә, ФАП-тар асыла, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре лә ыңғай хәл ителә. Әйткәндәй, Һатлыҡ ауылына ла быйыл асфальт түшәлде.
Һатлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты 136-нан күберәк кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 24-те бала. Бер йәшлек балалар һаны – 1, ауырлылар һаны ла бөгөнгө көндә берәү. Белгес әйтеүенсә, был яңы, йылы, бөтә уңайлы шарттары булған бинала эшләүе кинәнес, бәләкәй генә пунктында дефиблятор, үлсәү, ноутбук, бәйләнеш өсөн интернет, хатта үҙ ЭКГ аппараты бар.
булды.