Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2024, 10:50

"Ирекмәнлек - күңел торошо"

"Ирекмәнлек - күңел торошо. Уҡыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт ветерандары һәм ауыл йәштәре махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатында берләште", - ти Ежов исемендәге Волостновка дөйөм белем биреү мәктәбенең “Бәхет бар” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе, ошо көндәрҙә "Халыҡ фронты. Бөтәһе лә еңеү өсөн!” түш билдәһенә лайыҡ булған Рәсимә Фирғәт ҡыҙы Варнавская. 

"Ирекмәнлек - күңел торошо""Ирекмәнлек - күңел торошо"
"Ирекмәнлек - күңел торошо"

Махсус хәрби опереацияла йөрөгән яугирҙарыбыҙға ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеү – беҙҙең бурыс. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Тура бәйләнеш”тә лә был мәсьәлә күтәрелде. Радий Фәрит улы махсус хәрби операция хәрби хеҙмәткәрҙәренә һәм ауыр ваҡытта ил берҙәмлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 Махсус хәрби операцияла булғандарға ярҙам итеү буйынса районда байтаҡ эштәр башҡарыла – һәр ауыл биләмәһендә, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында әүҙемдәр окоп өсөн шәмдәр эшләй, маскировкалау селтәре үрә. Ойоҡ, бирсәткә бәйләүселәр ҙә, көндәлек кәрәк-яраҡ, тиҙ боҙолмаусы аҙыҡ-түлектән торған гуманитар ярҙам, аҡса, адреслы посылка ебәреүселәр ҙә бихисап һ.б.

 

Рәсимә ВАРНАВСКАЯ, Н.Г. Ежов исемендәге Волостновка дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, “Бәхет бар” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе:

Ежов исемендәге Волостновка дөйөм белем биреү мәктәбендә - “Бәхет бар” ирекмәндәр хәрәкәте 2022 йылдың декабрендә эшләй башланы. Уҡыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт ветерандары һәм ауыл йәштәре махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатында берләште.
Ирекмәндәр ошо ваҡыт эсендә 100 парҙан ашыу йөн ойоҡбаш бәйләне, исемле посылка йыйҙы. “Һалдатҡа хат” акцияһы сиктәрендә уҡыусылар яугирҙарға ҡыйыулыҡтары, илһөйәрлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре һәм Еңеү менән өйөнә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙҙы.

Беҙҙең хәрәкәттең төп эше - маскировкалау селтәрҙәре үреү. Йәмғеһе 51 селтәр бәйләнде!
Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн “Бәхет бар” ирекмәндәр хәрәкәте Күгәрсен районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе булараҡ, миңә “Халыҡ фронты. Бөтәһе лә еңеү өсөн!” түш билдәһе тапшырылды.
Был награда - бөтә командабыҙҙың яйға һалынған эш һөҙөмтәһе, тип иҫәпләйем. Хөрмәтле ирекмәндәрем: хеҙмәт ветерандары, ҡәҙерле уҡыусыларым, ата-әсәләрем! Һәр берегеҙгә ярҙамсыллығығыҙ, эш һөйөүсәнлегегеҙ, яуаплы булыуығыҙ, илһөйәрлек өсөн рәхмәт! Ирекмәнлек - ул эш түгел, был күңел торошо! Һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө теләйем!

"Ирекмәнлек - күңел торошо"
"Ирекмәнлек - күңел торошо"
"Ирекмәнлек - күңел торошо"
"Ирекмәнлек - күңел торошо"
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас