Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабря 2024, 06:47

Ҡаҙаҡҡар

Аһ, Урал сауҡалары, нисегерәк һағынғанымды белһәгеҙ икән! Олатаһы ҡасандыр өйрәткән ошо йыр уның ярһыған йөрәгенә ял бирһә, артабанғы йәшәйешенә сәмле дәрт өҫтәй. Егеттең зар тулы моңон ишеткән Уҡабикә йәшерен генә күҙ йәштәрен һөртөп ҡуя...Ошондай кистәрҙең береһендә Ғайса янына Астан килеп ултырҙы.– Ҡыйынмы, ҡустым? – ул егеттең һағыш тулы күҙҙәренә ҡараны.– Ҡыйын, ағай, эс яна, йөрәк әрней...– Һарғайып үләҫең бит...– Былайтып йәшәгәнсе, үлгәнең мең артыҡ!– Аңтайым...– Һин аңлайһың да ул...

ҠаҙаҡҡарҠаҙаҡҡар
Ҡаҙаҡҡар


Ҡулдарын, ололарса, баш аҫтына ҡыҫтырған көйө уйҙарға бирелә-бирелә, һуйырташты ҡаплап үҫкән йомшаҡ та, ҡоро ла мүк өҫтөндә моңһоҙ ятҡан Ғайса баянан бирле үҙҙәре тәнгәлендә әйләнгән аҡ башлы бөркөттө күҙәтә. Шул рәүешле туҡтауһыҙ нимә эҙләй ҙә, нимә көҫәй ул зәп-зәңгәр төпһөҙ бушлыҡтар хакимы?

Йыртҡыс башҡа саҡта тауыш-тынһыҙ ғына осор ине, ә бөгөн, ни сәбәптәндер, туҡтауһыҙ саңҡылдығын сыға. Уның ошолай ҡыланыуында берәй әтнәкә юҡмы икән?

– Олатай, ә бөркөт ниңә ҡысҡыра ла ҡысҡыра ул?

– Әллә ҡайҙағы ҡорбанын шәйләп ҡалғанда шулай итә, улым. Йәнә лә – ояһына ҡурҡыныс янағанда. Хатта кешеләрҙе лә иҫкәртә белә ул, – уң ҡулын ҡашы өҫтөнә ҡуйған Ғәббәс ҡарт, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һауаға ҡарай. – Шул ҡәҙәре аҡыллы ҡош бит ул бөркөт. Аҡыллы ла, аңлы ла.

Күптән түгел генә ун дүртенсе йәйен ҡаршылаған Ғайса бөгөн олатаһы Ғәббәс ҡарт менән һағауылда тора. Әле, ғәҙел сират буйынса олатаһы күҙәткән, ә ейәне ял иткән мәл. Торған урындары Уралтау һыртының ошо тирәләге индән-иң бейек түбәһе. Әлеге түбәнән яҡын-тирә генә түгел, әллә ҡайҙарҙа ослайышып торған аҡ таштар ҙа ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә.

Һуңғы осорҙа ҡыян дала халҡы тынғылыҡ күрһәтмәй башланы. Көтмәгән-уйламаған ерҙән килеп сыға ла, йә малыңды ҡыуып алып китә, йәиһә ҡыҙ-ҡырҡынды урлай. Ир-егеттәр ғәйеп булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ана шул хәсистәрҙән һаҡланыу маҡсатында ауылдары менән сират буйынса изге һағауыл хеҙмәтен үтәп ятыуҙары.

Арыраҡ, яҫы таш өҫтөнә мул ғына ҡоро сыбыҡ-сабыҡ ҡатыштырып эре-төрө үлән һабағы, ҡарағай мүге өйөп ҡуйылған. Һағауылда тороусыларҙың бурысы: ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янағанда, ана шул сүмәләгә үрт һалып, ауылдаштарын, башҡа ошо тирәләге бүтән ауыл кешеләрен дә көнэлгәре иҫкәртеүҙән ғибәрәт.

– Олатай...

– Әү...

– Ә был түбә нилектән Ҡаҙаҡҡар тип атала?

– Ишетер ҡолаҡҡа уның исеме үк әйтеп тора, улым. Ҡаҙаҡҡар – ҡаҙаҡ ҡарауылы. Сәбәбе лә ябай ғына: беҙҙең тирәлә күберәген күрше ҡаҙаҡ ҡәүеме барымтасылары темеҫкенеүсән, – уйсанланып киткән Ғәббәс бабай йоҡа ғына кәзә һаҡалын һыйпаштырып ҡуя. – Башҡорттоң ябай, бер ҡатлыраҡ һәм эскерһеҙ ҡунаҡсыл икәнлеген улар яҡшы белә. Белеүен белә, әммә, ҡайсаҡ, ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәнде хәтеренән сығарып ебәрә. Оҙаҡ зитына тейеп, ғәҙелһеҙ ҡыланһаң, һай, яман бит ул бер ҡатлы башҡорт. Ирлек намыҫы менән ырыу бәҫен һаҡлап ҡалыу хаҡына йәнен йәлләмәҫ, дошманына арыҫлан ише ташланыр...

Арыҫлан затлы башҡорт кешеһе өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисергән Ғайса олатаһына ҡарап ала. Ә уныһы һаман әллә ҡайҙарға текәлгән көйө тора. Шулай, хатта һөйләгәнендә лә ул уяулығын юғалтмай. Тағы ла, алтынсы тиҫтәне тултырып килеүенә ҡарамаҫтан, ул күҙҙәренә һис зарланғаны юҡ, шөкөр. Бабайҙың атлап йөрөшө генә түгел, ә бар булмышы әле булһа йәштәрсә. Ҡаҙаҡ исемен ишетеү менән маңлай һырҙары тәрәнәйеп, сырайы ҡаранғылана төшкәндәй күренгән Ғәббәс ҡарт тап-таҡыр итеп ҡырылған башындағы йәшел түбәтәйен рәтләй, елкәһен тырнап ҡуя.

– Эйе... Башҡаға нужа күрһәтеү, этлек эшләү тигәндә дала халҡы аптырап тормай, – бабай, үҙ алдына һөйләнгәндәй, ауыр уфтанып ҡуйҙы, – уларҙың тик үҙҙәре генә рәхәт йәшәһен. Ҡыҫҡаһы, әҙергә ҡыҙығып ҡына баралар...

– Олатай...

– Әү...

– Беҙҙең ауылда ла ҡаҙаҡтар бар ҙа.

– Бар... Ҡаҙаҡтар араһы. Тик улар, башҡортлашып бөтһәләр ҙә, барыбер ҡаҙаҡ нәҫеленән. Дөрөҫөрәге, тамырҙары уларға барып тоташа.

– Ә улар беҙҙең яҡтарға нисек килеп сыҡҡан һуң?

– Һөйләй китһәң, улым, тарихы оҙон уның, – тип һамаҡлағандай итте олатай кеше, – имеш, бынан бихисап йылдар элек баҫҡынсылар, арттарынан ҡыуа төшкән башҡорттарҙан ҡасып барышлай, бер малайҙарын әллә юғалтып, әллә юрый ташлап китә. Ике йәшлек сабыйҙы табып алған ҡарымтасылар уны үҙҙәре менән алып ҡайта һәм шул көндән ҡаҙаҡ малайы башҡорттар араһында тәрбиәләнеп аяҡҡа баҫа. Мәле етеп, егет ҡорона инеүгә үҙе кеүек ярлы ғына етем ауыл ҡыҙына өйләндерәләр. Ҡаҙаҡтар араһы ана шул икәүҙән таралып китә лә инде.

– Ҡыҙыҡ...

– Тағы ла, ҡасандыр әсир төшөп ошонда төлөк типкән ҡалмыҡ затынан таралған ҡалмыҡтар араһы ла, үҙ ирке менән Ислам динен ҡабул ҡылып, башҡортлашҡан урыҫтар ҙа бар беҙҙә.

– Һәләк ҡыҙыҡ икән, – тип ҡуя уйҙар диңгеҙенә сумып бер аҙға шым ҡалған Ғайса, – ә һин быларҙы ҡайҙан беләһең, олатай?

– Нисек белмәҫкә? Заманында һинеке кеүек минең дә атайым менән олатайым бар ине, улар һөйләне. Бына хәҙер мин һиңә ул турала һөйләйем. Алла теләһә һин дә ейәндәренә һөйләрһең. Тарих ул, ошо рәүешле, быуындан-быуынға күсә килгәндә генә онотолмай.

– Олатай...

– Әү!

– Һине ҡаҙаҡтар араһында булып ҡайтҡан, тиҙәр...

– Булдым, балаҡай. Ирекһеҙҙән булырға тура килде...

– Һөйлә әле, ҡалайыраҡ барып тарының үҙҙәренә?

– Ҡалайыраҡ, тиһең инде...

Ғәббәс бабай башлағанын әйтеп бөтөрә алманы, ошо мәл тыңҡ итеп ҡалған тупаҫ тауыш уның һүҙен бүлдерҙе. Олатай менән ейән йылп боролоп шул яҡҡа ҡарай һалдылар. Ә унда йөҙйәшәр ҡарағас олонона ҡаҙалған ерән ҡаурыйлы уҡ һелкенә ине. Ғәббәс ҡарттың кинәт аяғүрә баҫҡанын күргән Ғайса ла һикереп тормаҡсы ине, әммә башына килтереп һуғыуҙан бар донъя түңкәрелеп китте лә, билдәһеҙлек упҡынына осто. Уның аңына бары әкрен-әкрен генә йығыла барғаны уйылып ҡалды, аръяғын иҫләмәй...

* * *

Аяуһыҙ ҡаҡлығыуҙан һушына килеп, күҙҙәрен асҡан Ғайсаның бөтә тәне ныҡ һыҙлай, күңеле болғана ине. Айырата үлтереп башы зыңҡый ҙа, муйыны ауырта, һәр һелкенеүҙән әйтеп бөткөһөҙ ғазаптар кисерә-кисерә салҡан ятҡан малай тештәрен ҡыҫып түҙергә мәжбүр. Өҙлөкһөҙ ҡыптырлаған тауышты самалағанда арбала китеп бара һымаҡ. Хәлһеҙ үҫмер ауырайған күҙ ҡабаҡтарын көскә-көскә ҡалҡытып, күк йөҙөнә баҡты. Ана, ике яҡлап ҡайын менән ҡарағас остары үтеп киткеләй, уларынан өҫтәрәк аҡ бөҙрәле болоттар эленеп тора. Ә тигеҙһеҙ юлда яман һелкетә һәм сайҡалған арба ыңғайына хәлһеҙ кәүҙәне ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла ташлай.

Ҡайҙа китеп барыуы уның ошолай? Ниңә китеп бара? Бер ни төшөнә алмаған Ғайса ятҡан урынынан ҡалҡынмаҡсы итә, әммә булдыра алмай: ҡуҙғалырлыҡ та әмәле юҡ. Баҡһаң, аяҡ-ҡулдары таҡырайтып бәйләнгән икән. Ҡапылғара зиһене яҡтырып киткән малайға ошо урында аң ҡайта: уны дала баҫҡынсылары урлаған! Тап шулай, ана, ылау менән йәнәш барған һыбайлылар үҙҙәренсә мөңгөр-мөңгөр килеп, ни тураһындалыр һөйләшә. Ара-тирә хатта, урман яңғыратҡансы көлөшөп тә алалар. Күренеп тора – улар ҡәнәғәт. Эштәре уңған, кәйефтәре шәп. Яһилдар!

Аңҡы-тиңке ятҡан үҫмер уларҙың һыңар һүҙен дә аңламай. Аңлар ҙа ине, башынан тәҡәт юҡ – ныҡ сатнай. Ҡолаҡтары геүләп тора, күҙҙәре шекәрәләнеүҙән йүнләп бер ни ҙә күрә алмай. Шулай бара торғас, уңлы-һуллы уҙған ағас остары бер заман күренмәҫ булды. Юлы ла һиҙелерлек таҡырая төштө. Ирәндекте үтеп, ялан ергә аяҡ баҫтыҡ, буғай, тип бошондо Ғайса. Хушығыҙ, тыуған яҡтар!

Ни аралалыр ойоп киткән Ғайса шаптырлаған һыу тауышына һиҫкәнеп уянды һәм шул әҙере, бар булмышын рәхәтләндереп, арҡаһына һалҡынлыҡ эркелде. Күрәһең, тәрән генә йылғаны сыҡтылар. Йылға еләҫе ҡағылыуҙан уның тын юлдары иркенәйеп китте. Туҙанлы юл менән томра көн ҡайнарлығы ифрат йонсотҡан Ғайса бермә-бер еңеллек тойғоһо кисерҙе.

Пар ат егелгән ылау эре таштар араһынан шағыр-шоғор үтте лә туҡтап ҡалды. Шул әҙере арба тирәһенә, лауылдашып, ҡыҫыҡ күҙле әҙәмдәр йыйыла һалды. Тәненә батып инеүҙән ҡанын ойотҡан арҡанды тағатып Ғайсаны аяғына баҫтырҙылар. Уныһы, башы әйләнеүҙән, саҡҡа ҡолап китмәй тора. Үҫмер ҡаршыһына килеп баҫҡан һалбыр мыйыҡлы хөштөмһөҙ әзмәүер, оло мискә доңғорҙағандағы тауыш сығарып, үҙҙәре телендә ниҙер әйтте. Уның бер һүҙен дә төшөнә алмаған Ғайса, гүйә, ярҙам һорап, әзмәүер йәнәшәһендә торған баҡыр битле иргә ҡараны. Ә тегеһе тәржемәсе икән.

– Ҫиңә нисә йәш? – ул башҡорт һөйләшен вата-емерә мөңгөрҙәне.

– Ун дүртенсе йәйем.

– Хоп! – Табаҡ йөҙө йәйелеп киткән мыйыҡ ҡәнәғәт йылмайҙы.

– Атың кем?

– Бәләкәстән Ғайса тиҙәр...

Ахыры, бәйғәмбәр исемен ишетеп, ҡапыл-ҡара етди төҫ алған баҡыр бит һалбыр мыйыҡ ҡолағына ниҙер шыбырланы. Уныһы, былай ҙа йәмһеҙ йөҙөн тағы нығыраҡ йәмерәйтеп, шул әҙере йылмайыуҙан туҡтаны. Башҡаса төпсөнөп торманылар. Йылға буйындағы һирәк-һаяҡ күренгеләгән сыбыҡ-сабыҡты йыйып, ут тоҡандырғандан һуң кипкән ат тиҙәге өҫтәнеләр. Геүләп яна башлаған усаҡ өҫтөнә йәтеш кенә ҡаҙан аҫылды: тамаҡ ялғап алырға уйлайҙар икән. Инде тамам асылына ҡайтҡан Ғайсала тамаҡ ҡайғыһы юҡ. Ул асырғанып ян-яғына ҡарана. Уға ошо миһырбанһыҙ әҙәмдәрҙән нисек тә ҡасып ҡотолорға кәрәк. Был юлы ҡотолоп булмаһа ла, һис юғында, юлды хәтерләп барғанда...

Әле кискән йылғалары киң генә, шулай ҙа ауырлыҡһыҙ йөҙөп сыҡҡандай. Яҡын-тирәлә, исмаһам, күләгә булырлыҡ бөртөк ағас күренһәсе. Ағасы нимә, хатта, йәшеренеп ышыҡлағандай бер убаһы ла юҡ. Тын ғына ағып ятҡан йылға ярының ашаһында ла, был яғындағы кеүек үк, тип-тигеҙ ерҙәр йәйрәп ята. Уның өҫтөндә елгә бәүелеп ултырған сал ҡылғандан башҡа бер ни күренмәй: дала тип һөйләгәндәре, күрәһең, ошо булалыр...

Әлеге уйҙан Ғайсаның йөрәге жыу итеп ҡала: ул бит ошо сите лә, ҡырыйы ла күренмәгән шыҡһыҙ даланың әсире. Ул барымтасыларға ҡаршы бер ни ҡыла алмаған ғажиз йән. Көсһөҙлөгө быуып барған үҫмерҙең тамағына ҡаты төйөр килеп тығыла, күҙҙәренә йәш эркелә. Уны алда яҙмыштың ниндәйе көтә? Тыуған төйәге менән яҡындарын ҡабат күрә алырмы? Әллә... Уф-ф, ниндәй аяныслы ғәҙелһеҙлек, хатта, ҡот осҡос ҡәбәхәтлек: уны, кеше һынлы кешене, ирекһеҙләп, урла ла ҡуйсы әле! Аҡылға һыймаған эш түгелме ошо? Аһ-һ, бөркөттәре иҫкәрткән ине лә баһа, аңламағандар! Тимәк, олатай менән ейәнгә ниндәй ҡурҡыныс янағанын бөркөттәре юғарынан күреп торған. Күргән дә ҡурсымаҡсы иткән, ә улар...

)Аяҡ-ҡулы хәҙер бауҙан азат, әллә ошонда уҡ ҡасырға ла китергәме? Булмаҫтыр. Тап-таҡыр асыҡ урында ҡайҙа бараһың, һыбайлылар һә тигәнсе тотоп аласаҡ. Тотоп алырҙар ҙа ҡабат бығау һалырҙар. Унан, ана, Баҡыр бит тә, ике күҙен яҙлыҡтырмай күҙәтә, янынан һис китешмәй. Башҡалары ла һағалап ҡына тора кеүек. Әллә һыуға ғына ташланып... Юҡ! Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу яраған ғәмәл булмаҫ! Үҙенең йәнен үҙе ҡыйған бәндә мәңгелек тамуҡ утында яныр, ти олатаһы. Ул белмәй әйтмәйҙер, Ғайсаның тамуҡта янаһы килмәй. Йәнә лә, ул уны көткән туған-тыумасаһы менән яҡындары хаҡына әле йәшәргә тейеш! Көтөргә һәм түҙергә кәрәк. Ҡасан да булһа берәй әмәле килеп сығыр, сыҡмай ҡалмаҫ. Кешене өмөт йәшәтә, тигәйне бит бер әсәйе, шуның өсөн өмөттө өҙмәҫкә кәрәк. Өҙөлгән өмөт менән хәтерең ҡалыуҙан һаҡлан, уларын кире ҡайтарып булмай, тигәйне. Бары, ана, ҡотҡосо шайтан ғына өмөтһөҙ, имеш...

* * *

Тәүлегенә ике тапҡыр туҡланып, биш көн барғандан һуң бихисап тирмәләр теҙелеп киткән сөңкә уйһыулыҡҡа килеп йығылдылар. Биленән арбаға бәйләп ҡуйылған Ғайса ошо арала интегеүҙән алйый яҙҙы. Иҫ киткес томра көндәр иркенләп тын алырға бирмәһә, ғәжәп һалҡын төндәре йоҡо төҫө күрһәтмәне. Быларына өҫтәп аслығы... Юл аҙабы – гүр ғазабы, тигәндәре, күрәһең, ошо булалыр. Ғайса дала кешеләренең талымһыҙ булмышына бер аптыраһа, бер һоҡланып ҡуя: улар, ана, үҙҙәрен һис ни булмаған һымаҡ тоя. Ә бит шул уҡ юлды, тегеләй-былай, ике тапҡыр үткәндәр: ғәжәп, арымайҙар ҙа, талмайҙар ҙа...

Ғайсаны шунда уҡ күрекһеҙ һоро тирмәләр араһында ҡуңыр ҡаҙҙар көтөүендәге аҡҡош ише айырылып торған сағыу төҫтәге сатырға алып килделәр. Аҡ кейеҙҙән ҡоролған оло сатыр аҫтында еләҫ, рәхәт ине. Уртала, таштан өйөлгән мейес өҫтөнә, ҙур ҡаҙан ҡуйылған. Уның эсендә бығырлап ниҙер ҡайнай. Танауҙы ҡытыҡлаған еҫен самалағанда йәш ит бешерәләр. Затлы сатырҙың түрендә, үҙ дәрәжәһен белеп кенә, аяҡтарын мосолманса бөкләгән йәшел сәлләле ир ултыра. Уның ҡулына, шул әҙере, ҡымыҙ һалынған баҙыян сеүәтә килтереп тотторҙолар. Ҡымыҙҙы ул (күренеп тора – ҡәҙерен дә, шифаһын да яҡшы белә) бәләкәй генә йотомдар менән тәмләп-тәмләп эсте. Ҡаршыһына Ғайсаны килтереп баҫтырғас, бушаған һауытын ситкә ҡуйҙы ла, үҙ алдына һөйләнгән кеүек, танау аҫтынан ниҙер мығырҙап алды. Күрәһең, мәлһеҙ бимаза яһағандарына ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Бына әкәмәт: берәүҙе, ихтыярһыҙлап, ер аяғы ер башы ерҙән урлап алып килтертә, ә үҙенә, хаиндың, ҡымыҙ эсергә ҡамасауларға ла ярамай. Ғайса уға, күтәрелеп, асыҡтан-асыҡ нәфрәт менән ҡараны.

Ир мәғәнәле генә ҡул ишараһы яһауға янында аңшайышып торғандар шунда уҡ юҡ булды. Баҡыр бит иһә эстә ҡалды. Быныһы аңлашыла ла: ул бит тәржемәсе. Сатыр хужаһы икеһенә лә ултырырға ҡушып эйәк атты ла, ҡыртайған күҙҙәре менән Ғайсаға ҡарап һүҙ ҡушты.

Ҫинән ҫорайҙар, ҡайсы илдәнҫен? – Баҡыр бит уның һүҙҙәрен башҡортсаға ауҙара һалды.

– Уралтау яҡтарынан мин... Һаҡмар йылғаһы башынан...

«Иштәк» тип ҡуйҙы хужа кеше. Әллә һорау бирҙе, әллә иштәктәрҙе йәне һөймәгәнен белдерҙе: уныһын Ғайса төшөнмәй ҡалды. Шулай ҙа:

– Иштәк түгел – башҡорт, – тип әйтергә баҙнат итте.

Көлөмһөрәй биргән сәлләле әҙәм бармаҡтарын үҙенсәлекле генә шартылдатып алыуға, шуны ғына көткәндәй, тәбәнәк кәүҙәле йәп-йәш ҡыҙ семәрле баҙыяндар менән өсөһөнә лә хуш еҫтәр бөркөп торған ҡымыҙ тотторҙо.

– Был – Сынға бей, ә минең үҙемде Астан тиҙәр, – һалҡын ҡымыҙҙан ауыҙ иткән Баҡыр бит шул рәүешле үҙҙәре менән дә таныштырҙы, – мин бейҙең тылмасы булам, йәғни, уның ҫүҙҙәрен бына ҫинең ишеләргә тәржемә итәм.

Бей бестең аҡҫаҡалыбыҙ. Уны барысы ла ихтирам итергә, тыңлап ҡына йөрөргә тейешле. Шу иҫәптән хәҙер ҫин тә, аңтаныңмы?

– Мине ни өсөн урланылар? Тыуған яғымдан айырып... – ниһәйәт, кешесә мөғәмәләнән Ғайсаның күҙҙәренә йәш эркелде.

– Урламанылар ҫине, ҡуҫтым, ә ҡан яңырта әпкилделәр мынта.

– Нисек инде... ҡан яңыртырға?

– Шулай, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙа ул борон-борондан килгән йола. Ҡан оҙаҡ аралашмаҫа, ҡарыуы ҡайтып, нәҫел зәғифләнә. Бер нәҫелтең икенсеҫе менән аралашып тороуы зарур, – уйсанланып киткән Астан ҡымыҙ шөрпөлдәтеп ултырҙы. Сыңға бей уға тағы ниҙер өндәште. Бей, күрәһең, быны һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Ғайса менән Астандың һөйләшкәнен буйтым ғына аңлай ине. Тик, ни сәбәптәндер, барлыҡ аңлатыу эшен һәм өгөт-нәсихәтте лә тылмасына ҡушҡан.

– Ҫин алыҫ башҡорт ерҙәренән килә ятаң, йәшҫең, матурҫың, көсөң ташып тора. Ә иң мөһиме – ҡаның таҙа. Саф иштәк ҡаны. Ҡаның саф икән – нәҫелең дә көстө буласаҡ.

– Һис төшөнә алмайым үҙеңде, ағай...

– Бына ҡышлағыбыҫтың иң сибәр ҡыҙын кәләш итеп әпирҫәк, төшөнөрҫөн...

– Ә мин теләмәһәм? – Шаҡ ҡатҡан Ғайсаның ҡаштары юғары сөйөлдө.

– Ул сағында ғүмерлеккә ҡол булып ҡалырҫың, хатта, ҡасып китмәҫен, тип, үксәңде ярырҙар. Шуның өсөн ҡарышмауың яҡшы...

Баянан бирле шым ултырған Сыңға бей ошо урында, артыҡ төпкә төшөп бараһың, тине буғай, Астанға өҙөп кенә ниҙер әйтте лә, бармағы менән янап ҡуйҙы. Эйе, Ғайса яңылышманы, ул башҡорт телен яҡшы белә ине. Сатырҙан сығып барышлай хужа тылмасын тағы бер ҡат киҫәтте. Нимәһенә шулай ҡапыл ғына һеркелдәп китте һуң әле? Үҫмер быныһын аңлап етмәне. Күкрәгенә ҡулын һалған тегеһе, еңелсә баш эйеп, ризалыҡ белдергән булды.

Ҡымыҙ эсеп, бер аҙ баш-күҙ алған Ғайсаны ҡайҙалыр алып киттеләр. Сандыр кәүҙәле Астан ашыҡмай ғына алдан бара, ә арттарынан – һөңгө тотҡан ике һағауыл килә. Бер аҙҙан, тәржемәсе менән икеһе, еүеш һалҡынлыҡ ҡатыш ауыр күк еҫе аңҡып торған таш зинданға төштөләр, һағауылдар тышта тороп ҡалды.

– Мына, ҡустысы, хәҙергә ҫинең өйөң ошбу пулыр, – Астан мөгәрәпкә тартым зинданды беренсе тапҡыр күргән кеүек күҙҙән үткәрҙе, – бер аҙ күнеккәнсе һаҡ аҫтында ултырып торорға тура килер. Аҙаҡ ҡарарбыҙ...

– Мине бикле көйө, өҫтәүенә һаҡ аҫтында тоторға һеҙҙең ни хаҡығыҙ бар? Мин һеҙгә енәйәтсе түгел дә, – Ғайса әрепләшеп маташты.

– Көстөнөкө замана, егет, шуны онотма... – Аптыраған Ғайса таш бүкәнгә ултыра төштө. – Ҫин, ҡустым, үҙеңде-үҙең ашап ныҡ бөтөрөнмә. Баштараҡ мин дә шулай иткәйнем, аҙаҡ үкендем. Яйҙап өйрәнәҫең икән ул.

– Өйрәндең? Үҙең ҡайһы яҡтан һуң?

– Дим буйҙарынан мин...

– Ни сәбәптән илеңдә түгелһен?

– Ҫинең кеүек үк килеп юлыҡтым мынта. Бестең яҙмыштар оҡшаш.

– Юҡ! Мин һиңә оҡшарға теләмәйем! Һин илеңде һатып, тыуған ереңде онотҡанһың.

– Нимә ҫөйләйҫең, маңҡа малай? Үҙем мынта йәшәҫәм тә – күңелем һәр саҡ тегендә пулты минем. Тыуған илемде мына мынта йөрөтәмен, – сырайы һытылған Астан уң ҡулын йөрәгенә баҫты. – Илемде ҫатҡан, имеш. Гонаҫынан ҡурҡыр инең...

* * *

Был яҡтарға килеп юлығыуына байтаҡ ваҡыт үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, Ғайсаны төнгөлөккә һаман ярым ҡараңғы зинданға ябалар ине. Ярай әле, көндөҙҙәрен яҡтыға сығарып йөрөтәләр. Ошондай мәлдәрҙә Сынға бей уны үҙ янындараҡ тоторға тырыша, яғымлы ғына мөғәмәлә итә. Тотҡон шулай уҡ ашау яғынан да наҡыҫлыҡ тоймай. Бының сәбәбен ул һуңыраҡ беләсәк...

Ошо арала Ғайса элек аңлай алмаған күп нәмәгә төшөндө. Мәҫәлән, яҡын туғандарың эргәңдә булғанда уларҙың ҡәҙерен тулы мәғәнәһендә белеп етмәйһең икән. Хәйер, ирекле тормош менән дә шул уҡ хәл инде. Ирек ҡәҙерен зинданда ултырғанда ғына тояһың. Ана, ун йәше тулыр-тулмаҫ Астан ағайҙы ла бынан утыҙ йыл элек ҡаҙаҡ барымтасылары алып киткән булған. Ул, тәҡдир менән ризалашмайынса, бер нисә тапҡыр ҡасып китергә маташып ҡараһа ла, килеп сыҡмаған. Ауыҙлыҡлап тота алмаҫтарын аңлап, йәндәре көйгән ҡаҙаҡтар үҫмерҙе үҙҙәре иң ҡаты һанаған язаға тарттырған – ике үксәһен дә телеп, шул яраға туралған ат ҡылы тултырған. Аҙаҡ, яраһы уңалһа ла, үксәләреңә баҫыу түгел, табаныңды ергә терәүе лә ҡот осҡос ауыртыу тыуҙыра икән. Иҫ китмәле ғазаптарға дусар ителгән Астан, ахырҙа, әсе яҙмышына буйһонорға мәжбүр булған. Ошонан һуң ғына уның үксәләрен ҡылдан таҙартып, ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләндергәндәр. Уларҙың береһенән-береһе таҙараҡ бәһлеүән ете улы һәм сибәрҙәрҙән-сибәр бер бөртөк кенә ҡыҙҙары тыуған. Шуның өсөн һуңғараҡ, ҡасып китер мөмкинселек булһа ла, Астан быны эшләй алмаған. Бала – ҡайҙа ла бала инде, нисек ташлап китмәк кәрәк?..

– Эй-йе, балдар ныҡ йәл ине, ҡатынымды ла йәлдәнем: минһеҙ ни эшләй ала улар. Атайлы көйөнсә етем булмаҫындар, тинем, – Астан ошо рәүешле хәтирәләргә бирелеп ултырырға ярата, – тулы исемем тә минең Астан түгел бит ул, ә Арыҫланғәле. Йәнә лә, ҫин мине бушҡа рәнйеттең, ҡустым, мин сатлыҡ түгел, мин мында ирекҫеҙҙән...

– Биғәйбә, Арыҫланғәле ағай. Ғәфү үтенәм, – аяныс яҙмышлы ағаһын ҡыҙғанып ҡуйған Ғайса уның алдында уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерә. Аҙаҡ үҙе: «Үҙемде лә әллә шундай уҡ тәҡдир көтәме?» – тип әсенде.

– Ғайса, ҫин миңә ҡарағанда күпкә бәхетлеҫең әле, – Астан малайҙың яурынына ҡағылып ала.

– Ниңә улай тиһең, – тегеһе урынлы ғәжәпләнә, – бикле ултырған көйө бәхетле булып буламы?

– Мине заманында ныҡ рәнйеттеләр. Ҡул менән дә, тел менән дә. Ә ҫиңә Сынға бей үҙе хөрмәт күрҫәтә.

– Аңламаным?

– Ул гонаһһыҙ малай хаҡ бәйғәмбәр исемен йөрөтә. Уны кәмһетеп тел тейҙермәгеҙ, ҡул менән тә ҡағыласы булмағыҙ, ти.

– Ана нисек...

– Шулай, өҫтәүенә ярата ул ҫине. Яуҙа ҫәләк булған уғлына ошата...

Быныһы Астандың малай алдында яҡшатланыуы булдымы, әллә, ҡасып китә күрмәһен, тип өгөтләүеме – Ғайса аҙағынаса төшөнөп етмәне.

Көндәрҙең береһендә Сыңға бей бар ҡышлаҡты Ҡөрьән мәжлесенә йыйҙы. Ҡырҡмыш тай һуйып, оло ҡаҙан ит һалынды. Бейҙең мәрхүм улы рухына Ҡөрьән аяттары бағышлап бөтөүгә табын әҙер ине инде. Һалбыр мыйыҡ Ҡыҙрай менән уның әшнәһе ҡапҡорһаҡ Боға шап-шоп килеп ит турарға тотондо. Күп тә үтмәҫтән, аҡ сатыр уртаһына ҡуйылған оҙон тәпәш һике өҫтөндә боҫорап ятҡан ит тауы хасил булды. Дәрәжәгә ҡарап ҡына, һике тирәләй урын алдылар: байҙар хужаға яҡыныраҡ, уларынан ары – хәллерәктәр, ә йыйын ярпыға урындың иң шәбе эләкте – тышта асыҡ һауа аҫты. Аш доғаһы ҡылыныу менән ҡулдар ит тауына ҡарап һонолдо.

Йәш булыуға ҡарамаҫтан, һимеҙ, йомшаҡ итте сәйнәп тә тормаҫтан йоталар кеүек. Майланған ҡулдарҙы ситек ҡуңыстарына, йәнәш ятҡан йүгәндәргә генә һөртөп ҡуялар: май ҙа – дәүләт, әрәм булмаһын. Күҙгә күренеп кәмей барған ит тауы урынында тиҙ арала эреле-ваҡлы һөйәк өйөмө ятып ҡалды, һөйәкте ҙур ашъяулыҡҡа төрөп, ярлы-ябағаға сығарҙылар: әйҙә, мөнйөп кинәнһендәр. Ә инде уларынан ҡалғаны – аслы-туҡлы көн күргән эттәргә. Шул рәүешле, хәләл малдың бер нәмәһе лә әрәм булманы. Ошо ғәмәлде ситтән генә күҙәтә ултырған Ғайсаның башынан шундай уй үтеп китте: «Беҙҙә булһа, шәт, улай итмәҫтәр ине. Ҡөрьән ашы беҙҙә, кешенең хәл-торошона ҡарамай, барыһына ла тигеҙ һәм ғәҙел бүленә...»

Аш аҙағында эселгән ҡымыҙ быуынына төшөүҙән ирәйеп киткән Сыңға бей Ғайсаны бармаҡ ишараһы менән янына саҡырып алды ла, йәнәшәһенән урын тәҡдим итте. Тегеһе, ҡалайтһын, аяҡ салып уның ҡаршыһына ултырырға мәжбүр булды: тыңламаһаң, хәҙер һалҡын мөгәрәпкә төшөрөп ябырға ҡушасаҡ. Астан-тылмас та шунда уҡ улар эргәһенән урып ала һалды.

– Йә, оғлым, таш зиндан ялҡытманымы? – күҙҙәре ҡыҫыла төшкән бей йылмайғандай итте.

– Ялҡыта, тип, ни хәл итмәк?.. – асыҡтан-асыҡ мыҫҡылдан Ғайсаның һарыуы ҡайнай башланы.

– Үҙеңде тәртипле генә тотһаң, шул етер ине, – кинәт етдиләнеп киткән Сыңғаның йөҙө ҡырыҫ төҫ алды, – ә һин һаман ҡарышаһың. Мин ундайҙарҙы яратмайым.

– Ә мин бик аҫтында ултырыуҙы ярата тиһеңме?..

– Кәләш алып бирермен, – бей уны ишетмәгән һымаҡ һүҙен дауам итте, – үҙ балам урынына күрер инем мин һине. Тағы ни кәрәк? Әйт...

Ҡапылғара ҡаушай төшкән Ғайса йәйрәп алдында ултырған тулы кәүҙәле йоп-йоморо бейгә текәлде: имеш, балаһы урынына күрер ине берәү. Шул саҡ, таҡыр башына хажи сәлләһе урап, күпереп торған бөҙрә һаҡалын һыйпаштыра биреп ултырған йөнтәҫ ҡашлы ҡарт бей уға нисектер йәл булып китә.

– Их, Сыңға апа, – тип ауыр һулай Ғайса, – һинең үҙеңде ошо, ҡылғандан башҡа үлән дә үҫмәгән шыҡһыҙ далаңдан айырырға ла, беҙҙең Уралтау яҡтарына апарып бикләргә ине. Нисә көн түҙеп торор инең икән?

Уның малайҙарға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән әйтелгән ошо һүҙҙәренән күҙҙәре упайған Сыңға, ни тип яуап бирергә лә белмәйенсә, йәмерәйгән ҡаштары аҫтынан яман ҡарап ултырҙы. Әлеге ҡараштан Ғайсаның хатта арҡа буйы зымбырлап китте: уйламайса, әллә артығырағын ысҡындырҙы инде. Ахыры, ысынлап та шулай булды, күҙ алдында буҙарынып киткән бей ҡул ишараһы менән генә үҫмерҙе зинданға кире илтеп ябырға ҡушты.

– Аһ, һин, Күк бүре тоҡомо! – Ғайса сығып барғанда ул саф башҡортсалап ыҫылданы, – Урал бүреһе!

Баҡһаң, тәржемәсене исем өсөн генә тота икән! Йәнәһе лә, иштәк телендә бер ни аңламай. Бәлки, шул рәүешле Астандың тоғролоғон һынамаҡсы булғандыр әле. Уның ише эсе ҡара бейҙәргә ышанһаң...

* * *

Бер төрлө, шуның өсөн дә ифрат ялҡытҡыс көндәр туҡтауһыҙ ағыла торҙо, ә Ғайсаны һаман бик аҫтында тоттолар. Ике йәйен ошолай үткәргән үҫмер инде егет ҡорона керҙе: тауышы бермә-бер олпатланһа, һыҙылып мыйығы беленде. Шулай ҙа ул сиге-ҡырыйы күренмәгән шыҡһыҙ далаға эҫенә лә, берегеп тә китә алманы. Ул ғына ла түгел, өс тапҡыр ҡасырға маташты – тоттолар. Бер ышығы булмаған ҡола ялан ерҙә йәйәү көйөнә ҡасып ҡайҙа бараһың инде? Менеп сабыр атың булғанда тағы бер хәл. Тик тотҡонлоҡтан ҡотолоу теләге менән янған егетте йылҡылдашып торған арғымаҡтарға яҡын да ебәрмәйҙәр ине.

Ғайса тирәһендә йыш уранғыланған сибәр ҡыҙ Уҡабикә лә уның күңелен яулай алманы. Көслөк менән өйләндереп, ҡушырға маташыуҙарына үс итеп, тағы башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте. Тағы алып ҡайттылар. Был юлы уның «башбаштаҡлығы» эҙһеҙ үтмәне: Сынға әмере буйынса ныҡ ҡына итеп туҡмап ташланылар. Хатта ике тәүлек буйына ҡуҙғала алмайынса ятты. Унан... Унан һуң иң ҡурҡҡаны килде: ниһәйәт, түҙемлеге шартлап өҙөлгән бей тиҫкәренең үксәһен ярырға бойорҙо. Аһ, нисек түҙҙе икән шул мәлдә? Ауыртыуға түгел, ә үкенес менән йөрәк әрнеүенә.

Бына бер йылдан ашыу инде Ғайса аяҡ остарына ғына баҫып йөрөй. Йөрөй, тип әйтеүе генә рәхәт: ауырлыҡ менән яһалған һәр аҙымы – мең ғазап. Хәҙер инде, рух төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡасып ҡотолоу хыялынан төңөлә биреп ҡуйған саҡтары ла булманы түгел, булды, әммә, шул әҙере асылына ҡайта ине. Уны әле бары өмөт кенә йәшәтә һәм һаман ниндәйҙер мөғжизәгә ышана. Күңеленә ниҙер һиҙҙереп тора: ул ҡасан да булһа барыбер йәнтөйәгенә ҡайтасаҡ! Әҙәм рәүешле атлап йөрөй алмағанлыҡтан, Ғайсаны хәҙер төнгөлөккә мал урынына ябып ҡуймайҙар. Хәҙер уның ҡасып бер ҡайҙа ла бара алмаҫына шиктәре юҡ. Ярыҡ табан уға ана шул «рәхәтлекте» килтерҙе. Хәйер, күрер күҙгә егет үҙе лә бер сама күндәмләнеп киткән кеүек. Ә хәтере ҡалған Сынға бей уны, яҡшылыҡты аңлай белмәгән арҡыры малайҙы, тирмәһенә яҡынлатмай. Шунлыҡтан, Ғайса күберәген ялсылар тирәһендә көн итә. Эйе, эйе, ул бында йәшәмәй, бары көн итә генә. Хәленән килгәнсе ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарып ҡына тамаҡ туйҙырыу арҡаһында ярты ғүмерен аслы-туҡлы үткәрергә мәжбүр. Торғаны бер ғәрипкә йүнле кәсебе табыламы...

* * *

Ҡышлаҡ ситендәге тәрән үҙәк эсендә сөм-ҡара төҫтәге ғәйәт ҙур таш ята. Әлеге таш тирә-йүндәгеләренә һис оҡшамаған һәм уның бында ҡасан, ниндәй юл менән килеп ятҡанлығын аныҡ ҡына итеп бер кем дә әйтә алмай. Кемдер уны иблес ташы, тип һанай. Имеш, шул сәбәпле ер ташты ҡуйынына ҡабул итмәйенсә, этәреп өҫкә сығарған. Икенселәрҙең әйтеүенсә, ҡара ташты Тәңре үҙе күктән төшөргән. Арыған үткенселәр уның өҫтөнә ултырып ял итһен һәм рухи көс алһын өсөн. Ғайсаға ҡалһа, һуңғыһы хаҡтыр, сөнки ул ошонда килеп, хисле уйҙарға бирелә-бирелә моңайып ултырырға ярата. Килгән һайын рухи көсө арта барғанын тоя. Ысынлап та, йәнһеҙ бер таштан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә төҫлө. Үҙе лә һиҙмәҫтән, юғары тойғоларға бирелеп киткән Ғайса йырлап та ала:

Урал да ғына Урал, ай, тиҙәр,

Урал буйы ҡыҙырым сауҡа икән...

Аһ, Урал сауҡалары, нисегерәк һағынғанымды белһәгеҙ икән! Олатаһы ҡасандыр өйрәткән ошо йыр уның ярһыған йөрәгенә ял бирһә, артабанғы йәшәйешенә сәмле дәрт өҫтәй. Егеттең зар тулы моңон ишеткән Уҡабикә йәшерен генә күҙ йәштәрен һөртөп ҡуя...

Ошондай кистәрҙең береһендә Ғайса янына Астан килеп ултырҙы.

– Ҡыйынмы, ҡустым? – ул егеттең һағыш тулы күҙҙәренә ҡараны.

– Ҡыйын, ағай, эс яна, йөрәк әрней...

– Һарғайып үләҫең бит...

– Былайтып йәшәгәнсе, үлгәнең мең артыҡ!

– Аңтайым...

– Һин аңлайһың да ул...

Ошо урында ауыр һәм йәпһеҙ тынлыҡ урынлашты. Уйһыулыҡ эсендә боҫоп ятҡан ҡышлаҡ яғынан һирәк-һаяҡ ләүкелдәп эт өргәне генә ишетелеп ҡуя. Ә, тағы, ана, ҡолаҡҡа яңғыҙ ҡыҙ йыры салынып ҡала. Уныһына инде күнегеп бөтөлгән, шунлыҡтан иғтибар ҙа итмәйҙәр. Ас бүреләр ҡуйҙарын тәләфләмәһен өсөн Сынға бей бер әкәмәт уйлап тапты: уның ҡаты фарманына ярашлы, төн һайын бер ҡыҙ туҡтауһыҙ йырлап сығырға тейеш. Бейҙең уйынса, ул ҡыҙ йыры менән, берҙән, оңҡот йыртҡыстарҙы ҡурҡытһа, икенсенән, йоҡлап ятҡан ҡышлаҡҡа ла күҙ-ҡолаҡ була. Кем сиратты боҙа – язаға тарттырыла. Ғәжәп бит! Ниҙәргә генә бармай үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан бәндә. Әлеге туҙға яҙмаған ҡыҙҙар ҡарауылы менән Ғайса һис килешә алмай. Уның илендә бит һаҡта гелән ир-егеттәр тора. Аслыҡ сикһеҙлеккә килтереп еткергән бүре көтөүе килеп баҫҡан хәлдә ҡыҙ кеше, сәрелдәүҙән башҡа, ни эш ҡыра ала? Ә инде мәкер юлбаҫарҙар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел...

– Ишетәҫенме йырҙы? – Астан Ғайсаның уйҙарын бүлдерә.

– Ишетмәгән ҡайҙа...

– Иртәгә минен ҡыҫтын сираты...

– Шунан? – Ағаһының тел төбөн аңларға тырышҡан Ғайса боролоп уға ҡарай һалды. – Бының менән нимә әйтмәксеһең?

– Юҡ, ҫин уйлағанты түгел, – Астан көрәк дәүмәллек ҡулы менән егеттең яурынынан ҡосаҡланы, – хәйер, теләҫәң шәп кейәү булыр инең тә ул...

– Арыҫланғәле ағай, ул хаҡта башҡаса һүҙ ҡуҙғатмайыҡ, тип күпме тапҡыр ҡабатларға була? Өҙгәләмә йәнемде, зинһар.

– Биғәйбә, өндәшмәйсә түҙә алмайым. Йәлҫең...

Ҡарашын бер нөктәгә төбәгән Астан уйға батып ултырҙы. Ахырҙа, төнгө бур ише ян-яғына ҡаранып алды ла, йәнә һүҙ башланы. Был юлы мыштым ғына:

– Ҡарале, Ғайса, иртәнге кис, ай ҡалҡҡан мәлтә, ат ҡураҫы артына килерҫең. Унта, ышыҡта, эйәрле Иондоҙҡашҡа торор. Төшөнәҫеңме? Әйтеүемсә, ҡарауылта минем ҡыҫ булыр. Ул өндәшмәҫ...

Ҡапылғара аңшайып киткән Ғайса, аптырауҙан асылған ауыҙын ябырға ла онотоп, Астанға текләгән көйө ҡатты ла ҡалды: ысынды ишетәме ҡолаҡтары, әллә юҡтымы? Ә тегеһе бер ни булмағандай дауам итте:

– Атты мен тә ҡояш батышына ҡарай елдер. Хәтерләп ҡуй: көндөҙөн күләгәң гелән алда булҫын. Онотоп ҡуйма! Барыҫы ла ыңғай барҫа, өс тәүлек тигәндә Яйыҡ йылғаҫы ярҙарына сығарҫың. Аръяғына инте үҙебеҫтең ерҙәр. Үҙ ереңтәге юлты күҙ менән тел таба ул. Тик был яҡта кеше күҙенә салынырға тырышма. Бел: был яҡ кешеләре башҡорттар ише түгел... Барлыҡ кәрәк-яраҡ эйәргә эленгән тоҡсайҙа.

– Ә һинең үҙеңде ни эшләтерҙәр, Арыҫланғәле ағай? Эйәрле ат бит һинеке. Шунда уҡ һиҙәсәктәр...

Тотолмаҫаң, бер ни ҙә булмаҫ. Тотолмаған – бур түгел. Атты урлап ҡасҡан, тиермен. Ә инде тотола ҡалҫаң, икебеҫтең дә баш китәр...

Шаҡ ҡатып ултырған Ғайса, ниһәйәт, һушына килде шикелле, шатлығынан бар донъяһын онотоп, һикереп торҙо. Торҙо ла, үксәһенә кинәт меңәрләгән энә ҡаҙалып, ҡот осҡос ауыртыуҙан ҡапыл ғына кире сүгәләй һалды һәм тешен ҡыҫып ыңғыраша ҡуйҙы: «Ыһ-һ!».

– Абай бул, Ғайса, кәрәкмәгәнгә алабарманланып мәғәнәһеҙ ҡыланма. Йәнә лә... Ҡайтып еткәс, тыуған тупраҡты минең өсөн тә ҡосоп үберҫең, – тулҡынланыуҙан Астандың тауышы ҡалтыранып китте, – атыңа менгәндән ҫоң ҡабат артыңа әйләнеп ҡарама. Ярай, бәхил бул... Бәхетле бул...

– Риза булып ҡал, Арыҫланғәле ағай...

– Хәйерле юл, башҡорт! – Ғайсаны ҡыҫып ҡосаҡлаған Астан егеттең арҡаһынан ҡаҡты. – Милләт бәҫен төшөрмә шулай...

Автор:
Читайте нас