Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов.
- Хәйерле көн, Рөстәм Миңғәли улы! Белеүебеҙсә, был съезд беренсегә генә үтмәй. Ғөмүмән, элек тә ҡоролтайҙар уҙып торғандыр бит?
- Эйе. Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан халыҡ өсөн көнүҙәк, мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп хәл иткән. Тарихтан күренеүенсә, I Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа, II Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 25-29 авгусында Өфөлә, III Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үтә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съездары үтеүенә иһә үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ: I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1-2 июнендә, II съезд 2002 йылдың июнендә, III съезд 2010 йылдың 10-11 июнендә, IV съезд 2015 йылдың ноябрендә, V съезд 2019 йылдың 27-29 июнендә Өфө ҡалаһында уҙҙы. Республикабыҙҙың һәр ҡала һәм райондарынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән меңәрләгән миләттәшебеҙ ҡатнашҡан был ҡоролтайҙарҙа милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелгән, башҡа көнүҙәк һорауҙар күтәрелгән.
- Беҙҙең район да был мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫ, моғайын?
- Әлбиттә. Апрель айында Мораҡ ауылында район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, “Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм урындағы ҡоролтай ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡта эшләүселәр ҡатнашлығында уҙған сарала урындағы ойошманың эшенә йомғаҡ яһалды, башҡарма комитет составы раҫланды, яңы маҡсат-ниәттәр ҡуйылды, киләһе съезға делегаттар һайланды.М
- Урындағы ойошма Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Башлығы, республика Хөкүмәте тәҡдимдәренә таянып, байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шуларҙың бер нисәүһен генә һанап китһәгеҙ...
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан исемле йылдар үткәреү һәм ниндәй ҙә булһа тармаҡҡа күберәк иғтибар бүлеү матур йолаға әүрелде. Мәҫәлән, 2022 йылды Ҡоролтай Башҡорт мәҙәниәте һәм мираҫ йылы, 2023 йылды Фән һәм мәғрифәт йылы, 2024 йылды Йәштәр йылы тип иғлан итте. Планға ярашлы, районда ла ошо юҫыҡтарҙа эштәр алып барылды. Уларҙың бер нисәүһен генә телгә алам: “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында, “Ижади майҙан” форумында,
“Ер хәтере” республика марафонында күгәрсендәр һынатманы.
Халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеүгә, йолаларын тергеҙеүгә, хәҙергеһен һәм киләсәген билдәләүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән календар байрамдарын да ойоштормай ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, Милли кейемдәр көнө, Башҡорт теле көнө, Башҡорт ғаиләһе көнө һәм башҡалар. Мотлаҡ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ, был сараға милләттәштәребеҙҙе күберәк йәлеп итергә тырышабыҙ. Көйөргәҙе районында уҙған “Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе” халыҡ-ара фестивалендә, Учалы районында “Ай, Уралым, Уралым!” IV республика этно-фестивалендә лә булды беҙҙекеләр. “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары республика фестивалендә, “Башҡорт шәле” конкурсында, “Йөрәк һүҙе”, "Минең Рәми", ”Аҡмулла арбаһы“ , “Башҡорт аты” һәм башҡа сараларҙа беҙҙең яҡташтар әүҙемлек күрһәтә. Ҙур йолаға әүерелгән “Мораҙымдың моңло хазинаһы” асыҡ район фестивале милләтебеҙҙең сәнғәт һөйөүселәрен бергә туплап ҡына ҡалмай, йолалаларыбыҙҙы тергеҙеүгә лә булышлыҡ итә.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙған “Мәргән уҡсы” семинары был йүнәлешкә лә этәргес бирҙе.
“Атайсал” проектынан да ситтә ҡалмайбыҙ, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа был эшкә үҙ өлөшөн индерә. Улар иман йорттарын һалыуға, башҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.
Ошо проект сиктәрендә, бағымсылар ярҙамында Мораҡ һәм Күгәрсен урта белем биреү мәктәптәренә яҡташ Рәсәй Геройҙары һәм Башҡортостаныбыҙҙың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында ролл-стендтар эшләп тапшырылды, шундай уҡ стендтар Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла эшләтелде.
- Бөгөн илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә...
- Әлбиттә, был юҫыҡҡа ла ҙур иғтибар бирелә. Маскировка селтәрҙәре үреү, гуманитар ярҙам йыйыу кеүек эштәр бөтә ауыл биләмәләрендә лә әүҙем алып барыла. Патриотик тәрбиә биреү маҡсатында Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Герой әсә” фотокүргәҙмәһе булдырылды, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү ойошторолдо. Илһөйәрлек дәрестәренә йыйылған балалар, экскурсияға килгән йәштәр был эш серҙәренә төшөнә, беҙҙең еңеүгә үҙ өлөштәрен индерә. Оло быуын вәкилдәре лә был изге эшкә ҙур өлөш индерә.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән уҙған “Айыҡ ауыл” конкурсына ла туҡталып китәйек әле...
- Был конкурста беҙҙең район йыл да әүҙем ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы, өс йыл рәттән республика конкурсында призлы урындар яулайбыҙ. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Исем ауылы беренселекте алһа, 2022 йылдың июнь айында Сәлих ауылының 2-се урын яулап, 2 млн 500 меңлек сертификат алыуы билдәле булды, былтыр Бикбулат ауылы үҙ номинацияһында беренсе урынға сыҡты һәм 5 млн һумлыҡ сертификат алды. Ошо суммаға һәм район бюджетынан өҫтәп Сәлих ауылы урамына асфальт түшәлһә, бикбулаттар һәм исемдәр спорт һәм балалар майҙансығы төҙөп ҡуйҙылар.
Быйыл Аҙнағол ауылы әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Дипломға һәм аҡсалата призға лайыҡ булды.
Был конкурстың әһәмиәте ҙур, унда ҡатнашыу ауыл халҡының берҙәмлеген арттыра. Кәңәшләшеп, үҙ тыуған ауылыңа изге эштәр эшләргә, айыҡ тормош алып барырға этәргес бирә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған иң ҙур сараларҙың береһенә туҡталып үтмәй булмай: сентябрь айында Тәүәкән ауылында Ҡыпсаҡ ырыуының беренсе республика йыйыны уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында үткән йыйында республикабыҙҙа йәшәүселәрҙән тыш, Һамар, Ырымбур өлкәһе ҡыпсаҡтары ла ҡатнашты. Йыйында Ҡыпсаҡ ырыуының Советы раҫланды, ҡор башлығы һайланды.
- 6-сы съезда ниҙәр көтөлә?
- Башҡарма комитет хәбәр итеүенсә, сара барышында ғилми-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ижади лабораториялар, яңы проекттар, түған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар һ.б. көтөлә. Иң мөһиме – ул халҡыбыҙҙы бергә туплар, берләштерер, алға табан этәргес көс булыр, изге эштәргә йүнәлеш бирер, тип ышанабыҙ.
- Амин!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әңгәмәләште.
“Минең ҡарашымса, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙ аҡылы, эскерһеҙлек, алсаҡлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм төрлө һынауҙар алдында бирешмәүсәнлек, мобиллек һәм заманса үҫешкә әҙерлек кеүек сифаттар булырға тейеш.
Башҡортостан Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә көнсығыштың һәм көнбайыштың иң яҡшы өлгөләренең булыуы осраҡлы түгел. Образлы итеп әйткәндә, башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр булырға, Тыуған илен яратырға, уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек талантлы, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, үҙ-үҙенә ышанған, Ләйсән Үтәшева кеүек сибәр, һомғол буйлы булырға тейеш».
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВтың V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышынан.