Хоҙайбирҙиндан Рәзилә Байғазина ҡаҙ өмәһенә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлаша.
- Йыл да өмәлә ҡатнашҡан, үҙ-ара йөрөшкән әхирәттәрем бар, шуларҙы өмәгә саҡырам. Кискеһен парлашып килеп, һәр береһенә өлөштәр бүлеп, матур итеп ҡунаҡ булабыҙ.
Быйыл ямғыр яуып торғас, һыу болғанғандыр тиеп Керәүле буйына сайҡатырға барып торманыҡ, элекке һымаҡ көйәнтәләп йөрөмәһәк тә, машинаға тейәлешеп барып, ҡаҙ түшкәләрен йыуып ҡайта инек.
Ә бала саҡта өмәселәр ҡаҙҙарҙы муйынынан өрөп тултырып йолҡорҙар ине. Беҙ хәҙер еңелерәк эшләйбеҙ: ҡайнаған һыуға тығабыҙ, йә үтекләп йолҡабыҙ. Элек инәйҙәрҙең ауыҙ тирәһе өргәндә ҡанланып, йөнгә күмелеп ултырырҙар ине.
Ҡаҙ мамығын түшәк-ҡаралты эшләүгә тотонабыҙ. Әсәйҙәр элек эре йөндәрен дә мендәргә тип һыҙырып алдылар. Әүәл аша ауылдан ҡунаҡҡа килһәләр, 2 -3 көн булырҙар ине, туғандар килһә лә йоҡларға ҡала торғайнылар. Шулай булғас, ҡаралты ла күп кәрәк булғандыр, карауаттар тултырып урынды йыйып ҡуябыҙ. Ул юрғаны, түшәк-матрасы, мендәрҙәре... Йәйгеһен ҡояшҡа сығарып киптереп, ҡаҡҡыслап, һуҡҡыслап индерәһең, хәҙер балаларҙан башҡа йоҡлаусылар юҡ, ҡунаҡ булһа ла, 3-4 сәғәттә ҡайтышып бөтәләр, мендәрҙе лә ҡуллана һалып бармайҙар, балаларҙың аллергия була тип магазин мендәрҙәрен алған булалар. Шулай ҙа үҙебеҙ таҙа ҡош мамығынан эшләгән яҫтыҡтарға етмәй.
Аш-һыуға килгәндә инде, йоланан ситләшмәйбеҙ, һәр береһенә өлөш бүләбеҙ. Өмәселәргә ҡаҙҙы дүрткә бүлеп, ботло яғын, башын, бауыр, йөрәк, бүрләтәү, эсәккә уралған тәпейҙәрен һалабыҙ, тәмле һалма ашы бирәбеҙ. Ҡаҙҙың бар өлөшөн дә бәрәкәтле тотонабыҙ. Эс-ҡомонан да аш бешерәбеҙ йәки бәлеш һалабыҙ. Таҙартыуы мәшәҡәтлерәк булһа ла, башы менән тәпәйен дә әрәм итмәйбеҙ.Үҙем тәпәйҙәренән ҡаҙ ите ҡушып һерелдәк (холодец) эшләйем. Ныҡ тәмле була.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.