Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2024, 05:54

"Гәзитте интернет алмаштыра алмай"

2-12 декабрҙә Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтә. Ошо арауыҡта район һәм республика баҫмаларына арзанғыраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.  

Гәзитте интернет алмаштыра алмай

 2-12 декабрҙә Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтә. Ошо арауыҡта район һәм республика баҫмаларына арзанғыраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.  

 Мәрйәм Күсмәева, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә:
 - Ваҡытында унар баҫмаға яҙылдым. Хәҙер, олоғая килә күҙ ҙә насарыраҡ күрә, шуға йылдан-йыл уларҙы кәметә киләм. Ә бына район гәзиттәренән (улар ике телдә сыға һәм икеһен дә алдырам) һәм үҙем инде 51-се йыл алдырған  “Ағиҙел” журналынан айырыла алмайым. Әле миндә хатта уның элек атайым алдырған 1967- 1972 йылдарҙағы һандары ла һаҡлана. Ә 50 йыл йыйылған журналды сығарып ташларға ҡулым бармай. Шул арҡала туғандарымдан тәнҡит һүҙҙәре лә ишетәм. 80-90 йылдарҙа сыҡҡан бик тә киң мәғлүмәтле  “Юность” журналын һәм “Роман-газета”ларҙы ла һаман һаҡлайым. Бына шундай “ҡағыҙ йәнле” кешемен инде. Ә әҙәби китаптар миндә бер бәләкәй китапхана тәшкил итә. Һаман да күңелемә яҡын авторҙарҙың китаптарын һатып алырға тырышам. Күҙем талғансы уҡыйым, Аллаһы Тәғәлә күҙҙән яҙҙырмаһын, тием.
 Һуңғы йылдарҙа “Мораҙым” гәзитен дә алдырам.Үҙем донъяға килгән, байтаҡ туғандарым йәшәгән райондың хәлдәре лә миңә яҡын. Байтаҡ әҫәрҙәрем унда ла баҫылды. Гәзиттең тиражы ярайһы ғына. Матур, өлгөлө ғаиләләр тураһында яҙылған мәҡәләләр оҡшай, уларҙың фотоһүрәттәр менән бирелеүе лә һәйбәт.
 Миңә тарихҡа ҡағылған мәҡәләләр яҡын. Ғибаҙулла Бейешевтың байтаҡ һанда баҫылған ауылдарҙың үткәненә ҡағылышлы иҫтәлектәрен яратып уҡыным. Бикбулат ауылы топонимикаһына ҡағылышлы мәҡәләләр ҙә күңелгә ятышлы. Ә бына гәзиттә баҫылған ҡайһы бер шиғырҙарҙың сейле-бешле булыуы күңелде ҡыра. Яҙышҡан кешенең барыһы ла, әлбиттә, филолог белеменә эйә түгел, шулай ҙа ижадсыларға талапты арттырырға кәрәктер, тип уйлайым. Район баҫмаһы рҽспублика кимәлендәге гәзиттәр менән ярыша алмай. Шулай ҙа авторҙар һанын киңәйткәндә яҡшыраҡ булыр ине тигән теләктәремде еткерәм. Юғиһә, башлыса гәзиттә эшләүселәр сығыш яһай.
“Мораҙым”дың тиражы кәмемәүен һәм тағы ла уҡымлыраҡ мәҡәләләр менән ҡыуандырыуын теләйем.

 

"Гәзитте интернет алмаштыра алмай"
"Гәзитте интернет алмаштыра алмай"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас